Вильнюс геттоһы
Вильнюс геттоһы (рус. Ви́льнюсское ге́тто) — Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Литвала фашистар тарафынан ойошторолған йәһүд геттоларының береһе.
Ике йыл эсендә уның 40 мең самаһы кеше йәшәгән халҡы тулыһынса тиерлек юҡ ителә. Бер нисә йөҙ генә гетто тотҡоно урманға ҡаса, совет партизандарына ҡушыла йәки урындағы халыҡ уларҙы йәшереп алып ҡала.
Гетто тарихы
1941 йылдың 22 июнендә Германия СССР-ға ҡаршы һуғыш башлай һәм 24 июндә немец ғәскәрҙәре Вильнюс ҡалаһына инә. Йәһүдтәргә һары сикле һәм J хәрефе булған ҡулсалар кейергә ҡушыла, үҙәк урамдарҙа һәм тротуарҙарҙа йөрөү тыйыла. Һуңыраҡ йәмәғәт транспортында йөрөү, парктарға барыу, баҙарҙарҙа иртәнге сәғәт 11-гә тиклем һатыу алыу тыйыла.
2 июлдә ҡалаға А айнзатцтөркөмө килә, ул Литва полицияһы һәм урындағы активистар менән тығыҙ бәйләнештә гетто тотҡондарын юҡ итеү буйынса акциялар башлай. Граждандар тотолған һәр йәһүд ир-егете өсөн 10 һум ала. Вильнюстан бер нисә километр алыҫлыҡтағы ҡасаба һәм Панеряй (Понары) тимер юл станцияһы янындағы урманда күпләп атып үлтереүҙәр үткәрелә. Гетто барлыҡҡа килгәнгә тиклем немецтар, Литва полицияһы һәм урындағы халыҡ активистары Вильнюстың йәһүд сығышлы 30 меңгә яҡын кешеһен юҡ итә.
31 августа, «ҙур провокация» тип аталған хәлдән һуң, «йәһүдтәр немец һалдаттарына ата» тигән хәбәр ителгәс, Иҫке ҡалала кварталдарҙың береһе территорияһында гетто ойоштороу башлана. Ошо ваҡыт эсендә, 1—3 сентябрҙә, йәһүд сығышлы урындағы 10 меңгә тиклем кешене Лукишкс төрмәһенә алып китәләр, Панеряйға алып китәләр һәм үлтерәләр. Сентябрҙә ҡаланың 40 мең самаһы йәһүден сәнскеле сым ҡоймалар менән уратып алынған геттоға ҡыуып индерәләр. Ике гетто булдырыла: оло (Руднинку, Месиню, Ашмянос, Жямайчю, Диснос, Шяулю, Лигонинес урамдары) һәм кесе (Гаоно-Стиклю, Антокольске, Жиду урамдары), Уларҙы Вокечю урамы айыра.
"Ҙур"ында — 30 мең самаһы, ә "бәләкәй"ендә 10 мең самаһы кеше тотола. 1941 йылдың октябрендә «бәләкәй» гетто бөтөрөлә.
1941 йылдың аҙағынан 1943 йылдың сентябренә тиклем геттола 15 мең самаһы тотҡон була.
Вильнюс геттоһы оккупанттар «мәҙәни тормошто» рөхсәт итә. Театр, китапхана, мәктәп эшләй[1]. 2005 йылда тотҡондарҙың ҡайһы берҙәренең майор Карл Плагге арҡаһында ҡасып ҡотола алыуы билдәле була.[2]. 2005 йылда тотҡондарҙың ҡайһы берҙәренең майор Карл Плагге арҡаһында ҡасып ҡотола алыуы билдәле була.
1943 йылдың сентябрь аҙағына гетто, ниһайәт, бөтөрөлә, тотҡондар Эстониялағы концлагерҙарға ((Вайвара)) күсерелә, Панеряйҙа атып үлтерелә йәки Польшалағы үлем лагерҙарына оҙатыла.
Ҡаршылыҡ хәрәкәте
1942 йылдың ғинуарында геттола Ицхак Виттенберг, Иосиф Глазман һәм Абба Ковнер етәкселегендәге Берләшкән партизандар ойошмаһы (Fareinikte Partisaner Organizatzie) ойошторола. Уның билдәләнгән маҡсаттары: геттола күмәкләп үҙ-ара һаҡлауҙы ойоштороу, диверсиялар яһау, партизандарға һәм Ҡыҙыл Армияға ҡушылыу[3][4][5]. Әммә был маҡсатҡа өлгәшә алмайҙар, әммә бер нисә тиҫтә кеше урманға ҡасып китә ала[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Нацистский геноцид в документах. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2011. Архивировано 9 июль 2012 года.
- ↑ The Search for Major Plagge. The Search for Major Plagge (ингл.). The Search for Major Plagge. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2019. Архивировано 30 апрель 2019 года.
- ↑ Еврейское Сопротивление Архивная копия от 22 октябрь 2008 на Wayback Machine // ТумБалалайка № 14, январь-март 2000
- ↑ Е. Ихлов: уточнения к статье Ю. Мухина Архивная копия от 25 ноябрь 2019 на Wayback Machine // nationalassembly.ru
- ↑ Из воззвания молодёжной организации Вильнюсского гетто от 1 января 1942 г. Архивная копия от 17 декабрь 2008 на Wayback Machine // holocaust.ioso.ru
- ↑ «В операции принимали участие…» Из боевого дневника еврейского партизанского отряда, 1943—1944 гг. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2012. Архивировано 13 май 2012 года.
Һылтанмалар
- Вильнюс — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Показания свидетеля Абрама Суцкевера на Нюрнбергском процессе Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine
- Э.-В. Марганавичене. Вильнюсское гетто // Экспресс неделя (перепечатка на runet.lt 6 февраля 2008)
- Chronicles of the Vilna Ghetto
- About the Holocaust Архивная копия от 18 июнь 2006 на Wayback Machine
- Jewish Partisan Group Near Vilna Архивная копия от 2 июнь 2015 на Wayback Machine
- Kurzbiographien Архивная копия от 18 март 2008 на Wayback Machine
- Partisan Rachel Rudnitzky After Liberation
- Partisans in Vilna Архивная копия от 13 май 2008 на Wayback Machine
- Partisans of Vilna Архивная копия от 12 ноябрь 2008 на Wayback Machine
- Rozka Korczak & Abba Kovner with members of the United Partisan Organization (FPO)
- Vilna Partisans 2011 йылдың 20 август көнөндә архивланған.
- Архив фотографий вильнюсского гетто
- Глик Гирш : Гимн еврейских партизан Архивная копия от 1 июнь 2012 на Wayback Machine, «Заметки по еврейской истории» № 27 21 апреля 2003 года
Әҙәбиәт
- Вильнюс // Холокост на территории СССР. Энциклопедия / Гл. ред. И. А. Альтман. — 2-е изд., испр. и доп.. — М.: РОССПЭН, 2011. — С. 157—158. — 1143 с. — ISBN 978-5-8243-1463-2.
- Альтман И. А. Холокост и еврейское сопротивление на оккупированной территории СССР / Под ред. проф. Асмолова Александра Григорьевича. — М.: Научно-просветительный центр «Холокост», 2002. — 320 с. — ISBN 5-83636-007-7.