Әшә (станция)

Әшә — Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе тимер юл станцияһы, ул Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһында Тыныслыҡ урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан.

Мәғлүмәт

Станцияға 1890 йылда Һамар-Златоуст тимер юлын төҙөгәндә нигеҙ һалына.

Станцияла бөтә төр йөк һәм пассажирҙар операциялары башҡарыла: инә торған юлдарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу, склад операцияларын вагон аша хеҙмәтләндереү, урындағы һәм алыҫ юлға йөрөүсе поездарға билет һатыу, багаж операциялары башҡарыла; көн һайын тейәү 25 вагон, бушатыу 35 вагон тәшкил итә.

2002 йылда станцияны юлдар оҙайтып яңынан төҙөлдө, был 1,5 саҡрым оҙонлоҡтағы һәм 9 мең тонна ауырлыҡтағы поездарҙы үткәрергә мөмкинлек бирҙе. Станция хеҙмәттәре менән ҡаланың сәнәғәт предприятиелары: металлургия, яҡтылыҡ-техник, урман-химия заводтары файҙалана[1].

Алыҫ араға хәрәкәт

2020 йылдың графигы буйынса станция аша алыҫ араға йөрөүсе түбәндәге поездар хәрәкәт итә:

Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте

Поездарҙың миҙгелле хәрәкәте

Юл-транспорт ваҡиғалары

1989 йылдың 4 июнендә 1:15 сәғәттә (3 июнь Мәскәү ваҡыты менән 23:15 сәғәттә) СССР тарихында ҙур тимер юл һәләкәте Әшә — Оло Теләк араһында була.

Иҫкәрмәләр

  1. Железнодорожный вокзал в Аше. Сайт города Аша и Ашинского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2015.