Юденфрай
Тарихы
Был төшөнсә тәүге тапҡыр XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килә. 1888 йылда немец антисемиттарының береһе публицист һәм нәшерсе Теодор Фрич үҙенең «Centralorgan der deutschen Antisemiten» журналында йәһүдтәр ҡатнашлығынан тыш театр төҙөүгә саҡыра. Бынан тыш, шул уҡ осорҙа йәмәғәт мунсаларын һәм башҡа бик күп йәмәғәт урындарын «йәһүдтәрҙән азат» тип билдәләү киң тарала. 1899 йылда Теодор Фрич аҙна һайын сыҡҡан Die Welt гәзитендә: «Яңы ғына йәһүдтәрҙән азат йәйге курорттар исемлеге баҫылып сыҡты», — тип яҙа[4].
Нацистар эшмәкәрлеге
Хәҙерге тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, был термин арий параграфы индерелгән ваҡытта уҡ милли-социалистарҙың һүҙлек запасына инә[5]. Һуңынан күп һанлы тораҡ пункттар һәм тотош төбәктәр властар тарафынан үҙ территорияһында йәһүдтәрҙең, урындағы халыҡтың да, туристарҙың да «кләймә, ҡара тап» булараҡ баһаланыуынан ҡотолорға тырыша. Йорттар, ауылдар, ҡалалар һәм райондар, йәһүдтәрҙән этник яҡтан таҙартылғандан һуң, «юденфрей» тип иғлан ителә. Мәҫәлән, Германия граждандарының йәһүд динендәге үҙәк союзы гәзите 1933 йылдың 14 декабрендә Төньяҡ диңгеҙҙәге Нордернай утрауының Курорт идаралығы Nordseebad Norderney ist judenfrei! (Төньяҡ диңгеҙҙәге Нордерни курорты йәһүдтәрҙән азат!") тигән яҙыулы марка сығарыуы тураһында хәбәр итә[6]. Нацистар власҡа килгәнгә тиклем утрауҙа йәһүдтәргә яҡшы мөнәсәбәттә булалар, улар унда ял итеүселәрҙең яртыһынан күберәген тәшкил итә.
Икенсе донъя һуғышы һәм артабанғы депортациялар һәм йәһүдтәрҙе күпләп юҡ ителә башланғас, был термин Өсөнсө рейх биләгән территорияларҙа ҡулланыла башлай. Польшала айнзацтөркөмдә йәһүдтәрҙе йәшәгән урындарынан геттоға күсерә, һәм 1940 йылдың башында уҡ Генерал-губернаторлыҡ "юденфрай"тип иғлан ителә[7]. Артабан Германия баҫып алған территорияларҙа йәһүдтәрҙе таҙартыу эштәре лә үткәрелә. Шулай итеп, 1941 йылдың 17 октябрендә нацист матбуғатында Люксембург, шул уҡ йылдың декабрендә Эстония «юденфрай» тип иғлан ителә.
Шул уҡ йылда был термин Европа йәһүдтәрен юҡ итеү планлаштырылыуы менән бәйле ҡулланыла. 1941 йылдың 16 декабрендә генерал-губернатор Ханс Франк үҙенең сығышында[8]:
| Йәһүдтәргә килгәндә, һеҙгә асыҡтан-асыҡ әйткем килә: уларҙы теге йәки был рәүештә бөтөрөргә кәрәк. Йәһүдтәр хәҙер беҙҙең өсөн зарарлы микробтар. Хәҙер беҙҙә Генераль хөкүмәттә яҡынса 2,5 миллион йәһүд бар, ярым йәһүдтәрҙе һәм уларға ҡарағандарҙы иҫәпкә алһаҡ, 3,5 миллион. Беҙ был 3,5 миллионды ата ла, ағыулай ҙа алмайбыҙ, әммә шуға ҡарамаҫтан, уларҙы теге йәки был рәүештә юҡ итеүгә килтерәсәк саралар күрә аласаҡбыҙ... [...] Генераль Хөкүмәт рейх кеүек үк йәһүдтәрҙән азат булырға тейеш. |
Оригинал текст (нем.)
Mit den Juden – das will ich Ihnen auch ganz offen sagen – muß so oder so Schluß gemacht werden. […]
Aber was soll mit den Juden geschehen? […] ...wir können im Ostland oder im Reichskommissariat auch nichts mit ihnen anfangen, liquidiert sie selber! Meine Herren, ich muß Sie bitten, sich gegen alle Mitleidserwägungen zu wappnen. Wir müssen die Juden vernichten, wo immer wir sie treffen und wo es irgend möglich ist... […] Man kann bisherige Anschauungen nicht auf solche gigantischen einmaligen Ereignisse übertragen. Jedenfalls müssen wir aber einen Weg finden, der zum Ziele führt, und ich mache mir darüber meine Gedanken.
Die Juden sind auch für uns außergewöhnlich schädliche Fresser. Wir haben im Generalgouvernement schätzungsweise 2,5, vielleicht mit den jüdisch Versippten und dem, was alles daran hängt, jetzt 3,5 Millionen Juden. Diese 3,5 Millionen Juden können wir nicht erschießen, wir können sie nicht vergiften, werden aber doch Eingriffe vornehmen können, die irgendwie zu einem Vernichtungserfolg führen... […] Das Generalgouvernement muß genau judenfrei werden, wie es das Reich ist.
, — тип иғлан итә.
1942 йылдың 20 ғинуарында үткән Ванзе конференцияһы протоколында ла «юденфрай» термины осрай[9].
1942 йылдың 2 октябрендә СС рейхсфюреры Генрих Гиммлер Германиялағы бөтә концлагерҙарҙы йәһүдтәрҙән таҙартыу тураһында бойороҡ сығара. Шул уҡ көндө гестапо башлығы Генрих Мюллер циркуляр ебәрә:[10]:
| СС рейхсфюреры һәм полиция бүлеге начальнигы рейхтағы бөтә концлагерҙарҙы йәһүдтәрҙән таҙартырға бойороҡ бирә, был маҡсатта уларҙы Освенцим концлагерына һәм Люблин хеҙмәт лагерына ебәрергә тейештәр. |
Оригинал текст (нем.)
Der RFSSuChefdDtPol. hat befohlen, daß sämtliche im Reich gelegenen Konzentrationslager judenfrei zu machen sind und daß sämtliche Juden in das KL Auschwitz und in das Kriegsgefangenenarbeitslager Lublin zu überstellen sind.
Ошо бойороҡҡа ярашлы Дахауҙың бөтә йәһүд әсирҙәрен Освенцимға депортациялай[11].
Әммә антинацистик ҡаршылыҡ һәм донъя халыҡтарының Тәҡүәлеләре эшмәкәрлеге арҡаһында оккупацияланған территорияларҙа нацистар һәм уларҙың союздаштары «юденфрай» урынлыштыра алмай тиерлек[1].
«Юденфрай»ҙар
Хәҙерге сәйәсәттә
Фәләстиндәрҙең Көнбайыш Иордан йылғаһының ярында йәһүдтәрҙең тораҡ пункттарын бөтөрөү талаптарын Израиль сәйәсмәндәре этник таҙартыу тип иҫәпләй[12]. 2009 йылдың 9 июлендә Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху Германияның сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер менән әңгәмәлә Иудея һәм Самарияның «юденрайн» була алмауын белдерә[13].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Юденрайн — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Holocaust Glossary (ингл.). Jewish Virtual Library. The American-Israeli Cooperative Enterprise. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2015.
- ↑ Duden, 12. Auflage 1941, hier zitiert aus: Cornelia Schmitz-Berning: Vokabular des Nationalsozialismus, 2., durchgesehene und überarbeitete Auflage, Berlin, 2007, ISBN 3-11-016888-X, S. 333.
- ↑ Die Welt, Heft 25, 23. Juni 1899.
- ↑ Schmitz-Berning, Cornelia. Vokabular des Nationalsozialismus. — 2., durchgesehene und überarbeitete Auflage. — Berlin, 2007. — S. 333. — ISBN 3-11-016888-X.
- ↑ Изображение
- ↑ Bundeszentrale für Politische Bildung: Der Zweite Weltkrieg — Krieg, Flucht und Vertreibung
- ↑ Diensttagebuch Hans Frank: 16.12.1941. Regierungssitzung
- ↑ Протокол Ванзейской конференции
- ↑ Schwindt, Barbara. Das Konzentrations- und Vernichtungslager Majdanek. Funktionswandel im Kontext der «Endlösung». — Würzburg: Königshausen & Neumann, 2005. — S. 147. — ISBN 3-8260-3123-7.
- ↑ dhm
- ↑ Dan Williams. Judenrein! Israel adopts Nazi term to back settlers (ингл.). Reuters (9 июль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2015. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2015 года.
- ↑ German FM: Settlements Remain Obstacle to Peace (ингл.). Haaretz (9 июль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2015.
Әҙәбиәт
- Vokabular des Nationalsozialismus
- Frank Bajohr: «Unser Hotel ist judenfrei». Bäder-Antisemitismus im 19. und 20. Jahrhundert. S. Fischer Verlag, Frankfurt am Main 2003, ISBN 3-596-15796-X.