Рига геттоһы

Рига геттоһы рус. Ри́жское ге́тто — Ригала гитлерсылар тарафынан ойошторолған йәһүд геттоһы. Ул 1941 йылдан 1943 йылға тиклем булған.

Барлыҡҡа килеүе

Рига геттоһы Остланд рейхскомиссары Г. Лозе бойороғо буйынса 1941 йылдың 21 октябрендә ҡала ситендәге Мәскәү форштадтында, Риганың рус-йәһүд кварталында ойошторола[1]. 25 октябргә Рига йәһүдтәрен геттоға мәжбүри күсереү тамамлана һәм ҡапҡаларға һаҡ ҡуйыла. Гетто тотҡондары картотекаһы буйынса, 20 ноябрҙә геттола 29 602 кеше йәшәй, шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге 5 652 бала[2]. Тәүҙә ул сәнскеле сым, артабан алты метрлыҡ ҡойма менән кәртәләнә. Юденрат менән юрист М.Эльяшев етәкселек итә.

12 ноябрҙә Берлинда СС обергруппенфюреры Фридрих Еккельн Гиммлерҙан гетто халҡының күпселеген юҡ итеүҙе талап иткән бойороҡ ала[3].

28 ноябрҙә оккупанттар геттоны бүлеү тураһында бойороҡ сығара: эшкә һәләтле йәштәге (17-60 йәшлек) ир-егеттәрҙе "бәләкәй"гә урынлаштыралар. Улар 4,5 мең самаһы ине. «Бәләкәй» һәм «ҙур» геттолар араһындағы сик Лудзас урамы буйлап үтә[4]. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм балалар «ҙур» гетто территорияһында ҡала һәм «хеҙмәт» лагерына «күсергә» әҙерләнергә тейеш була, шәхси әйберҙәрен генә алырға рөхсәт ителә[5]

«Ҙур геттоны» юҡ итеү

Гетто бүленгәндән һуң бер көн үткәс, 30 ноябргә ҡарай төндә тотҡондарҙы юҡ итеү буйынса тәүге акция үтә. 1941 йылдың 8 декабрендә Риганың көньяҡ сите янында урынлашҡан Румбула урманында А эйнзацтөркөмө латыш коллаборанистары менән берлектә 26 меңгә яҡын йәһүдте үлтерә, уларҙың күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар була[3].

«Немец геттоһы» и «Бәләкәй гетто»

1941 йылдың декабренән Германия, Австрия һәм Чехословакия йәһүдтәре Рига геттоһына ебәрелә, унда уларҙы Reichsjudensghetto («Немец геттоһы», сөнки унда тотҡондар немец телендә һөйләшә) тип аталған урынға урынлаштыралар. Шул рәүешле Ригаға яҡынса 11 мең кеше килтерелгән. Килеп еткәс, тотҡондарҙан бөтә шәхси әйберҙәрен тартып алалар. Инвалидтарға һәм оло йәштәгеләргә консерва заводында эш вәғәҙә ителә, әммә уларҙы Бикерниеки йәки Дрейлини урмандарында үлемгәндәр. Бәләкәй генә тәртип боҙоу өсөн үлем язаһы бирелгән, үлем язаһы Иҫке йәһүд зыяратында башҡарылған[4]. «Бәләкәй» гетто 1943 йылдың 2 ноябренә тиклем була, һайлап алыуҙан һуң эшкә яраҡһыҙ ирҙәр үлтерелә, ә һөнәре булғандар Кайзервальд концлагерына күсерелә[4].

Ҡаршылыҡ

1942 йылдың яҙынан "бәләкәй гетто"лағы латыш йәһүдтәре ҡаршылыҡ хәрәкәтен ойошторорға тырыша. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар Латвия антифашистик ойошмаһы ярҙамы менән вермахт келәттәренән ҡорал һатып ала йәки урлай, һуңынан улар йәшерен рәүештә геттоға индерә. 1942 йылдың 28 октябрендә Овсей Окун етәкселегендә 11 кеше геттонан сығырға маташа. Партизандарға ҡушылырға өмөтләнеп, бер йөк машинаһын ҡулға алыуға өлгәшәләр. Улар засадаға эләгә һәм сәғәт ярымлыҡ алыш һөҙөмтәһендә ҡаршылыҡ ағзаларының барыһы ла һәләк була. Бынан һуң гетто администрацияһы бойороғо буйынса 82 кеше үлтерелә.

1943 йылдың ноябрь башында гетто бөтөрөлә һәм унда йәшәүселәр Рига-Кайзервальд концлагерына күсерелә.

Хәтер

2010 йылдың сентябрендә Маскавас урамында, Ҡыҙыл аҙбарҙар районында Рига геттоһы музейы асыла.

Билдәле ҡорбандар

Иҫкәрмәләр

  1. Рига — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  2. Смирин, 2006, с. 91
  3. 1 2 Смирин, 2006, с. 94
  4. 1 2 3 CitaRiga. Малое гетто. Другая Рига. Cita Rīga. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2020. Архивировано 20 февраль 2020 года.
  5. Малнач, Александр. ПО КРОВАВЫМ СЛЕДАМ ПАМЯТИ: «ЗАПИСКИ» ЭЛЬМАРА РИВОША. docplayer.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2020.

Әҙәбиәт

  • Уничтожение евреев в Латвии 1941—1945. (ред. М. Баркаган), Рига, 2008 ISBN 978-9984-9835-6-1
  • М. Бобе. Евреи в Латвии, Рига, 2006, ISBN 9984-9835-3-6
  • Д. Зильберман. «И ты это видел», Рига, «BOTA», 2006, ISBN 9984-19-970-3
  • Smirins, G. Rīgas ebreji nacistiskās okupācijas laikā (1941–1944) // HOLOKAUSTS LATVIJĀ Starptautiskās konferences materiāli, 2004. gada 3.– 4. jūnijs, Rīga, un 2004.–2005. gada pētījumi par holokaustu Latvijā. — Rīga: Latvijas Vēstures institūts, 2006. — С. 83—117. — ISBN 9984-601-59-5. Архивная копия от 24 март 2012 на Wayback Machine
  • Рига: Энциклопедия = Enciklopēdija «Rīga» / Гл. ред. П. П. Еран. — 1-е изд.. — Рига: Главная редакция энциклопедий, 1989. — С. 251—252. — 880 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-89960-002-0.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар