Серафимов Максим Владимирович

Максим Владимирович Серафимов (1995 йылдың 8 ғинуары, Өфө2022 йылдың 27 феврале, Украина) — Рәсәйҙең хәрби хеҙмәткәре, махсус тәғәйенләнештәге 2-се айырым гвардия бригадаһының махсус тәғәйенләнеш төркөмө командиры, өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Серафимов Максим Владимирович 1995 йылдың 8 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында тыуған[1].

Ҡаланың хәҙерге 40-сы белем биреү үҙәгендә уҡый, грек-рим көрәше менән шөғөлләнә, спорт мастерлығына кандидат нормативтарын үтәй, Башҡортостан беренселегендә еңеү яулай[2]. Бер тапҡыр 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған ҡала ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша, унда призёр (рус.)баш. була[3].

2013 йылда Рязань юғары һауа-десант команда училищеһына (Армия генералы В. Ф. Маргелов исемендәге Суворов һәм ике Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһы (РВВДКУ), 2018 йылдың февраленән гвардия училищеһы) уҡырға инә[2].

Был юғары хәрби уҡыу йортон 2018 йылда тамамлағандан һуң, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең Генераль штабы Баш идаралығының дислокация (рус.)баш. пункты Псков ҡалаһында булған 2-се айырым махсус тәғәйенләнешле гвардия бригадаһына ебәрелә[3], артабан унда махсус тәғәйенләнешле төркөм командиры була[2].

2022 йылдың 24 февраленән үҙенең формированиеһы составында Донецк Халыҡ Республикаһын һәм Луганск Халыҡ Республикаһын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнаша[2].

27 февралдә Максим Серафимов етәкселегендәге спецназ (рус.)баш. төркөмө дошмандың уты аҫтына эләгә, өлкән лейтенант оборона ойоштора һәм төркөм уны 10 сәғәттән ашыу тота. Дошмандың сираттағы һөжүме ваҡытында Серафимов эргәһенә граната килеп төшә, ул уны кәүҙәһе менән ҡаплай һәм шуның менән, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, хеҙмәттәштәрен үлемдән ҡотҡара[3][2].

2022 йылдың 10 июнендә Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратыында ерләнә[2].

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2022 йылдың 12 июлендәге ябыҡ Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Серафимов Максим Владимировичҡа үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә[2].

«Алтын Йондоҙ» миҙалы Геройҙың ғаиләһенә 2022 йылдың 1 авгусында Өфөлә тапшырыла[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (12.07.2022, үлгәндән һуң)[1];
  • Рәсәйҙең «Алтын Йондоҙ» миҙалы (12.07.2022, үлгәндән һуң)[1];
  • Башҡортостандың Генерал Шайморатов ордены (2022, үлгәндән һуң)[1].

Хәтер

  • 2022 йылдың 23 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы Геройы Максим Владимирович Серафимовтың исеме Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «Айырым предметтар тәрән өйрәнелгән 40-сы мәғариф үҙәге» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһына бирелә[4]. Ошо 40-сы мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ беркетелгән, уҡыу йортонда Герой хөрмәтенә музей булдырылған[3][1].
  • Максим Серафимов исеме Шишмә районының Алкин-2 ауылында урынлашҡан «Патриот» хәрби-патриотик паркына бирелгән[1][5].
  • 2022 йылдың 16 сентябрендә «Патриот» паркында Рәсәй Федерацияһы Геройы М. Серафимов хөрмәтенә стела[6], ә 2025 йылдың 2 авгусында — Максим Серафимовҡа һәйкәл асыла. Уның скульптураһын Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков эшләгән[7][8].
  • Йыл һайын Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Максим Серафимов иҫтәлегенә арналған Рәсәй беренселеге уҙғарыла. Сираттағыһы 2026 йылдың 29 мартында башланды[9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Серафимов Максим Владимирович. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (25 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 Серафимов Максим Владимирович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2026. (рус.)
  3. 1 2 3 4 Серафимов Максим Владимирович. Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2026. (рус.)
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 486 «О присвоении имени Героя Российской Федерации Серафимова Максима Владимировича Муниципальному бюджетному общеобразовательному учреждению «Центр образования № 40 с углубленным изучением отдельных предметов» городского округа город Уфа Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2026. (рус.)
  5. В Башкирии именем Героя России Максима Серафимова назван парк «Патриот». Проект «Депутаты» (24 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2026. (рус.)
  6. Толкачёв Константин Борисович. Открытие стелы в честь Героя России Максима Серафимова. Проект «Депутаты» (16 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2026. (рус.)
  7. В Башкирии открыли памятник Герою России Максиму Серафимову. TACC (2 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2026. (рус.)
  8. В Башкортостане открыли памятник Герою России Максиму Серафимову. Партия «Единая Россия». Официальный сайт (2 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2026. (рус.)
  9. Инсаф Хужабирганов. В Уфе стартовал турнир по борьбе памяти Героя России Максима Серафимова. ИА «Башинформ» (29 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026. (рус.)

Һылтанмалар