Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы
Рафиҡ Рәшит улы Ихсанов (рус. Ихсанов, Рафик Рашитович; 1965 йылдың 27 сентябре, Түбәнге Әүрез, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, запастағы полковник. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһынан Федерация Советы ағзаһы ярҙамсыһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. Рәсәй Геройы (2000).
Биографияһы
Рафиҡ Рәшит улы Ихсанов[1] 1965 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Түбәнге Әүрез ауылында тыуған.
Вертолетсы. Полковник (2002). Рәсәй Федерацияһы Геройы (21.04.2000).
1982 йылдың сентябренән Ҡораллы Көстәрҙә. 1986 йылда Һарытау юғары хәрби авиация (вертолет) летчиктары училищеһын тамамлай.
Афғанстанда бер йыл хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлығы өсөн III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены менән бүләкләнгән. Аҙаҡ Украинала Львов өлкәһендә хеҙмәт итә. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Рафиҡ Рәшит улы Украина антын ҡабул итергә теләмәгән офицерҙар араһында була һәм хәрби хеҙмәт урынынан китә.
1992 йылда Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-Һауа көстәре академияһына уҡырға инә. Академияны тамамлағандан һуң үҙ теләге менән Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итә.
Осоу әҙерлеге буйынса эскадрилья командиры урынбаҫары вазифаһынан полк командиры урынбаҫары вазифаһына тиклем ете йыл хеҙмәт итеү осоронда ике чечен кампанияһында ҡатнаша. Һуңынан Хәрби-Һауа көстәренең Байкал аръяғы округында полк командиры вазифаһында хеҙмәт итә.
2000 йылдың 21 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Президентының указы менән Төньяҡ-Кавказ төбәгендәге законһыҙ ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөү ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Ихсанов Рафиҡ Рәшит улына «Рәсәй Геройы» исеме бирелә.
2006 йылдан запаста. 2004 йылдан ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығы янындағы хәрби, махсус һәм ике яҡлы тәғәйенләнештәге интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен хоҡуҡи яҡлау буйынса Федераль агентлығының генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. 90-сы йылдар аҙағында булдырылған Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙары ярҙам Фондының (Мәскәү ҡалаһы) йәмәғәтселек башланғысында вице-президенты булып тора.
Батырлыҡ
«Чечен республикаһында һауа тактик десантын төшөргәндә эйәреүсе вертолеттарҙың береһе бәреп төшөрөлә. Вертолет һауала яна башлай. Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы экипажға һикерергә команда бирә. Ергә төшкәндән һуң ике минут эсендә экипаж парашюттары менән боевиктарҙың танау аҫтынан эвакуациялана»[2].
Наградалары
- «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены, 3-сө дәрәжә (5 май 1988 йыл),
- Генерал Шайморатов ордены (Башҡортостан, 2022 йыл, февраль)[3],
- «Рәхмәтле афған халҡынан яугир-интернационалистҡа» миҙалы (Афғанстан, 1988),
- Юбилей һәм ведомство миҙалдары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ихсанов Рафик Рашитович | Герои России | Наши знаменитости - 450 лет в составе России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2013. Архивировано 8 апрель 2013 года. 2013 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Герой России Рафик Ихсанов: Всегда готов служить своей малой родине. 20 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ В Башкирии 8 героев удостоились ордена Минигали Шаймуратова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2022. Архивировано 13 ноябрь 2022 года.
Әҙәбиәт
Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
Һылтанмалар
Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы. «Герои страны» сайты.
- Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Полковник Рафиҡ рәшит улы Ихсанов. потаенной Интервью «бөтә тауышҡа» № 6-2006 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- Ихсан рәсәй геройы Рафиҡ: кесе тыуған илгә һәр ваҡыт әҙер булыуын үҙегеҙгә
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.