Список Киселёва (фильм)

«Список Киселёва. Спасённые из ада» — 1942 йылдың авгусында Долгиново белорус ауылында йәшәгән 218 йәһүдте фронт һыҙығынан алып сыҡҡан «Месть» белорус отряды партизаны Николай Киселёвтың ҡаһарманлығы тураһында документаль фильм.

Фильмды «АБ-ТВ» компанияһы төшөрә, атамаһы «Список Шиндлера» фильмы аналогы итеп бирелә. Премьера 2008 йылдың 27 майында Мәскәүҙә Кино йортонда була, бик күп Рәсәй һәм сит ил телеканалдарында күрһәтелә[1].

Документаль нигеҙ

Фильм нигеҙенә политрук, немец әсирлегенән ҡасып, оккупацияланған Белоруссия территорияһында ойошторолған «Месть» партизандр отряды ағзаһы булып киткән совет офицеры Николай Киселёвтың ҡаһарманлығы һалына. "Список Киселёва"ла төп урын ошо ваҡиғаларҙың тере шаһиттарына бирелә.

1941 йылда Белоруссияның Долгиново ауылы немецтар оккупацияһында була, ауылда 5000 йәһүд йәшәй.

Йәһүдтәрҙе күпләп юҡ итеү 1942 йылда башлана, йәйгә 278 кеше, нигеҙҙә ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ғына иҫән ҡала[2]. Үлем хәүефенән ҡарҡып, белорус крәҫтиәндәре уларҙы йәшерә алмай.

Иҫән ҡалған йәһүдтәр килгән «Месть» партизан отрядында уларҙы ҡабул итеү һәм аҫырау мөмкинлеге булмай. партизандар Мәскәүҙән кәңәш һорап, уларҙы фронт һыҙығынан алып сығырға тигән бойороҡ ала.

Бойороҡто үтәргә Николай Киселёв теләк белдерә. Уның менән 270 кеше, күпселеге ҡарттар, ҡатындар, балалар булған төркөм ҡуҙғала, уларҙы 8 партизан оҙатып бара[3].

Фронт һыҙығын сығыу бер айға тиерлек һуҙыла, отряд ике тапҡыр немец засадаһына эләгә, күптәр яралана. шундай бер бәрелештән һуң 50 кеше тулмай, улар менән нимә булғаны ла билдәһеҙ. ике яралыны — оло йәштәге ҡатынды һәм бер малайҙы урманда ҡалдырып китергә тура килә, әммә улар тере ҡала.

Төркәмдә иң бәләкәйе Берта исемле ҡыҙ була, ул йыш илай. Фронт һыҙығына яҡынлашҡан һайын уның илауы хәүеф тыуҙыра. шундай хәүефле мәлдәрҙең береһендә ҡыҙҙың ата-әсәһе, аптырағандан, төркөмдө ҡотҡарып ҡалыу өсөн, Бертаны һыуға батырып үлтерергә була. Шул саҡта Николай Киселёв баланы ҡулына ала, тынысландыра һәм ахырғаса уны ҡулынан төшөрмәй. Берта иҫән ҡала[4].

Оккупацияланған территориянан 1500 самаһы километр үтеп, 218 кешене фронт линияһынан алып сыҡҡандан һуң, Киселёв хәрби контрразведка тарафынан дезертир тип ҡулға алына. Әммә ул ҡотҡарған кешеләр уны яҡлап сыға һәм Киселёвты азат итәләр[5].

Һуғыштан һуң Киселёв тышҡы сауҙа министрлығында эшләй һәм был хәл тураһында берәүгә дә һөйләмәй. 1974 йылда, үҙе ҡотҡарған кешеләрҙең береһе менән дә осрашмайынса, вафат була[6].

Израилдә Киселёвҡа тыныслыҡ илсеһе исеме бирелгән. Ул ҡотҡарған кешеләр, уларҙың балалары һәм ейәнүейәнсәрҙәре — барлығы 2200 самаһы кеше, йыл һайын 5 июндә Тель-Авивта — Долгинов геттоһындағы һуңғы атыу көнөндә йыйыла. Киселёвты улар Муса бәйғәмбәр менән сағыштыра[2].

Картина продюсеры Яков Каллер төп герой хаҡында былай ти[7]:

«Киселёв — это фактически русский Шиндлер, только жил он не в Германии, а в Советском Союзе. Но, к сожалению, в отличие от Шиндлера о нём никто ничего не знает».

