Каунас геттоһы
Каунас геттоһы (рус. Ка́унасское ге́тто, лит. Kauno getas) — Икенсе донъя һуғышы ваҡытында нацистар тарафынан Литваның Каунас ҡалаһында ойошторолған йәһүд геттоһы, Остланд рейхскомиссариаты.
1941 йылдың 1 авгусында Литва хөкүмәте немец хәрби коменданттары бойороғо буйынса "Йәһүдтәр тураһында положение"ны раҫлай, уға ярашлы йәһүдтәргә тик махсус торлаҡ райондарында — геттоларҙа йәшәргә ҡушыла. Каунаста Вилиямполе (элекке Слободка) биҫтәһе шундай район була, унда 30 мең йәһүд мәжбүри күсереп ултыртыла.
Бынан йәһүдтәрҙе Каунас штраф төрмәһенең яҡындағы бүлексәһенә — IX фортҡа ҡыуып ебәрәләр, унда уларҙы аталар. Бер көндә генә, 1941 йылдың 28 октябрендә, ҡәлғәлә 10 мең йәһүд атыла.
Каунас геттоһы 1944 йылдың июленең тәүге яртыһында бөтөрөлә һәм яндырыла, геттоны бөтөрөү ваҡытында уның 2000 тотҡоно һәләк була, ә 6000-е Германияға оҙатыла. 500-ҙән саҡ ҡына ашыу йәһүд геттонан ҡасып өлгөрә, Һәм Көньяҡ Литва һәм Белоруссия урмандарында совет партизандарына ҡушыла. Һуғышҡа тиклем Каунаста йәшәгән 37 мең йәһүдтең 3 меңе генә иҫән ҡала.
Гетто булдырыу
Литваға баҫып инеү башланғандан һуң өсөнсө көндә немец частары Каунасҡа инә. Ул ваҡытта ҡала йәһүдтәрҙең мөһим мәҙәни һәм рухи үҙәге була[1]. Немецтар килгәнгә тиклем үк, 25—27 июндә, Алгирдас Климайтис етәкселегендәге ҡораллы литвалар Слободкала погромдар яһай, тиҙҙән был погромдар икеләтә көс менән бөтә ҡала буйлап тарала һәм немецтар килеү менән дауам итә. Меңгә яҡын йәһүдте төрмәгә ябалар, күп тә үтмәй аталар.[1],[2].
1941 йылдың июненән 15 авгусына тиклем оккупация властары ҡаланың Слободка районында гетто булдыра, ул йылға аша, ҡала үҙәгенән алыҫ урынлашҡан була. Гетто халҡы 30 мең йәһүд тәшкил итә (шуларҙан 6 мең йәһүд тәүҙә Слободкала йәшәй)[1].
Геттоның ҡоролошо
Гетто ике өлөштән тора — «ҙур» һәм «бәләкәй», уларҙы Паняру урамы аша ағас күпер тоташтыра. Һәр бүлексә сәнскеле сым менән уратып алына һәм периметр буйлап Литва полицияһы һаҡлай. Немец һаҡсылары гетто ҡапҡаларында ғына урынлашҡан була[1]. Геттола халыҡ күп була, бер кешегә бер квадрат метрҙан да кәмерәк урын тура килә[1].
«Каунас ҡан ҡойошо», 1941 йыл
1941 йылдың 15 авгусынан 29 октябренә тиклем гетто халҡы өсөн иң ҡанлы осор була[1]. 1941 йылдың 4 октябрендә немецтар һәм литвалар Каунас ҡәлғәһенең IX фортында бөтә халҡын атып үлтереп, бәләкәй геттоны бөтөрә. Дауахана пациенттары менән бергә яндырыла, йәһүдтәрҙе «тәртип боҙған» өсөн атып үлтерәләр, мәҫәлән, тротуарҙа түгел, ә юл ситендә йөрөгән, баҙарҙа аҙыҡ-түлек һатып алған һәм башҡалар өсөнref name="Dov"/>. Ул көндө 10 мең самаһы кеше үлтерелгән йәки язаланған.
