Дахау (концентрацион лагерь)

Даха́у (рус. Дахау (концентрационный лагерь), нем. Dachau) — 1933 йылда ойошторолған нацистик Германияның тәүге концентрацион лагерҙарының береһе. Башта унда «раса гигиенаһы» тигән ялған фәнни теорияға ярашлы, арий расаһын «бысратҡан» кешеләр тотола: йәһүдтәр, инвалидтар, психик ауырыуҙар, «йәмғиәткә ҡаршы элементтар». Һуңыраҡ лагерҙа шулай уҡ нацистик режимға ҡаршы булған сәйәси тотҡондар, Икенсе донъя һуғышы башланғас, хәрби әсирҙәр урынлаштырыла[1].

Дахау концлагеры тотҡондарын Бөйөк Ватан һуғышы башланғас язалайҙар[2]. Ваҡыт үтеү менән концлагер тотҡондарын юҡ итеү киң ҡолас ала. 1945 йылға, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Дахауҙа 41,5[3][4] — 70 мең[1] кеше юҡ ителә. был иҫәпкә Ҡыҙыл Армияның хәрби әсире, СССР-ҙың һәм башҡа илдәрҙең тыныс граждандары инә.

Дахау лагеры АҠШ-тың 7-се армияһы тарафынан 1945 йылдың 28 апрелендә азат ителә. Был ваҡытта унда 30 меңдән ашыу тотҡон була[2]. 1965 йылда концлагерь урынында мемориаль музей асыла[5].

undefined

Тарихы

undefined

1933 йылдың 22 мартында Дахау (Бавария федераль ере) ҡалаһы эргәһендә төҙөлә. Дахау концлагерын буласаҡ комендант Теодор Эйке боеприпастар етештереү заводы урынында проектлай. Дахау башҡа концентрацион лагерҙар өсөн өлгө булып һанала[6].

Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем Дахауҙа «арий расаһын бысратыусы» тип һаналған кешеләр тотола. Бынан тыш, унда нацистар сәйәсәтенә ҡаршы тороусылар, тәү сиратта коммунистар һәм социалистар урынлаштырыла. Концлагерь яза биреү системаһы һәм тотҡондарға физик һәм психологик йоғонто яһауҙың башҡа формалары һыналған тәүге «һынау майҙансығы» булып тора. 1941 йылдың көҙөндә концлагерҙарҙа лагерҙарҙан һайлап алынған совет хәрби әсирҙәрен һәм политработниктарын күпләп язалай башлайҙар, кәм тигәндә 34 000 совет хәрби әсире үлтерелә[7].

Концентрацион лагерь эшләгән осорҙа унда бөтәһе 70 меңдән ашыу кеше юҡ ителә[1].

undefined

Лагерь тотҡондарын азат итеү

Дахауҙа эшләгән Вальтер Нефф һәм Георг Шерер етәкселегендәге йәшерен ойошма 1945 йылдың 28 апрелендә, америка ғәскәрҙәре килгәнгә тиклем бер көн алда, ихтилал күтәрә, тере ҡалған тотҡондарҙы юҡ итеү планын юҡҡа сығара.

Америка Ҡушма Штаттарының 45-се пехота дивизияһы лагерҙы 1945 йылдың 29 апрелендә азат итә. Америка һалдаттары, Дахауҙа язаланған тотҡондарҙың мәйеттәре һалынған 39 поезд вагонын үҙ күҙҙәре менән күрә һәм әсирлеккә бирелергә теләүсе концлагерь һаҡсыларын үҙ ирке менән (бойороҡһоҙ) атып үлтерә.

АҠШ хәрби командованиеһы был осраҡ буйынса тикшереү үткәрә. Әммә 7-се армия командующийы генерал Джордж Паттон, ғәйеплеләрҙе трибуналға биреүҙән баш тарта. Эш рәсми рәүештә ябыла[3].

1945 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында лагерь администрацияһының иҫән ҡалған 40 хеҙмәткәрен хөкөм иткән Америка хәрби трибуналы ғәйепләнеүселәрҙең барыһын да ғәйепле тип таба, 38 кеше үлем язаһына хөкөм ителә. Лагерҙың элекке хеҙмәткәрҙәре өҫтөнән икенсе суд процесы 1947 йылда үткәрелә. Суд тағы 117 кешене кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙә ғәйепле тип таба[2].