Николай Киселёвтың ҡыҙы Татьяна Яков Каллер менән институтта бер төркөмдә уҡый, улар бер-береһен яҡшы белә. Әммә ҡыҙ ул ваҡытта атаһының тарихын Каллерға һөйләмәй[8].

Фильмды эшләү

Фильмдың продюсеры «АБ-ТВ» Рәсәй телекомпанияһының генераль директоры, Телевидение һәм радио Евразия академияһы Президиумы ағзаһы Яков Каллер була. «Белоруссия йәһүдтәренең тарих һәм мәҙәниәт музейы» директоры Инна Герасимова уны үҙенең тикшеренеү материалдары менән таныштыра. Тәүҙә фильмды Киселёв тураһында ғына түгел, ә Долгиново һәм йәһүдтәрҙең фажиғәһе тураһында төшөрөргә тип планлаштыралар. Һуңынан сценарий үҙгәртелә һәм бары тик Киселёвтың ҡаһарманлығын ғына яҡтырта. Фильм музейҙа һаҡланған документтарға, материалдарға, шулай уҡ ошо ваҡиғаның тере шаһиттары хәтирәләренә нигеҙләнә[3].

Фильм төшөрөү сығымдарының 60 процентын Рәсәйҙең Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлығы ҡаплай, 40 процентын продюсер таба[8]. Фильмда Игорь Кваша һәм Александр Носик тауышы яҙыла.

Ижади төркөм ваҡиғаның 14 шаһитын таба. 1942 йылда улар 3-14 йәштәрҙәге балалар була, фильм төшөрөлә башлауға исемлектә булған ололар барыһы ла вафат булып бөтә. Иҫән ҡалғандар барыһы ла Израилдә, АҠШ-та, бары тик Иосиф Каплан ғына Рәсәйҙә йәшәй[9].

Фильм 7 эпизодтан тора, уларҙың күпселек өлөшөн иҫән ҡалғандарҙың хәтирәләре тәшкил итә. Фильмда Хаим Гросбейн, Виктор Дименштейн, Мириам Гольц, Элияху Радашкович, Арье Рубин, Сима Шлехтман, Шимон Хевлин, Сима Сосенски, Иосиф Каплан, Анна-Нехама Нойман. Ехезкель Гитлич, Берта Кремер ҡатнаша[4].

Фекерҙәр

Кинорежиссёр Татьяна Лиознова фильмды ҡарағандан һуң Яков Каллерға: «Мин телевизор алдында алты йыл илағаным юҡ ине — һин мине иларға мәжбүр иттең», — ти. Рәсәйҙең Кино белгестәре һәм кино тәнҡитселәре нильдияһы президенты Виктор Матизен фильм тураһында: «Киселёв исемлегендәге» 218 йәһүдтең һәр ҡайһыһы тураһында флорентиялылар Данте хаҡында әйткән кеүек: «Ул йәһәннәмдә булды һәм унан сыҡты», — тиергә була"[10].

Фильмды 2005 йылда эшләй башлап, һуңынан баш тартҡан кинорежиссёр Валерий Балаян, уның партизандарҙың һәм урындағы поляк халҡының антисемитизмын асып еткермәй, тип иҫәпләй. Ул Белоруссиялағы ул ваҡыттағы хәл-торош контексы ҡаралмауын, шул арҡала Киселёвтың ҡаһарманлығы асылмай ҡалыуын билдәләй һәм картинаны «ярым хәҡиҡәткә ҡоролған» һәм «матур миф тыуҙырылған» тип баһалай[11].

Һарытауҙан тарих уҡытыусыһы Юлия Давыдова өлкән синыф уҡыусылары менән эшләү тәжрибәһе һөҙөмтәһендә, бындай фильмдар — уҡытыусыға Икенсе донъя һуғышы ваҡиғаларын еткереүгә ярҙам иткән ресурс, тип иҫәпләй[12].

Наградалары

Фильм төрлө кинофестивалдәрҙә 17 награда ала[13], шул иҫәптән:

  • Дүртенсе Халыҡ-ара «Победили вместе» телерадиофестивале призёры, «Партизанскими тропами» номинацияһында беренсе урын[14].
  • «Золотой бубен» XII Халыҡ-ара телевизион программалар һәм фильмдар фестивале, Гран-при[15][16][17].
  • «Золотой бубен» XII Халыҡ-ара телевизион программалар һәм фильмдар фестиваленең студенттар жюриһының махсус призы[18].
  • «ТВ-Антитеррор» фестивале дипломы һәм «Закон и Общество» Халыҡ-ара фестиваленең махсус призы[19].
  • «Листопад-2008» (бел. Лістапад-2008) фестивале, иң яҡшы документаль фильм[20].
  • «Вместе» X Халыҡ-ара телекинофорумы, Гран-при (16 сентябрь 2009 йыл, Ялта)[21].

