Ибн Руста

Ибн Руста шулай уҡ Ибн Даста (Әбү Әли Әхмәт ибн Ғүмәр ибн Руста; IX быуат 2‑се яртыһы — X быуат башы) — ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ.

Биографияһы

Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көнсығыш Европа буйлап сәйәхәт итә. «Китаб әл-әләғ ән-нәфисә» («Ҡиммәтле хазиналар китабы»; 903927 йй.) хеҙмәте авторы. Көнсығыш Европа, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтарын, шул иҫәптән венгрҙарҙы (Боронғо венгрҙар), болғарҙарҙы, буртастарҙы, бәшнәктәрҙе, хазарҙарҙы тасуирлағанда Джейханиҙың, Ибн Хордадбехтың һ.б. һуңынан юғалған әҫәрҙәрен киң ҡуллана. Волга буйы Болғарының социаль—иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен, башҡорт ҡәбиләләренең территорияһы таралыуы тураһында ентекләп яҙа.

Әҙәбиәт

  • Хвольсон Д. А. Известия о хазарах, буртасах, болгарах, мадьярах, славянах и русских Абу Али Ахмед бен Омар ибн-Даста, арабского писателя X века //Журнал министерства народного просвещения. СПб., 1868. Дек.;
  • Заходер Б. Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе: Горган и Поволжье в IX—X вв. М., 1962;
  • Rona -TasAndras. A honfoglalo мagyar. Budapest, 1996.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә