А. А. Ногарёв йорто
Тасуирлама
Бина урыҫ классицизмы стилендә эшләнгән, йорттоң кирбес фасады ҡупшы биҙәкле модерн стилендә башҡарылған. Бина биҙәүендә шулай уҡ ҡалҡыу биҙәүестәр ҡулланылған. Йорттоң кәртәһе һәм арка формаһындағы ҡапҡалар шулай уҡ бик үҙенсәлекле була.
Артабан архитектор Т. В. Мелякова проекты буйынса бина өлөшләтә реконструкциялана. Йортто ҡайтанан планлаштырған саҡта әүәләп яһалған биҙәүестәр һәм мейестәр ҡутарылып ташлана, стенаны биҙәгән һүрәт юҡҡа сыға. Бина күрше ҡоролма — И. И. Коротковтың йорто менән ҡушыла.
Хәҙерге ваҡытта бинала Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт Министрлығы, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге, Республика йәштәр хеҙмәт мәшғүллеге үҙәге урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ногарёва А. дома // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
- А. А. Ногарёв йорто // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Дом жилой Нагарева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2017. 2016 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған.