Дудко Борис Александрович

Биографияһы

Борис Александрович Дудко 1989 йылдың 22 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында тыуа. Урындағы 4-се урта мәктәпте тамамлай (2007). Артабан уҡыуын Ҡазан юғары танк команда училищеһында дауам итә. Уны 2011 йылда тамамлағандан һуң, Псков ҡалаһындағы 76-сы гвардия десант-штурм дивизияһына йүнәлтелә. Взвод, рота командиры, батальон командиры урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә.

Ике тапҡыр Сүриәлә командировкала була.

Махсус хәрби операцияла уның беренсе көнөнән ҡатнаша. Һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы гвардия десент-штурм дивизияһының 124-се айырым танк батальоны командирының урынбаҫары була. Хәрби бурысын уңышлы үтәгәне өсөн «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеменә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Дәүләт наградалары

Ведомство наградалары

  • «За боевые отличия» миҙалы
  • II дәрәжә «Хәрби фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы
  • III дәрәжә «За отличие в военной службе» миҙалы
  • «Участнику военной операции в Сирии» миҙалы

Төбәк наградалары

Ғаиләһе

Өйләнгән. Ҡатыны менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә.

Иҫкәрмәләр

  1. Награждённые медалями «Золотая Звезда». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 декабрь 2022 года.
  2. Хабиров наградил орденом Шаймуратова Героя России Бориса Дудко / WWW.UFA.KP.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 май 2023 года.