Фильм продюсеры Яков Каллерға Рәсәй Йәһүд йәмғиәттәре федерацияһы «Телевидение» номинацияһында «Йыл кешеһе 5769» исемен бирә[13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Тыныслыҡ илселәре

Иҫкәрмәләр

  1. Список Киселёва. abtv.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 18 ноябрь 2015 года.
  2. 1 2 Праведники мира — живые и мёртвые // Вести : газета. — 2008. — 26 июнь.
  3. 1 2 Герасимова И. «Список Киселёва»: предисловие и послесловие // Беларусь сегодня : газета. — Мн, 21.10.2008. Архивировано 17 ноябрь 2015 года.
  4. 1 2 Сулькин О. Слеза ребенка // Русский Базар. — 2009. — № 38 (700). Архивировано 2 апрель 2015 года.
  5. Сергей Нехамкин. Снят фильм о «русском Шиндлере» // Аргументы недели : газета. — 2008. — 22 май.
  6. Виктор Матизен. Исход. Книга войны // Новые Известия : газета. — 2008. — 5 июнь. Архивировано 4 март 2016 года.
  7. Полковникова Т. А. Памяти Николая Киселёва: заседание киноклуба ГБОУ СОШ № 700 «Мы помним…», посвященное Дню Победы // Сост. Н.В. Анисина, З. И. Мороз, Т.Б. Пасман.; под ред. И. А. Альтмана Уроки Холокоста и нарушение прав человека в современной России: педагогический аспект : Учебно- методическое пособие. — М.: Центр и Фонд «Холокост», 2014. — С. 126—133. — ISBN 978-5-87902-316-9. Архивировано 20 ноябрь 2015 года.
  8. 1 2 Татьяна Хорошилова. Список Киселёва // Российская газета. — 11.02.2010. Архивировано 17 ноябрь 2015 года.
  9. Николай Киселёв - Праведник народов мира. Московский еврейский общинный центр (30 май 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2016. Архивировано 9 ноябрь 2009 года.
  10. Фабрикант Д. Поход из ада // Новости недели : газета. — Тель-Авив, 2011. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
  11. Балаян В. В. Фильм "Список Киселёва". Персональный сайт Валерия Балаяна (2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2015. Архивировано 7 июль 2015 года.
  12. Давыдова Ю. Ю. Документальный фильм «Список Киселёва» глазами школьников // Сост. Н.В. Анисина, З. И. Мороз, Т.Б. Пасман.; под ред. И. А. Альтмана Уроки Холокоста и нарушение прав человека в современной России: педагогический аспект : Учебно- методическое пособие. — М.: Центр и Фонд «Холокост», 2014. — С. 134—138. — ISBN 978-5-87902-316-9. Архивировано 20 ноябрь 2015 года.
  13. 1 2 Чарный С. А. Человек года Яков Каллер. Агентство еврейских новостей (25 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 18 ноябрь 2015 года.
  14. Дементьева Л. «Победили вместе» // Московская правда : газета. — 2008. — 28 май.
  15. Документальный фильм «Список Киселёва» получил гран-при «Золотого бубна». Телеканал «Культура» (26 сентябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2014. Архивировано 26 май 2015 года.
  16. Победители фестиваля
  17. Гран-при XII международного фестиваля «Золотой бубен» получил фильм московского режиссёра Юрия Малюгина «Список Киселёва»
  18. В Югре названы лауреаты XII Международного фестиваля телефильмов «Золотой бубен». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2008. Архивировано 11 октябрь 2008 года.
  19. «Вести-Северный Кавказ» получил диплом фестиваля «ТВ-РАДИО-Антитеррор». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2008. Архивировано 11 октябрь 2008 года.
  20. Лучшим документальным фильмом кинофестиваля «Лістапад-2008» стал «Список Киселёва» из России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2009. Архивировано из оригинала 26 май 2015 года.
  21. «Список Киселёва» завоевал главный приз на Международном телекинофоруме в Ялте. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 6 ноябрь 2009 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә