Ғардизи

Ғардизи (фарс. ابوسعید عبدالحی بن ضحاک بن محمود گردیزی), тулы исеме Әбү Са’ид Абд әл-Хай ибн аз-Заххак ибн Мәхмүт Ғардизи — фарсы тарихсыһы.

Биографияһы

Уның тормошо тураһында бер нәмә лә билдәле түгел. Уның нисбәһе күрһәтеүенсә, сығышы менән Ғардиздан, Ғәзниҙән Һиндостанға бер көнлөк юл алыҫлығында. Уның Зайн әл-ахбар («Украшение известий») хеҙмәте Ғәзниүи Абд әр-Рәшит (1049—1053) осоронда яҙылған. Унда фарсы батшалары, Мөхәммәт һәм 1032 йылға тиклем хәлифтәр тарихы һәм Хорасандың ғәрәптәр баҫып алғандан алып 1041 йылға тиклем ентекле тарихы бар; шулай уҡ бында грек фәне (Дар ма’ариф-и румийан), йыл иҫәбе һәм төрлө халыҡтарҙың дини байрамдары тураһында трактаттар индерелгән. Йомғаҡлау бүлеге генеалогияға (Ансаб) һәм фәнгә (Ма’ариф) арналған; улар араһында ентекле, шулай уҡ Урта Азия географияһы өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә булған, төркиҙәр һәм Һиндостан тураһында бүлектәр бар. Ғардизи тарихи сығанаҡтарҙан өҙөмтә килтермәй; төркиҙәр тураһында бүлектә ул Ибн Хордадбехҡа, Джейхани һәм Ибн әл-Мукаффа'ға һылтана. Һиндостан байрамдары тураһында хәбәрҙәрҙе, Ғардизиҙың раҫлауы буйынса, ул Әл-Бируниҙан ишеткән, шуның һөҙөмтәһендә ул Бируниҙың уҡыусыһы тип һанала. Көнсығыштың тарихи традицияларына Ғардизи әҙ йоғонто яһай һәм цитаталар һирәк килтерелә.

Башҡорттар тураһында

Ибн әл-Мукафф (яҡынса 780 йылғы) мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп «Зәйн әл-әхбәр» («Хәбәрҙәр биҙәге») хеҙмәтендә, башҡорттар ҡыймаҡтар менән хазарҙар араһында йәшәгән, ә уларҙың башлығы Башҡорт (Башгирд, Башджурт) исемле шәхес булыуы телгә ала. Башҡорт (Башгирд, Башджурт) «хазарҙарҙың иң юғары дәрәжәлеләренән була. Ул 2000 һыбайлыһы менән хазарҙар һәм ҡыймаҡтар араһында урынлаша. Хазар ҡағаны Башҡортҡа саҡлабты ҡыҫырыҡлап сығарыу тәҡдиме менән кеше ебәрә…» тиелә унда.

Иҫкәрмәләр

  1. Bibliothèque nationale de France Abū Saʿīd ʿAbd al-Ḥayy ibn Ḍaḥḥāk ibn Maḥmūd al- Ǧardīzī // Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.

Әҙәбиәт

  • Бартольд В. В. Гардизи // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1973. — Т. VIII: Работы по источниковедению. — С. 589.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә