Киселёв Николай Яковлевич

Киселёв Николай Яковлевич (19 декабрь 1913 йыл — 27 октябрь 1974 йыл) — совет политругы, Белоруссиялағы Василий Воронянский етәкселегендәге «Мститель» («Дядя Вася») партизан отряды ағзаһы, Долгиново геттоһынан 218 йәһүдтең ғүмерен ҡотҡара — уларҙы 1942 йылдың август — октябрендә 1500 километр үтеп, фронт һыҙығынан алып сыға. Донъя халыҡтары ихсаны (2005 йыл). Исеме Иерусалимда Хәтер тауында Яд ва-Шемда мәңгеләштерелә. Шулай уҡ I дәрәжә «Ватан һуғышы партизаны», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн» миҙалдары менән наградлана. Генерал Шайморатов ордены кавалеры (2024, үлгәндән һуң).

undefined

Биографияһы

Николай Яковлевич Киселёв 1913 йылдың 19 декабрендә Благовещен заводынан 20 километр төньяҡтараҡ урынлашҡан Богородское ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Благовещенск ҡалаһы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[2].

1941 йылда Мәскәүҙә Тышҡы сауҙа институтын тамамлай һәм үҙ теләге менән фронтҡа китә[3][4]. Вязьма эргәһендә ҡамауҙа ҡалған 32-се армияның 29-сы уҡсылар дивизияһында политрук булып хеҙмәт итә[5]. Әсирлеккә эләгә, ҡаса, Минск өлкәһенең Илья ауылы эргәһендә подпольщиктарға сыға. 1942 йыл башында Вилейск өлкәһенең Вилейск районында хәрәкәт иткән «Мститель» отрядына инә[3],[4].

1942 йылдың йәйендә Долгиново ауылының 3000 кешеһенән иҫән ҡалған 300 самаһы кешене фронт линияһынан алып сығыу бурысын ала. 1500 километрлыҡ походтан һуң линия һыҙығы аша 218 кешене алып сыға, уларҙың күпселеге ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ, балалар була[6].

1944 йылға тиклем һуғышта була. Һуғыштан һуң 1946 йылда Аннаға (1923—1993), йәһүдтәр төркөмөн бергә оҙатҡан элемтәсегә өйләнә[7][8].

Мәскәүҙә йәшәй һәм Тышҡы сауҙа министрлығында эшләй. Татьяна исемле ҡыҙ һәм Николай исемле ул тәрбиәләп үҫтерәләр (1941—2016)[4][8][9].

1974 йылдың 27 октябрендә вафат була. Мәскәүҙең Востряков зыяратында ерләнә[10].

Ҡаһарманлығы

1941 йылда Белоруссияның 3000 йәһүд йәшәгән Долгиново ауылы немецтар оккупацияһында ҡала.

Белоруссияны окуупациялау менән шунда уҡ йәһүдтәрҙе күпләп ҡырыу башлана. 1942 йылдың йәйенә Долгиновола 278 кеше генә[11], нигеҙҙә, ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар — урманға китеп өлгөрөүселәр йәки мөгәрәптә ултырып ҡалыусылар ғына ҡала. Белорус крәҫтиәндәре үлем язаһынан ҡурҡып, уларҙы йәшерә алмай.

Йәһүдтәр мөрәжәғәт иткән «Мститель» партизан отрядының йәһүдтәрҙе ҡабул итеү һәм йәшәтеү мөмкнлеге булмай. Партизандар Мәскәүҙәге командованиенан һорап, уларҙы фронт һыҙығы аша алып сығырға бойороҡ ала[3]. Бойороҡто үтәүҙе Николай Киселёвҡа йөкмәтәләр. Уның менән күпселекте ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар тәшкил иткән 270 кеше китә. Киселёвтан тыш, төркөмдө тағы 7 партизан оҙата бара[2].

Фронт һыҙығын сығыу айҙан ашыуға һуҙыла, отряд ике тапҡыр немец засадаһына эләгә, күптәр яралана. Бер бәрелештән һуң 50 кеше тулмай, улар менән нимә булғанын берәү ҙә белмәй. Ике яралыны — оло йәштәге ҡатын менән малайҙы урманда ҡалдырып китергә мәжбүр булалар, әммә улар иҫән ҡала[9].

Төркөмдәге иң бәләкәй ҡыҙ Берта Кремер өс йәштә була, ул бик йыш илай[12]. Фронт һыҙығына яҡынлашҡан һайын хәүефлерәк була бара. Ошондай хәүефле мәлдәрҙең береһендә Бертаның ата-әсәһе өмөтһөҙлөккә бирелә һәм төркөмдө ҡотҡарыу өсөн ҡыҙҙарын һыуға батырып үлтерергә була. Шул саҡта Николай Киселёв баланы ҡулына алып тынысландыра һәм поход ахырына тиклем күтәреп алып бара.

Оккупацияланған территория буйынса 1500 километрҙан ашыу юл үткәндән һуң Киселёв 218 кешенән торған төркөмдө фронт һыҙығы аша алып сыға («Суражск ҡапҡалары» аша[12]), һуңынан хәрби контрразведка тарафынан дезертирлыҡта ғәйепләнеп ҡулға алына. Әммә ул ҡотҡарған кешеләр уны яҡлап сыға һәм Киселёвты азат итәләр[13]. Белоруссияның Дәүләт архивында ҡотҡарылған йәһүдтәрҙең ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары П. К. Пономаренкоға мөрәжәғәте һаҡлана: «На всём протяжении пути, когда к нам явился тов. Киселёв, мы чувствовали его заботу и считаем его своим отцом и просим Вас представить его к правительственной награде», — тиелә унда.

Ҡаһарманлығы тураһында Киселёв бер кемгә лә һөйләмәгән. Киселёвтың походы тураһындағы документтарҙы Беларусь йәһүдтәренең тарихы һәм мәҙәниәте музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты Инна Герасимова таба. Белоруссия компартияһы архивында ул «Киселёв исемлеген» — уның ҡушылған бурысты үтәүе тураһындағы рапортын һәм ҡотҡарылыусыларҙың исем-фамилиялары исемлеген таба[6]. Был документ тураһында белорус тарихсыһы Аркадий Лейзеров та яҙа. Беларусь Республикаһының Милли архивында Инна Герасимова тапҡан Партизандар хәрәкәтенең Белорусс штабының 1943 йылдың 14 ғинуарындағы Н. Я. Киселёв етәкселегендәге 8 партизанды «немец тылынан 210 йәһүд ғаиләһен алып сыҡҡан өсөн аҡсалата премия (400 һумдан 800 һумға тиклем)» менән бүләкләү тураһындағы бойороҡ Киселёвтың ҡаһарманлығын раҫлау мөмкинлеге биргән төп документ була[2].

Наградалары һәм хәтер

undefined

Һуғыш ваҡытында уҡ Киселёв Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, әммә документтарҙы алып барыусы самолётты бәреп төшөрәләр һәм Киселёв наградаһыҙ ҡала[7].

I дәрәжә «Ватан һуғышы партизаны» миҙалы менән наградлана[14].

2005 йылда Израилдең Яд ва-Шем институты Киселёвҡа Донъя халыҡтары ихсаны исемен бирә. Ул ҡотҡарған 218 кешенән 2008 йылда 14-е иҫән була. Киселёвты уларҙың 2200-ҙән ашыу вариҫы, йыл һайын Тель-Авивта 5 июндә, Долгинов геттоһының һуңғы атыу датаһына йыйылып, иҫкә ала. Киселёвты улар йәһүд халҡын ҡоллоҡтан алып сыҡҡан Муса бәйғәмбәр менән сағыштыра[11].

2008 йылда Киселёвтың ҡаһарманлығы тураһында «Список Киселёва» фильмы төшөрөлә (атамаһы «Список Шиндлера (фильм)» менән оҡшаш).

Долгиново ауылында бер урам Киселёв исемен йөрөтә[15]. 2014 йылдың 9 майында Мәскәүҙең Яңы Арбат урамында бығаса исемһеҙ булған скверға Киселёв исеме бирелә[16][17], ә сквер башланған ерҙә — 7-се йорт эргәһендә — партизандар командиры хөрмәтенә иҫтәлекле таш ҡуйыла[18]. 2015 йылдың 6 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Благовещен ҡалаһында уның исемен йөрөткән паркта геройҙың һәйкәле асыла[19]. Киләсәктә Мәскәү урамдарының береһенә уның исеме биреләсәк[20]. Киселёвтың тыуған Богородское ауылында 2015 йылда мәктәпкә уның исеме бирелә[21].

2023 йылдың 16 февралендә прокатҡа Сергей Урсуляктың Николай Киселёвтың ҡаһарманлығын күрһәткән «Праведник» фильмы сыға[22].

2024 йылда ҡыҙына атаһына бирелгән Шайморатов ордены тапшырыла (үлгәндән һуң)[23].

Әҙәбиәт

  • Чернышов Валерий Повесть о партизане Киселёве. — Калининград: [В. Чернышов], 2015. — 79 с.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Kiselev Nikolai (1913 - 1974 ) // The Righteous Among the Nations Database (ингл.)
  2. 1 2 3 Инна Герасимова. «Список Киселёва»: предисловие и послесловие // Берега : газета. — 2008. — № 7 (108). — С. 3.
  3. 1 2 3 Николай Киселёв. Яд Вашем. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015. Архивировано 31 март 2018 года.
  4. 1 2 3 Рапопорт А. Рейд обречённых // Лехаим : журнал. — 2009. — № 1 (201). Архивировано 25 декабрь 2008 года.
  5. ОБД Мемориал. obd-memorial.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2014. Архивировано 4 ноябрь 2014 года.
  6. 1 2 Герасимова И. «Список Киселёва»: предисловие и послесловие // Беларусь сегодня : газета. — 2008. — 21 октябрь. Архивировано 17 ноябрь 2015 года.
  7. 1 2 Николай Киселёв — Праведник народов мира. Московский еврейский общинный центр (30 май 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 9 ноябрь 2009 года.
  8. 1 2 В Москве отметили 100-летие «башкирского Шиндлера» — героя войны Николая Киселёва. РЕСПУБЛИКА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2014. Архивировано 4 ноябрь 2014 года.
  9. 1 2 Исход. Книга войны Архивная копия от 17 октябрь 2017 на Wayback Machine Новые известия, 5 июня 2008 года
  10. Могилы знаменитостей. Некрополи Москвы. Востряковское кладбище. Киселёв Николай Яковлевич (1913-1974). m-necropol.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2023. Архивировано 8 ғинуар 2023 года.
  11. 1 2 Праведники мира — живые и мёртвые // Газета «Вести» (Израиль) от 26 июня 2008 года.
  12. 1 2 Сидорчик, Андрей. Праведник. Настоящая история подвига Николая Киселева (30.01.2023). 4 июль 2024 тикшерелгән.
  13. Нехамкин, Сергей. Снят фильм о «русском Шиндлере» // Газета «Аргументы недели», № 21 (107) от 22 мая 2008 года.
  14. Киселев Николай Яковлевич :: Память народа
  15. Список Киселёва / Документальный фильм / (журнальная версия) Журнал «Благотворительность в России». // Сайт rusblago.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2015. Архивировано 17 ноябрь 2015 года.
  16. Огилько, Ирина. В центре Москвы появится сквер имени «русского Шиндлера». // Российская газета (7 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2014. Архивировано 19 октябрь 2014 года.
  17. На Арбате появился сквер имени Николая Киселёва. // Арбатские вести, № 7 (324) (15 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2014. Архивировано 18 октябрь 2014 года.
  18. Карпова, Руслана. На Новом Арбате открыли сквер памяти героя войны // Metro Москва. — 2014. — 12 май (№ 22). — С. 3. Архивировано 4 февраль 2016 года.  (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2016)
  19. В Башкирии установили памятник Николаю Киселёву. // Сайт ufavesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2015. Архивировано 17 ноябрь 2015 года.
  20. Вышел в свет документальный фильм о подвиге белорусского партизана Николая Киселёва — Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2017. Архивировано 2 февраль 2017 года.
  21. МОБУ ООШ Им. Н.Я. Киселёва с. Богородское. list-org.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2023.
  22. Вышел трейлер нового фильма Сергея Урсуляка «Праведник»
  23. В Башкирию приехала дочь легендарного партизана. ИА «Башинформ», 22 августа 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2024)