Нацистик Германияның үлем лагерҙары

Файл:Холокост в Европе.png
Йәһүдтәрҙе үлем лагерҙарына ташыу картаһы

Үлем лагерҙары (рус. Лагеря́ сме́рти, нем. Vernichtungslager, юҡ итеү лагерҙарҙы) — халыҡтың төрлө төркөмдәрен күпләп юҡ итеү өсөн учреждениелар.

Фашистик Германияла тәүге концлагерҙар нацист режимына ҡарашы шикле кешеләрҙе изоляциялау һәм интернирлау маҡсатында булдырыла. Әммә тиҙҙән улар немец оккупацияһына эләккән дәүләттәрҙә һәм илдәрҙә төрлө милләт кешеләрен, дошмандарҙы йәки «түбән раса» төркөмдәре вәкилдәрен баҫыу һәм юҡ итеүсе гигант машинаға әүерелә һәм йәһүдтәрҙе юҡ итеү буйынса нацистик сәйәсәт алып барыуҙа хәл иткес роль уйнай.

1941 йылдан алып кешеләрҙе юҡ итеү өсөн махсус тәғәйенләнгән 4 лагерь булдырыла, тағы ла ике концлагерь шулай уҡ күпләп үлтереүгә яраҡлаштырыла.

Тасуирламаһы

Нацистар йәһүд мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү өсөн ҡулланған үлем лагерҙары йәһүдтәрҙе һәм сиғандарҙы күпләп үлтереү өсөн тәғәйенләнә. Бындай лагерҙарға Хелмно, Треблинка, Белжец, Собибор («Рейнхард операцияһы» лагерҙары), шулай уҡ оккупацияланған Польшаның Майданек һәм Освенцим (улар ҙа концлагерҙар була) инә[1].

Ҡайһы бер сығанаҡтар үлем лагерҙарына тотҡондарҙы күпләп юҡ иткән башҡа концлагерҙарҙы ла индерә: Хорватияла Ясеновац (сербтар һәм йәһүдтәр өсөн лагерҙар системаһы), Белоруссияла Кесе Тростенец, Украинала Яновский концлагеры, Озаричи лагеры һәм башҡалар.

Юҡ итеү алымдары

undefined
undefined

Освенцимда һәм Майданекта йәһүдтәргә һәм сиғандарға ҡарата башҡарылған ғәмәлдәрҙең типик эҙмә-эҙлеге: килгәндән һуң шунда уҡ (кешеләр юлда вагондарҙа һыуһауҙан һәм һауа етмәүҙән үлә): вагондарҙан сыҡҡас тиҙ арала юҡ итеү өсөн һайлап алыу; юҡ итеү өсөн һайлап алынғандарҙы газ камераларына шунда уҡ ебәреү. Тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы, ҡарттарҙы һәм эшкә һәләтһеҙҙәрҙе һайлап алалар. Ҡалғандарға номер татуировкалау, ауыр хеҙмәт, аслыҡ көтә. Сирләгән йәки хәлһеҙләнгән кешеләрҙе шунда уҡ газ камераларына оҙаталар.

Треблинкала, Хелмнола, Белжецта, Собиборҙа газ камераларынан мәйеттәрҙе йыйып алып, яндырырға, шулай уҡ үлтерелгәндәрҙең әйберҙәрен сорттарға айырырға ярҙам иткәндәрҙе һәм лагерь һаҡсыларын хеҙмәтләндергәндәрҙе генә ваҡытлыса тере ҡалдыралар. Ҡалғандары шунда уҡ юҡ ителергә тейеш була.

Үлемгә хөкөм ителгән кешеләрҙең ҡаршы тороуына миҫалдар

Үлемгә хөкөм ителгән кешеләрҙең ҡаршылыҡ күрһәтеү миҫалдары билдәле. 1942 йылдың ноябрендә Треблинка лагерында баш күтәргән Шидлиц геттоһы йәһүдтәре лагерь һаҡсылары тарафынан үлтерелә; 1942 йылдың аҙағында шул уҡ лагерҙа Гродно геттоһынан килгән йәһүдтәр ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә. 1943 йылдың авгусында тотҡондар Треблинканың ҡорал складтарына бәреп инә һәм лагерь һаҡсыларына һөжүм итә; 150 баш күтәреүсе ҡасып китә, әммә йөҙҙәрсә кеше тотола һәм үлтерелә.

1943 йылдың октябрендә Собибор лагеры тотҡондары баш күтәрә; кәртәләрҙе аша сыҡҡан 400 кешенең 60-ы ҡасып китә һәм совет партизандарына ҡушыла.

1944 йылдың октябрендә Освенцимда йәһүд зондеркомандаһы ағзалары, немецтарҙың уларҙы юҡ итергә ниәтләнеүе тураһында белеп ҡалып, крематорийҙы шартлаталар, шунан һуң баш күтәреүселәрҙең барыһы ла тиерлек һәләк була[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. KILLING CENTERS. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2016. Архивировано 6 май 2017 года.
  2. концентрационные лагеря — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)

Әҙәбиәт

  • Горбатов Борис Леонтьевич. «Лагерь на Майданеке» // От Советского Информбюро... 1941-1945. Публицистика и очерки военных лет. В двух томах / Сост. С. Красильщик. — М.: Агентство печати «Новости», 1982. — Т. 2. 1943-1945 гг.. — 480 с.
  • Хильберг Рауль. Уничтожение евреев Европы. — Yale: Yale University Press, 2003. — 1388 p.

Һылтанмалар

https://osvencim-auschwitz-birkenau.ru/ Документы, фотографии, показания выживших концлагеря Освенцим.

  • Освенцим (нем. Аушвиц) // Энциклопедия Холокоста (электронное издание Encyclopedia of the Holocaust, In Association with Yad Vashem, The Holocaust Martyrs' and Heroes' Remembrance Authority, Dr. Robert Rozett and Dr. Shmuel Spector, Editors, Yad Vashem and Facts On File, Inc., Jerusalem Publishing House Ltd, 2000.)
  • Кристи Нильс Охранники в концлагерях (Опубликовано в книге: Christie N. Fangevoktere i konsentrasjonsleire: En sosiologisk undersøkelse av norskefangevoktere i «serberleirene» i Nord-Norge i 1942-43. Oslo: Pax, 1972.; Пер. с норвеж. А. С. Турунтаевой; Комм. А. С. Турунтаевой и Тарасова Александра Николаевича]])