28 октябрҙә иртәнге сәғәт 6-ла йәһүдтәрҙе Демократтар майҙанындағы геттоға («Конституция майҙаны»[3]) «тикшереүгә» йыялар. Немецтар һәм Литва полицияһы майҙанды уратып ала. Иртәгәһенә барыһын да IX фортҡа килтерәләр, унан пулеметтан аталар һәм алдан әҙерләнгән ҙур соҡорҙарға этеп төшөрәләр[1].
Геттола йәшерен көрәш
Геттолағы йәһүд хәрәкәтендә ҡатнашҡан һуғышҡа тиклемге йәһүд төркөмдәре йәшәү өсөн көрәшергә берләшә. Йәһүд полицияһы араһында бер нисә полицейский төрлө йәшерен төркөмдәр ағзаһы була[1].
Концлагерға үҙгәртелеүе
1943 йылдың 21 июнендә Гиммлер бойороғо буйынса бөтә Остланд геттолары бөтөрөлә һәм улар урынына концлагерҙар төҙөлә[4]. 1943 йылдың сентябрь—октябрь айҙарында Каунас геттоһы эсэссылар контроленә күсә һәм бында яҡындағы бөтә геттоларҙан йәһүдтәр килтерелә. Әсирҙәрҙе күпләп юҡ итеү башлана һәм 1944 йылдың июленә тиклем дауам итә. Балалар, ҡарттар Освенцимға оҙатыла. 27-28 мартта оло йәштәгеләрҙе һәм балаларҙы юҡ итеү буйынса махсус операция үткәрелә, һөҙөмтәлә 1300-ҙән ашыу бала һәм оло йәштәгеләр һәләк була[1].
Ҡыҙыл Армия килгеүгә бер нисә аҙна ҡалғас, гитлерсылар концлагерҙы гранаталар һәм ут ярҙамында юҡ итә башлай. Янған лагерҙан ҡасырға маташып, 2 меңгә яҡын кеше һәләк була. 1944 йылдың 1 авгусында Ҡыҙыл Армия Каунасҡа инә. Һуғышҡа тиклемге бөтә ҡалалағы йәһүд халҡының яҡынса 8 % иҫән ҡала, йәғни 2 меңдән саҡ ҡына күберәк кеше.
Билдәле тотҡондар
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Dov Levin, How the Jewish Police in the Kovno Ghetto Saw Itself. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. Архивировано 24 апрель 2009 года.
- ↑ The Chronicals of the Vilnius, Kaunas and Siaulai Ghettos, 2010, p. 9
- ↑ Уроки, вынесенные мною из Холокоста (иврит). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2010. Архивировано 11 март 2014 года.
- ↑ Международная школа преподавания и изучения Катастрофы, Yad Vashem. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 9 август 2014 года.
Әҙәбиәт
- Mishell, William W. Kaddish for Kovno: life and death in a Lithuanian ghetto 1941—1945. — Chicago, 1988.
- Tory, Avraham. Surviving the Holocaust: the Kovno Ghetto diary. — Cambridge, 1990.
- Oshry Ephraim. The annihilation of Lithuanian Jewry — New York, 1995.
- Hidden history of the Kovno Ghetto. — Boston, 1997.
- Биргер Труди. На завтрашнем пожарище: Воспоминания о холокосте в соавторстве с Джефри Грином. — СПб., 2001.
- Ganor, Solly. Light one candle: a survivor’s tale from Lithuania to Jerusalem. — New York, 2003.
- Лазерсон Виктор, Лазерсон-Ростовская Тамара. Записки из каунасского гетто Архивная копия от 18 май 2017 на Wayback Machine. — М., 2011.
- Левин Дов (тарихсы) and Brown, Zvie A. The story of an underground: the resistance of the Jews of Kovno in the Second World War. — Jerusalem, 2014.
- Jolanta Paskeviciene. The Chronicals of the Vilnius, Kaunas and Siaulai Ghettos. — Vilna Gaon State Jewish Museum, 2010. — 16 с. — ISBN 978-9955-767-12-1.
Һылтанмалар
- Американский музей памяти Катастрофы Архивная копия от 17 сентябрь 2009 на Wayback Machine (инг.)
- Информация о каунасском гетто Архивная копия от 25 октябрь 2016 на Wayback Machine (инг.) на сайте Хосэ Гутштейна
- Jewish children on the streets of the Kovno ghetto. Lithuania, 1941-1943 (ингл.). Yad Vashem. — photo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2012. Архивировано 19 август 2012 года.