Учалы йәмиғ мәсете

Учалы йәмиғ мәсете — Учалы ҡалаһында урынлашҡан ислам мәҙәни-белем биреү үҙәге. 1994 йылда асылған. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында була.

Мәсет 2 ҡатлы, ҡатмарлы планлы. Манараһы (көмбәҙе менән бергә бейеклеге — 27 м) бер яруслы, мәсет бинаһына терәтеп төҙөлгән, уратма балконы бар.

Мәсеттә 2 намаҙ залы; стеналары Ҡөрьән сүрәләре һәм орнаменттар менән биҙәлгән.

Учалы йәмиғ мәсете эргәһендә ғәрәп телен һәм ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса балалар һәм өлкәндәр өсөн курстар эшләй. Мәсет ҡаланың дини үҙәге булып тора, унда мөхтәсибәт ултырыштары, мосолман байрамдары үткәрелә.

Имам‑хатиптары

  1. И. И.Мөхәмәтйәнов (1994 й. алып),
  2. В. Ф. Тажетдинов (1997 й. алып),
  3. Д. Г. Әхмәҙиев (2006 й. алып),
  4. И. А. Мәзитов (2010 й. алып).

Учалыла шулай уҡ Зәйнулла Рәсүлев мәсете бар.