Сафин Алмаз Миңнеғәли улы

Алмаз Миңнеғәли улы Сафин (рус. Алмаз Минигалеевич Сафин; 1985 йылдың 4 октябре, Раевка, Башҡорт АССР-ы2023 йылдың 14 ғинуары, Кременная[d]) — 2014 йылдан Рәсәйҙең контракт буйынса хеҙмәт итеүсе гвардия старшинаһы, десант-штурм полкының разведчик-операторы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (үлгәндән һуң, 2023).

Биографияһы

1985 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуған[1].

Урындағы 2-се мәктәптә белем ала. 9 класты тамамлағандан һуң Бердскиҙа электромеханика техникумында уҡый, 2014 йылдан Новосибирск юғары хәрби команда училищеһын тамамлағас, контракт буйынса хеҙмәт итә. Десант ғәскәрҙәренә хәрбиҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә[2].

2018 йылда Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша[3].

2022 йылдың 30 сентябренән 76-сы гвардия десант-штурм дивизияһының 237-се десант-штурм полкы составында махсус хәрби операцияла[4].

2023 йылдың 14 ғинуарында алыш барышында старшина шәхси ҡоралдан дошмандың биш яугирын юҡ итә, ҡаршы яҡтың ҡапыл һөжүм итергә маташыуын киҫәтә. Старшина Сафин ярсыҡ тейеп, ауыр яра ала, әммә һалдаттарға идара итеүен һәм дошманға төбәп ут алып барыуын дауам итә. Ярҙамға полктың өсөнсө десант-штурм батальоны составынан өҫтәмә көстәр килгәс, дошман сигенергә мәжбүр була. Дөйөм алғанда, алышта украин көстәре 50 хәрби, бер танк һәм 2 бронемашина юғалта[4][5][6][7].

Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы Шафран ауылының зыяратында ерләнгән[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ҡаһарманлығы өсөн Алмаз Сафин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2023 йылдың 17 ғинуарындағы Указы менән «хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн» үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[9].
  • Генерал Шайморатов ордены (2023, үлгәндән һуң)[1].
  • «Хәрби батырлыҡтары өсөн» миҙалы
  • «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы
  • «Хәрби хеҙмәттә 5 йыл» миҙалы

Ғаиләһе

Өйләнгән. Десантсының ике ҡыҙы һәм улы ҡалған[8].

Хәтер

  • Башҡортостанда яңы ирекле батальон Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемен йөрөтәсәк[10];
  • Новосибирск өлкәһенең Бердск ҡалаһында урамдарҙың береһенә Алмаз Сафин исеме бирелә[11];
  • 2024 йылдың 23 февралендә Новосибирск юғары хәрби училищеһында (НВВКУ) РФ Геройы уҡыу үҙәге хәрби хеҙмәткәре старшина Сафин Алмаз Миңлеғәли улының бюсы асыла[12];
  • 2025 йылдың 23 февралендә Алмаз Сафинға бюст Сочи ҡалаһының Вокзал аръяғы мемориаль комплексының Геройҙар аллеяһында асыла[13];
  • 2025 йылдың октябрь башында Тула өлкәһенең Федор Конюхов ауылында Алмаз Сафинға бюст асыла[14];
  • Өфөләге Башҡортостан Республикаһы йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге, Раевка ауылындағы 2-се урта мәктәп Герой исемен йөрөтә, унда уға бюст ҡуйылған[1];

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Е. А. Смирнов. Сафин Алмаз Миңлеғәле улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (31 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2026.
  2. Герой и его подвиг: как погиб старшина Алмаз Сафин. Газета.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025. (рус.)
  3. Герой России Алмаз Сафин не позволил ВСУ прорваться к Кременной. ИА REGNUM. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025. (рус.)
  4. 1 2 Елена Белова. Что известно об Алмазе Сафине, ставшем Героем России посмертно. Известия (17 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.
  5. Путин присвоил посмертно звание Героя России старшине Алмазу Сафину. Коммерсантъ (17 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.
  6. Боец СВО из Башкирии Алмаз Сафин удостоен звания Героя России. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2026.
  7. Путин присвоил звание Героя России погибшему в ходе спецоперации старшине. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2026.
  8. 1 2 В Башкирии простились с Героем России Алмазом Сафиным. РИА Новости (23 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.
  9. Старшине Алмазу Сафину присвоено звание Героя России (посмертно). Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.
  10. Эдуард Кускарбеков. В Башкирии новому добровольческому батальону будет присвоено имя Героя России Алмаза Сафина. ИА «Башинформ» (31 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025. (рус.)
  11. Ляйсан Закирова. В городе Бердске улицу назовут именем Героя России из Башкирии Алмаза Сафина. ИА «Башинформ» (6 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025. (рус.)
  12. Лиза Губина и Николай Баранов. В НВВКУ открыли бюст Героя РФ Алмаза Сафина в День защитника Отечества. Медиагруппа «Звезда» (23 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025. (рус.)
  13. Екатерина Палунцева. В Сочи открыли Аллею героев СВО (23 февраль 2025). 7 октябрь 2025 тикшерелгән. (рус.)
  14. Инсаф Хужабирганов. В Тульской области открыли бюст Героя России Алмаза Сафина из Башкирии. ИА «Башинформ» (7 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025. (рус.)

Сығанаҡтар