Мәхмүт Ҡашғари
Мәхмүт Ҡашғари | |
---|---|
Файл:2015-09-11-080312 - Upal, Mausoleum des Uigurischen Philologen Muhamad Al Kashgari.JPG | |
Тыуған көнө | 1029 |
Тыуған урыны | |
Вафат булыу көнө | 1101 |
Вафат булыу урыны | |
Эшмәкәрлек төрө | лексикограф, географ, диалектолог, лингвист |
Ижад итеү йылдары | 1029 — наст. время |
Әҫәре теле | Төрки телдәр |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Викикитапханала һылтанмаған яҙыусылар тураһында мәҡәләләр
Мәхмүт Ҡашғари, Мәхмүт ибн әл-Хөсәйен ибн Мөхәмәт әл-Ҡашғари (уйг. مەھمۇد قەشقىرى, Мәhмут Қәшқәри,1029—1101) — Ҡашғар ҡалаһынан төрки ғалимы. Сығышы буйынса — Ҡараһанлылар хакимлыҡ иткән дәүерҙә тыуған юғары ҡатлам кешеһе.
Уның атаһы Баласуған ҡалаһында хакимлыҡ иткән. Ҡашғари Бағдад ҡалаһында эшләгән, һәм ул үҙенең «Төрки һүҙҙәренә аңлатма» (Kitâbü divân-i lûgat it-Türk) тигән хеҙмәте менән билдәле. Ҡашғари үҙенең һүҙлеге өсөн төрки илдәргә фәнни экспедицияға сығып китә. Күп йылдар төрки телле халыҡтар йәшәгән ҡалалар, ҡышлауҙар, йәйләүҙер буйлап сәйәхәт итә. Ул төрки халыҡтарҙың фольклор, йола, героик эпостарҙан өҙөктәр, тарихи риүәриәттәр, 400 яҡын мәҡәл һәм әйтемдәрен яҙып ҡалдыра. Хеҙмәтен 1074 йылда тамамлай.
Диуану лөғәт әт-төрк («Төрки һүҙҙәренә аңлатма») — фонетика, морфология һәм тел үҙенсәлектәренә бағышланған ҡомартҡы. Һүҙлек Урта Азия, Төрөкмәнстан, Волга һәм Урал буйы халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын туплаған. Мәхмүд Ҡашғари бөгөндә тел, фольклор, әҙәбиәт өйрәнеүселәргә ҡиммәтле сығанаҡ.
Мәхмүт Ҡашғари, шулай уҡ, башҡорт теле тураһында беренсе яҙма мәғлүмәт ҡалдырған шәхес булараҡ билдәле.
Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Диван лугат ат-тюрк» («Словарь тюркских наречий»), первый перевод на русский язык Зифа-Алуа Ауэзова-Эрмерс, Алматы, «Дайк-Пресс», 2006, 1300 стр.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы һәм Евразия Яҙыусылар берлеге 2009 йылдан Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе ойоштора. Унда 25 төрки телле ил һәм республикала ижадсылары ҡатнаша. Башҡортостанда бәйгене Яҙыусылар союзы «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары менән берлектә үткәрә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәхмүт Ҡашғари // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Махмуд Кашгарский спустя тысячу лет заговорил на русском языке (рус.)
- Махмуд Кашгари спустя 1000 лет… (рус.)
Был — ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |