Майданек
Майда́нек (пол. Majdanek, нем. Konzentrationslager Lublin, Vernichtungslager Lublin) — Нацистик Германияның Польшаның Люблин ҡалаһы ситендә урынлашҡан үлем лагеры.
Хәҙерге ваҡытта ул музейҙарҙың дәүләт реестрына индерелгән музей учреждениеһы булып тора.
Лагерь 1944 йылдың июлендә Ҡыҙыл Армияның 1-се Белорус фронты һалдаттары тарафынан азат ителә.
Лагерҙың барлыҡҡа килеүе
1941 йылдың 17 июлендә Адольф Гитлер Генрих Гиммлерға Германия баҫып алған көнсығыш территорияларҙа полиция күҙәтеүе ойоштороу тураһында бойороҡ бирә. Шул уҡ көндө Гиммлер Люблиндың СС һәм полиция етәксеһе Одило Глобочникты Генерал-губернаторлыҡ (оккупацияланған Польша) территорияһында СС структураһын һәм концлагерҙарҙар булдырыу буйынса үҙенең вәкиле итеп тәғәйенләй. Уның бурысы — концентрацион лагерҙар селтәрен булдырыуҙан тыш Польшаның көнсығыш өлөшөн тулыһынса германлаштырыу сәйәсәтен тормошҡа ашырыу. Люблин ҡалаһы һәм уның янында тотҡондар ҡулы менән төҙөлгән ҙур концентрацион лагерь Генерал-губернаторлыҡтың көнсығышында концлагерҙар селтәренең үҙәге булырға тейеш була.
Беренсе тотҡондар бында 1941 йылдың октябрендә килтерелә[1].
Лагерь майҙаны 270 гектар тәшкил иткән (хәҙер 90 гектар самаһы музей биләмәһе булараҡ файҙаланыла). Ул биш секцияға бүленә, шуларҙың береһе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнә. Лагерҙың 10 филиалы була: Будзын (Красник янында), Грубешов, Люблин, Плашов (Краков янында), Травники (Вепш янында) һ.б. Тотҡондар кейем етештереү фабрикаһында һәм «Штейер-Даймлер-Пух» ҡорал заводында эшләй.
Тотҡондар һаны
Оҙаҡ ваҡыт Майданек аша 1 500 000 тотҡон үткән[2], уларҙан 300 000-дән ашыу тотҡон, шул иҫәптән 200 000 йәһүд һәм 100 000-гә яҡын поляк юҡ ителгән тигән статистика була[3]. Әлеге ваҡытта Майданек дәүләт музейының әҙәбиәтендә һәм экспозицияһында аныҡланған мәғлүмәттәр килтерелә: лагерҙа бөтәһе 150 000-гә яҡын тотҡон була, 80 000-гә яҡын кеше үлтерелә, шуларҙың 60 000-е йәһүд[4].
Лагерь тотҡондарын үлтереү
Кешеләрҙе газ камераларында күпләп юҡ итеү 1942 йылда башлана. Ағыулы газ сифатында башта углерод монооксиды, ә 1942 йылдың көҙөнән Циклон Б ҡулланыла[5].
Майданек — был газ ҡулланылған ике үлем лагерының береһе ике үлем лагерының береһе (икенсеһе — Освенцим).
Мәйеттәрҙе яндырыу өсөн беренсе крематорий 1942 йылдың икенсе яртыһында (2 мейесле), икенсеһе 1943 йылдың сентябрендә (5 мейесле) эшләй башлай. Тотҡондарҙы юҡ итеү Майданек төҙөлгәндән уның алып аҙағынаса башҡарылған, йыш ҡына атҡандар.
«Эрнтефест» операцияһы
1943 йылдың 3 һәм 4 ноябрендә лагерь территорияһында «Уңыш байрамы» (нем. Aktion Erntefest) кодлы операция үткәрелә. Операция барышында эсэссылар Майданек, Пониатова һәм Травники лагерҙарында Люблин өлкәһенең бөтә йәһүдтәрен үлтерә. Дөйөм алғанда, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 40 меңдән 43 меңгә тиклем кеше һәләк була (уларҙың 18 меңе Майданектә).
1943 йылдың ноябренән башлап тотҡондар лагерь эргәһендә 100 метр оҙонлоҡтағы, 6 метр киңлектәге һәм 3 метр тәрәнлектәге соҡорҙар ҡаҙа. 3 ноябрь иртәһендә лагерҙың һәм яҡын-тирәләге лагерҙарҙың бөтә йәһүдтәрен Майданекҡа алып киләләр. Эсэссылар соҡор тулыһынса кеше кәүҙәләре менән тулғансы атып үлтерәләр. Атып үлтереү ваҡытында тауышты баҫыу өсөн күңелле музыка уйнаған[6]. Бынан һуң мәйеттәрҙе йоҡа ғына ер ҡатламы менән ҡаплап торғандар, һуңынан яндырғандар.
Лагерь 1944 йылдың июлендә Ҡыҙыл Армияның 1-се Белорус фронты һуғышсылары тарафынан юҡҡа сығарыла.
Мемориал
Майданек концлагеры территорияһында Холокост ҡорбандарына тарихта беренсе һәйкәл ҡуйыла. Ул 1953 йылдың майында асыла[7].
Әлеге ваҡытта Майданек лагеры территорияһында мемориаль музей эшләй.
Лагерь биләмәһенә ингән урында 1969 йылда Көрәш һәм шәһитлек һәйкәле ҡуйыла (проект архитекторы — Виктор Толкин).
Крематорий һәм атып үлтереү соҡорҙары янында бетон көмбәҙле мавзолей төҙөлгән, уның аҫтында лагерь ҡорбандарының көлө йыйып һалынған.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Залесский К. «СС. Охранные отряды НСДАП». М., 2004. С. 328—329.
- ↑ СС в действии: Документы о преступлениях СС / Пер. с немецкого. — Москва, 1969. — С.354.
- ↑ Майданек — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Данные официального сайта Государственного музея Майданек. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2013. Архивировано из оригинала 21 июль 2013 года.
- ↑ Пахалюк К. А. Концентрационный лагерь Люблин (Майданек): краткая история // Концентрационный лагерь Майданек. Исследования. Документы. Воспоминания / Под ред. К. А. Пахалюка, Л. А. Терушкина. — М.: Пятый Рим, 2020. — С. 40—49. — ISBN 978-5-6043327-7-1.
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июль 2016. Архивировано из оригинала 17 август 2016 года.
- ↑ Мемориалы Холокоста: возникновение жанра
Әҙәбиәт
- Горбатов Б. Лагерь на Майданеке // Правда. — 11 августа 1944. — № 192.
- Залесский К. СС. Охранные отряды НСДАП. — М.: Эксмо, 2004. — С. 328—329. — 656 с. — ISBN 5-699-06944-5.
- Кузьмин С. Т. Сроку давности не подлежит. — М.: Издательство политической литературы, 1985. — С. 106—112.
- Концентрационный лагерь Майданек. Исследования. Документы. Воспоминания / под ред. К. А. Пахалюка, Л. А. Терушкина. — М.: Пятый Рим, 2020. — 496 с.
Һылтанмалар
- Официальный сайт государственного музея Майданек (инг.) (пол.)
- http://hauster.de/data/simonovsu.pdf - факсимиле трех номеров газеты «Красная звезда» от 10-12 августа 1944 года, с очерком Константина Симонова «Лагерь уничтожения» — первая публикация о Майданеке, с фотографиями О.Кнорринга
- История возникновения лагеря, свидетельства очевидцев