Ләлә-Тюльпан
«Ләлә-Тюльпан» Өфө йәмиғ мәсете (рус. Уфимская соборная мечеть «Ляля-Тюльпан») — Өфө ҡалаһында урынлашҡан ислам мәҙәни-белем биреү үҙәге. 1998 йылдың 7 апрелендә асыла[1].
Мәсет мосолман дини үҙәге булып тора, унда мосолман байрамдары үткәрелә.
Тарихы
Проект яҙ килеүен, ләләләрҙең асылыуын (был сәскә борондан төрки халыҡтарының символы) сағылдыра, ә манаралары — уның тажы[1].
Пректтың архитекторы — Дәүләтшин Вәкил Вәғиз улы[2][3][4]. Мәсет хәйриә аҡсаһына һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында төҙөлә[5]. Төҙөлөш 1989 йылда башлана һәм 1998 йылда тамамлана. Төҙөлөш эштәрен «БНЗС» тресы башҡара.
1999—2005 йылдарҙа бинала Рәсәй ислам университеты эшләй.
2001 йылда мәсет-мәҙрәсәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин Баш мөфөй Тәлғәт Тажетдин менән осраша[5].
Мәсеттең тасуирламаһы
Мәсет 50×50×21 дәүмәлендәге өс ҡатлы таш бинанан тора. Архитектура композицияһы нигеҙенә асылған ләлә сәскәһе образы һалынған. Ингән урында ләлә сәскәһе тажы рәүешендәге һигеҙ ҡырлы 53 метрлыҡ ике манара урынлашҡан. Был күрһәткес буйынса мәсет, Ҡол Шәриф (57 м) һәм Чечня йөрәге (62 м) мәсеттәренән ҡалышып, Рәсәйҙә 3-сө урында тора.
Мәсеткә вестибюль, 300 кешелек ғибәҙәт ҡылыу урыны, 200 кешелек балкон урынлашҡан өсөнсө ҡат кимәленән керергә. Ғибәҙәт залы көнсығыш стилендә биҙәлгән: диуарҙарҙағы һәм витраждарҙағы үҫемлектәр биҙәге ожмах аҡастары сәсәкәләрен символлыштыра. Диуарҙары мәрмәр һәм уралма торбалар менән йөҙләнгән. Иҙәндәренә керамика плиткаһы түшәлгән һәм балаҫтар йәйелгән. Тәҙрәләр төҫлө витраждар менән биҙәлгән. Люстралар — хрустәлдән.
Беренсе һәм икенсе (терраса) ҡаттарында ҡунаҡ бүлмәләре һәм зал урынлашҡан, унда никах, исем ҡушыу саралары уҙғарыла, мөхтәсибәт ултырыштары үтә. Мәсет ҡарамағында балалар һәм ололар өсөн мәҙрәсә һәм йәкшәмбе мәктәптәре эшләй, 100 шәкертлек уҡыу бүлмәләре, 60 кешелек дөйөм ятаҡ, ашхана һәм 130 кешелек конференция залы бар. Дөйөм алғанда мәсеткә барлығы 1000 кеше һыя[5].
Имам-хатиптары
- Г. Вәлиев (1999—2000);
- М. Тажетдин (2000 йылдан).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Расцвёл «Ляля-Тюльпан»
- ↑ Исполнилось десять лет со дня открытия мечети «Ляля-Тюльпан»
- ↑ Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2022. Архивировано 5 апрель 2016 года.
- ↑ Ф.Б. Калимуллин, Д.Б. Калимуллина «Тюльпаны у нефтяного университета» // Нефтегазовое дело, 2004. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2020. Архивировано 31 ғинуар 2020 года.
- ↑ 1 2 3 Владимир Путин посетил православный храм близ Уфы и мечеть «Ляля-Тюльпан».// Официальный сайт Президента Российской Федерации.