Туғыҙбаев Баймөхәмәт Вилдан улы

Туғыҙбаев Баймөхәмәт Вилдан улы (18841965) — башҡорт дин әһеле.

Биографияһы

Туғыҙбаев Баймөхәмәт Вилдан улы 1884 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы) Бүребай ауылында тыуған.

«Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлай. Зәйнулла Рәсүлев һәм Ризаитдин Фәхретдинов менән таныш була.

1938 йылдан Өфөлә Беренсе йәмиғ мәсетенең имам-хатибы булып хеҙмәт итә. 1945 һәм 1947 йылдарҙа Мәккә һәм Мәҙинәгә хаж ҡыла.

Шул уҡ ваҡытта, 1948 йылдан СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары диниә назаратында ҡазый, назарат ағзаһы була.

1960-сы йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары диниә назараты президиумы ағзаһы, яуаплы сәркәтибе булып хеҙмәт итә.

1965 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.

Әҙәбиәт

  • Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  • Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-243-6.