XVIII быуат аҙағында М. Биксуриндың үрҙә аталған хеҙмәтенән, тарихсы, Петр Учадамцевтың «Список слов с переводом на татарский, башкирский, калмыцкий языки» тигән нәшер ителмәй ҡалған ҡулъяҙма китабынан алынған 300-гә яҡын рус һүҙҙең башҡорт теленә тәржемәһе П. С. Палластың «Батша ярҙамсыһы тарафынан йыйылған бөтә телдәр һәм һөйләштәрҙең сағыштырма һүҙлектәре» [«Сравнительные словари всех языков и наречий, собранные десницей Всевысочайшей особы» (1— 2 т., 1787—1789)] китабына индерелә.
Немец ғалимы, этнограф, минералогия профессоры, Императорҙың Фән һәм художество академияһы академигы Иоганн Готлиб Георги ХVIII быуат аҙағында үҙе йыйған материалдар нигеҙендә башҡорт теле һүҙлеген төҙөй, ләкин был һүҙлек ҡулъяҙма көйө ҡала (С. К. Булич, 1904).
1859 йылда С. Б. Күкләшевтең «Диван-и хикәйәт-и татар» тигән китабы сыға. Китаптың инешендә автор былай тип яҙа: «Бөтә төрөк һәм татар ҡәбиләләре һөйләшкән һәм яҙған телдәр „төрки“, „төрки теле“ исеме аҫтында билдәле»". «Төрки теле» С. Күкләшев буйынса өс айырым төркөмдән — төрөк, сығатай һәм татар төркөмдәренән тора. Һуңғыһына Күкләшев татар, ҡаҙаҡ (ҡырғыҙ), башҡорт, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасай (ҡорағай), ҡарағалпаҡ һәм мишәр шиүәләрен индерә.
1893 йылда Ырымбурҙа билдәһеҙ автор (фараз ителеүенсә, мәктәп уҡытыусыһы Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов ярҙамында рус миссионеры, төрки телдәре белгесе В. В. Катаринский) төҙөгән 92 битле «Ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлек» баҫылып сыға. 1899 йылда В. Катаринский 2500 башҡорт һүҙенән торған «Башҡортса-русса һүҙлек» нәшер итә. Был һүҙлек ХХ быуат башына тиклем донъя күргән баҫмаларҙың иң тулыһы булып тора.
1892 йылда башҡорттар өсөн рус алфавиты нигеҙендә беренсе әлифба нәшер ителә, артабан ул 1898 һәм 1908 йылдарҙа ҡабатлап баҫыла. ХХ быуат башында А. Г. Бессоновтың («Букварь для башкир», 1907), Н. Ф. Катановтың («Азбука для башкирского языка»), М. А. Ҡулаевтың («Основы звукоподражания и азбука для башкир», 1912) һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре сыға[4].
Ж.Ғ.Кейекбаевтың «Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы» (1966) хеҙмәтендә лексика һәм фразеологияны өйрәнеүҙең фәнни нигеҙҙәре һалына. Э. Ф. Ишбирҙин «Башҡорт теле лексикаһының тарихи үҫеше» («Историческое развитие лексики башкирского языка»; 1986) тигән монографияһында башҡорт лексикаһының формалашыуы һәм үҫеш тарихы мәсьәләләрен тикшерә. Лексиканы өйрәнеү проблемалары Ғ. Ғ. Ҡаһарманов, З. Ғ. Ураҡсин, Ф. Ғ. Хисамитдинова, М. Х. Әхтәмов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә ҡарала. З. Ғ. Ураҡсиндың «Башҡорт теленең фразеологияһы» (1975) монографияһында башҡорт фразеологияһы үҙенсәлектәре тикшерелә, фразеологик берәмектәр классификациялана.
60‑сы йылдарҙан башлап ономастика, айырыуса топонимика (А. Ә. Камалов, Ф. Ғ. Хисамитдинова, Р. З. Шәкүрев һәм башҡалар) һәм антропонимика (Т. Х. Күсимова, З. М. Рәйемғужина) буйынса тикшеренеүҙәр әүҙемләшә.
Диалектологтар М. И. Дилмөхәмәтов, Н. Х. Ишбулатов, С. Ф. Миржанова, Н. Х. Мәҡсүтова, У. Ф. Нәҙерғолов һәм башҡалар башҡорт диалекттарын һәм һөйләштәрен өйрәнә. Мәҡсүтованың «Башҡорт теленең көнсығыш диалекты (сағыштырма-тарихи йүнәлештә)», Миржанованың «Башҡорт теленең көньяҡ диалекты» (1979), «Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты (формалашыуы һәм хәҙерге торошо)» (1991) тигән хеҙмәттәре нәшер ителә.
Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы өлкәһендә — Ә. М. Аҙнабаевтың һәм В. Ш. Псәнчиндең «Башҡорт теленең тарихи морфологияһы (сағыштырма-тарихи тикшеренеү тәжрибәһе)» (1976) китабы, библиография йүнәлешендә «Башҡорт тел ғилеме буйынса библиография» (1969), «Башҡорт тел ғилеме» библиографик күрһәтмәһе (1— 3‑сө өлөштәр; 1980—1997) нәшер ителә.
Башҡорт әҙәби теленең үҫеш тарихы мәсьәләләре И. Ғ. Ғәләүетдиновтың, Э. Ф. Ишбирҙиндең, Р. Х. Халиҡованың «Башҡорт әҙәби теленең тарихы» коллектив монографияһында (1993) ҡарала.
↑[Мәхмүт Ҡашғари[. Диван лугат ат-турк (Свод тюркских слов): В 3-х томах / Пер. с араб. А. Р. Рустамова под ред. И. В. Кормушина; предисл. и введ. И. В. Кормушина; примеч. И. В. Кормушина, Е. А. Поцелуевского, А. Р. Рустамова; Институт востоковедения РАН: Институт языкознания РАН. — М.: Восточная литература, 2010. — Т. 1. — С. 22. — 464 с. — (Памятники письменности Востока. CXXVIII, 1 / редкол.: Г. М. Бонгард-Левин и др.). — 800 экз. — ISBN 5-02-018202-8, ISBN 978-5-02-036424-0.
↑История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 409. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.