Ибраһимов бульвары

Ибраһимов бульвары (рус. Бульвар Ибрагимова) — Өфө ҡалаһындағы бульвар[2].

Элекке исемдәре: Урал урамы, Урал проспекты[3].

Оҙонлоғо буйынса Өфө ҡалаһының иң ҙур бульвары[4].

Почта индексы — 450006, 450015, 450091. ОКАТО коды — 80401390000.

Тарихы

undefined

Урал урамы XX быуат башында барлыҡҡа килә. 1967 йылда[3] татар яҙыусыһы, филолог һәм тарихсы, дәүләт эшмәкәре Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улының[5] (1887—1938) тыуыуына 80 йәш тулыуға бәйле Ибраһимов бульвары тип үҙгәртелә.

Урынлашыуы

Бульвар Өфө үҙәгендә урынлашҡан һәм Лагерная урамынан Оло Граждан урамына тиклем һуҙылған. Оҙонлоғо — яҡынса 1,8 км[6].

Ул көнбайыштан көнсығышҡа табан Запотоцкий, Карл Маркс, Ленин, Цюрупа һәм Пархоменко урамдарын киҫеп үтә.

Иҫкәрмәләр

  1. Линейка Яндекс.Карты
  2. Список наименований улиц городского округа город Уфа Республики Башкортостан Архивная копия от 23 май 2012 на Wayback Machine
  3. 1 2 Уфа от А до Я Архивная копия от 9 декабрь 2014 на Wayback Machine- Ибрагимова бульвар (Уральский проспект)
  4. Уфа. Без формата. Архивная копия от 20 июль 2012 на Wayback Machine- Галина Леонидова. Пешком по городу Гуляет солнце по бульварам
  5. Башинформ Архивная копия от 22 апрель 2012 на Wayback Machine-К 125-летию со дня рождения Галимджана Ибрагимова
  6. Линейка Яндекс. Карты

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар