Йәһүд полицияһы

Йәһүд полицияһы (рус. Еврейская поли́ция,нем. Jüdischer Ordnungsdienst) — нацистар оккупацияһы ваҡытында һәр йәһүд геттоһында барлыҡҡа килгән тәртип тәьмин итеү органы.

Барлыҡҡа килеүе һәм структураһы

undefined
undefined

Йәһүд полицияһын булдырыу инициаторы — Адольф Эйхмандың урынбаҫары, СС гаупштурмфюреры Алоис Бруннер. Эшен Берлинда йәһүд полицияһын булдырыуҙан башлай, улар йәһүдтәрҙе Көнсығыштағы геттоларға һәм лагерҙарға депортацияларға ярҙам итә. Формаль рәүештә улар тейешле геттоларҙы етәкләгән йәһүд советтары — юденраттарға буйһона. Йәһүд полицияһы башлығы, ғәҙәттә, Юденрат ағзаларының береһенән һайлана.

Йәһүд полицияһын туплау немецтар һәм Юденрат етәкселәре ҡатнашлығында бара. Ғәҙәттә, уларҙа ҡорал булмай; полиция ағзаларына резина таяҡтар йөрөтөргә рөхсәт ителгән. Әммә Германия властары алдында үҙҙәрен күрһәткән йәһүд полицейскийҙарына атыу ҡоралы тоторға рөхсәт ителә. Ҡорал шулай уҡ саралар ваҡытында, мөһим объекттарҙы һаҡлау өсөн һәм төнгө сменалар өсөн сығарылған. Йәһүд полицияһы етәкселәре һәм командирҙарының, ғәҙәттә, Юденрат ағзаларының, һәр ваҡыт үҙҙәре менән ҡорал (пистолет һәм ҡул гранаталары) йөрөтөргә хоҡуғы булған[1].

Варшава геттоһы полицияһы башында элекке поляк полицияһы полковнигы Юзеф Шеринский тора.

Функциялары

Йәһүд полицияһы функцияларын өс төргә бүлергә мөмкин:

  • юденрат аша йәки оккупацион властарҙан алынған немец бойороҡтарын үтәү;
  • юденраттың бойороҡтарын үтәү: иғәнә йыйыу;
  • йәһүд йәмғиәтенең эске ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү: гетто урамдарын, геттоға инеү һәм сығыу юлдарын һаҡлау.

Тәүге ике төргә штраф һәм һалым йыйыу, мөлкәтте конфискациялау, мәжбүри эшкә йыйыу, баҫып алыуҙарҙа һәм ҡулға алыуҙарҙа ҡатнашыу, халыҡты лагерҙарға һәм атып үлтереү урындарына этаплап ебәреү, гетто эсендә күҙәтеү, партизандарҙы һәм подпольщиктарҙы асыҡлау инә. Шул уҡ ваҡытта йәһүд полицияһы ағзалары үҙҙәре лә подпольщик булған йәки подполье менән бәйләнештә торған. Улар араһында гестапо агенттары байтаҡ була.

Өсөнсө төргә йәмәғәт урындарында тәртип һәм таҙалыҡ һаҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш инә.

Йәһүд полиция хеҙмәткәрҙәренең атыуҙарҙа ҡатнашҡан айырым осраҡтары ла бар. 1942 йылдың 27 октябрендә Вильнюс геттоһы башлығы С. Деслер етәкселегендә йәһүд полицияһының 7 ағзаһы Ошмяны ҡалаһында (Беларусь) 406 кешене күпләп үлтереүҙә ҡатнаша[2]. Вильнюс геттоһынан йәһүд полицейскийҙары йәһүд колонналарын Аукштейи-Паняряйға үлтереүн урынына оҙатып бара. Шулай уҡ 1942 йылда Вильнюс геттоһында 6 йәһүд енәйәт эштәре өсөн аҫып үлтерелә[3].

Полиция ағзаларының яҙмышы

Йәһүд полицияһы башҡа йәһүдтәрҙе эҙәрлекләүҙә немецтарға әүҙем ярҙам итһә лә, шул иҫәптән уларҙы концлагерҙарға ебәрһә лә, уның ағзаларының күбеһе, ахыр сиктә, Холокосттың башҡа ҡорбандары яҙмышын уртаҡлаша, әммә барыһы ла түгел. Вильнюс, Каунас һәм Шяуляй йәһүд полицияһының элекке ағзаларының ҡайһы берҙәре 1944 йылдың йәйендә НКВД тарафынан ҡулға алына һәм немецтар менән хеҙмәттәшлек иткән өсөн хөкөм ителә[4].

Варшава геттоһында йәһүд полицияһы 2500 самаһы кеше иҫәптә тора; Лодзь ҡалаһында 1200 кешегә тиклем; Львовта 500 кешегә тиклем; Вильнюста 250 кешегә тиклем[5].

Вестерборк концлагерындағы йәһүд полицияһы (Голландия) нацистар менән хеҙмәттәшлек иткәндә тотҡондарға ҡарата ҡаты бәғерлелеге менән айырылып торған. Голландия һәм Европаның башҡа илдәренән килгән йәһүдтәрҙән тора. «Ordnungsdienst» ағзалары яза блогын һаҡлау һәм концлагерҙа дөйөм тәртип һаҡлау өсөн яуаплы була. «OD» билдәһен йөрөтөү лагерь буйынса 1943 йылдың 23 апрелендәге 27-се бойороҡ менән индерелә[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Станкерас, 2009, с. 102
  2. Станкерас, 2009, с. 105—106
  3. Станкерас, 2009, с. 106
  4. Станкерас, 2009, с. 116
  5. Hilberg, 2003, p. 310
  6. Приказ № 27 от 23 апреля 1943. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2007. Архивировано 9 март 2021 года.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

урыҫ телендә
  • Альтман И. А. Глава 4. Гетто и лагеря на территории СССР. § 3. Юденраты и еврейская полиция // Холокост и еврейское сопротивление на оккупированной территории СССР / Под ред. проф. Асмолова Александра Григорьевича. — М.: Научно-просветительный центр «Холокост», 2002. — С. 106-118. — 320 с. — ISBN 5-83636-007-7.
  • Станкерас П. Литовские полицейские батальоны 1941-1945 годы. — М.: Вече, 2009. — 304 с. — (Враги и союзники). — ISBN 978-5-9533-3897-4.
башҡа телдәрҙә

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар