Воробьёв Николай Фёдорович

Николай Фёдорович Воробьёв (1904 йылдың 2 авгусы, Иваново, Владимир губернаһы[d]1976 йылдың 21 марты, Өфө) — табип-невролог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1936—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1951—1965 йылдарҙа ректор, бер үк ваҡытта 1953—1966 йылдарҙа нерв ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (1941). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы (1957) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). 1-се (1944) һәм ике 2‑се дәрәжә (икеһе лә 1945) Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм «Почёт Билдәһе (1953) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Воробьёв Николай Фёдорович 1904 йылдың 2 авгусында Владимир губернаһының Иваново-Вознесенск ҡалаһында[1] тыуған[2][3].

1930 йылда Пермь университетын тамамлай һәм Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһы дауаханаһында табип булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, 1931 йылдан — Өфөлә.

1936—1967 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1951—1965 йылдарҙа юғары уҡыу йорто ректоры, бер үк ваҡытта 1953—1966 йылдарҙа нерв ауырыуҙары кафедраһы мөдире.

Ғалим 1976 йылдың 21 мартында Өфөлә вафат була[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Н. Ф. Воробьёвтың ғилми тикшеренеүҙәре тапма, полиомиелит, талпан энцефалиты һәм невриттар патогенезын һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған[2]. Уның етәкселегендә «Красноусол» шифаханаһының дауалау факторҙарын периферик нервы системаһы ауырыуҙары һәм травмалары булған кешеләрҙе дауалау өсөн ҡулланыу өсөн конкрет тәҡдимдәр эшләнә. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы (1957)
  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964)
  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944)
  • Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (икеһе лә 1945)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1961)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1953)

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Иваново өлкәһенең үҙәге Иваново ҡалаһы.
  2. 1 2 3 Воробьёв Николай Фёдорови (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (баш.)
  3. 1 2 Выпускники БГМУ — ветераны ВОВ › Воробьёв Николай Фёдорович. Башкирский государственный медицинский университет. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.