Беренсе йәмиғ мәсете

Өфө ҡалаһының беренсе йәмиғ мәсете — Башҡортостан Республикаһында һәм Өфө ҡалаһында иң төп мәсеттәрҙең береһе. Адресы: Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы 48-се һанлы йорт. Мәсет бинаһы мәҙәни ҡомартҡы тип иғлан ителгән.

Тарихы

undefined

Мәсет 1830 йылда Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм тәҡдиме буйынса[1] Өфө ҡалаһының 2-се гильдия сауҙагәре Хоҙайсәйетов Мөьмин Таһир улы аҡсаһына төҙөлә.

1894—1911 йылдарҙа инженер-архитектор И. Мәлев проекты буйынса реконструкция уҙғарыла.

1920-се йылдарғаса Беренсе Өфө йәмиғ мәсете Рәсәй мәсеттәре араһында төп мәсет вазифаһы ролен башҡара.

Мәсеттә «Ғосмания» мәҙрәсәһе һәм дә ике класлы урыҫ-башҡорт училищеһы булған.

1960 — 1992 йылдарҙа Беренсе йәмиғ мәсете Өфө ҡалаһында эшләп килгән берҙән-бер мәсет иҫәпләнгән.

Имам-хатибтар

Ҡыҙыҡлы факттар

undefined

Халыҡ телендә Туҡай мәсете тип йөрөтөлә[2]. Бының ике төрлө версияһы йәшәй. Беренсе версия мәсет Стәрлебаш районы биләмәһендә йәшәүсе күренекле дини эшмәкәрҙәр биргән Туҡаевтар нәҫеле менән бәйле, тиҙәр. XIX быуатта Стәрлебаш мәҙрәсәһе Рәсәй мосолмандарының дини мәркәзе булған.[3]. Икенсе версия буйынса, мәсет урынлашҡан урам ошо исем менән аталғанға күрә, шулай аталып йөрөтөлә, тиҙәр.

Әҙәбиәт

  • В память столетия Оренбургского Магометанского Духовного Собрания, учрежденного в г. Уфе. СПб., 1892.
  • Васильева О. В., Латыпова В. В. и др. Дорога к храму: история религиозных учреждений г. Уфы. Уфа, 1993.

Һылтанмалар

Ҡалып:Рәсәй мәсеттәре

Иҫкәрмәләр

  1. Азаматов Д. Д. Габдрахимов, Габдессалям. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 218. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  2. В Тукаевской мечети отметили рождение пророка(недоступная ссылка)
  3. Ахмеров А. Ю., Актуальные проблемы мусульманского образования и воспитания