Мәҙинә (мәсет, Өфө)
Мәҙинә — Өфөләге мәсет. Ҡаланың Дим районында Гатчин урамы, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Мәсет тарихы
Өфөнөң Дим районында аҙаҡҡы ваҡытҡа тиклем тик ҙур булмаған район мәсете булған һәм ул мәсеткә килеүселәрҙең барыһын да һыйҙыра алмаған. Шуға күрә яңы мәсет төҙөү мәсьәләһе бик актуаль була. "Мәҙинә" мәсетенә 2010 йылыының көҙөндә Дим районының шәхси секторындағы ташландыҡ ерҙә нигеҙ һалына. Уның төҙөлөшө өс йыл дауамында ООО "Дорстрансстрой" фирмаһы тарафынан алып барылды. Мәсет диндарҙың хәйере һәм башҡа ситтән йәлеп ителгән аҡсаға төҙөлдө. Мәсетте төҙөүҙә бағымсылар Советы рәйесе һәм ООО "Дорстранстрой" директорҙар Советы рәйесе Марат Латыпов ҙур өлөш индерҙе.
Мәсетте төҙөү өсөн материал булараҡ "Бессер" блоктары ҡулланылды. Бинаның эске биҙәлешен Сәмәркәнд рәссамдары һәм Кипрҙан уйып һырлаусылар башҡарҙы, ҡалған биҙәлеш эштәрен Өфө оҫталары эшләне.
Мәсет асыу тантанаһы 2013 йылдың 21 октябрендә уҙҙы һәм Рәсәй Үҙәк диниә назаратының 225 йыллыҡ юбилейына арналды. Сарала Рәсәй Юғары мөфтийе Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты, шулай уҡ Истанбул мөфтийе Рахми Яран, Индонезия дини эштәр министры Сурадхорм Али, Халыҡ-ара Ислам берҙәмлеге рәйесе Хәмит Ирен әфәнде һ. б. байрамға килделәр.
Мәсет бинаһының бейеклеге 49 м. Уның 4 манараһы бар, уларҙың иң бейеге 10 метр тәшкил итә. Мәсеттең һыйҙырышлығы — 600 кеше.
Һылтанмалар
- В Демском районе Уфы открылась мечеть «Мадина» (21 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015.
- Рамиля Саляхова. Новая мечеть открылась в Уфе в рамках празднования 225-летия ЦДУМ. РИА Новости (21 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015.
- Арина Рахимкулова. В Демском районе Уфы открылась новая мечеть «Мадина». Башинформ.рф (21 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015.
- Мечеть «Мадина» открылась в Демском районе Уфы. ФедералПресс (21 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015.
- В УФЕ ОТКРЫЛАСЬ НОВАЯ МЕЧЕТЬ — «МАДИНА». Уфа-Гид (21 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015.
- Ценности ислама. Группа компаний «Дортрансстрой». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015. 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.