Билдәле тотҡондар

undefined

Мемориаль саралар

2015 йылдың 3 майында Германияла Дахау концлагерын азат итеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы хәтер саралары үтә. Был дата уңайынан шул уҡ исемдәге мемориаль комплексҡа ГФР-ҙың бөтә мөйөштәренән сәйәсмәндәр, элекке тотҡондар, Америка һалдаттары килә.

Иҫтәлекле саралар барышында һәләк булғандар иҫтәлегенә веноктар һалына, ғибәҙәт ҡылыуҙар үткәрелә[5].

2019 йылдың 4 сентябрендә Дахау мемориаль комплексында Ҡыҙыл Армияның туҡһан ике әсирен — «Хәрби әсирҙәрҙең туғанлыҡ берлеге» йәшерен ойошмаһы етәкселәрен язалап үлтереүгә 75 йыл тулыу айҡанлы хәтер тантанаһы үтә. Сараны Александр Печерский фонды ойоштора[8].

Матәм тантанаһы барышында ҡунаҡтар подпольщиктар язаланған крематорий янына веноктар һала.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Аристов С. В. Повседневная жизнь нацистских концентрационных лагерей. — М.: Молодая гвардия, 2017. — 320 с. — (Живая история: Повседневная жизнь человечества). — ISBN 978-5-235-03936-0.
  2. 1 2 3 История концлагеря Дахау. ТАСС (29 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2023.
  3. 1 2 Зотов Г. «Убивать пленных немцев — добро». Как американцы вырезали охранников Дахау. aif.ru. Аргументы и факты (29 апрель 2020).
  4. KZ Dachau 1933–1945 (нем.). KZ-Gedenkstätte Dachau.
  5. 1 2 В ФРГ прошли мероприятия по случаю освобождения концлагеря Дахау. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2023.
  6. Первый концентрационный лагерь в фашистской Германии в Дахау. РИА Новости (20130322T0300+0400). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020. Архивировано 7 август 2020 года.
  7. Шнеер А. И. Плен Архивная копия от 28 ноябрь 2017 на Wayback Machine
  8. Алексей ОСИПОВ | Сайт «Комсомольской правды». В немецком концлагере Дахау состоялась церемония памяти «Братского Союза военнопленных». KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (9 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2020. Архивировано 13 июнь 2020 года.

Әҙәбиәт

  • Бондарец В. И. Военнопленные: Записки капитана / Художник Ю. Ребров. — М.: Молодая гвардия, 1960. — 288, [16] с. — 160 000 экз. (в пер.)
  • Бикташев В. М. Мы старше своей смерти: Записки узника Дахау / Лит. запись С. С. Саитова при участии В. Я. Канторовича. — Изд. 4-е, доп. и перераб. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1990. — 352 с. — 60 000 экз. (1-е изд. — 1966; 3-е изд., доп. и перераб. — 1978)
  • Дахау / Вишлёв О. В. // Григорьев — Динамика. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 352. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 8). — ISBN 978-5-85270-338-5.
  • Маркс Дж. ЦРУ и контроль над Разумом: Тайная история науки управления поведением человека: В поисках «маньчжурского кандидата» / Пер. с англ. В. Ф. Енгалычева. — М.: Международные отношения (издательство), 2003. — 312 с. — (Секретные миссии). — ISBN 5-7133-1144-9. (в пер.)
  • Рар Г. А. По этапам Третьего рейха // Судьбы поколения 1920-1930-х годов в эмиграции. — М.: Русский Путь, 2006. — 472 с. — ISBN 5-85887-253-0. (в пер.)
  • Wachsmann, Nikolaus. «The dynamics of destruction: The development of the concentration camps, 1933—1945». In Caplan, Jane; Wachsmann, Nikolaus (eds.). Concentration Camps in Nazi Germany: The New Histories. Routledge. pp. 17-43. ISBN 978-1-135-26322-5. — 2009.
  • Buggeln, Marc. «Forced Labour in Nazi Concentration Camps». In De Vito, Christian Giuseppe; Lichtenstein, Alex (eds.). Global Convict Labour. BRILL. pp. 333—360. doi:10.1163/9789004285026_014. ISBN 978-90-04-28501-9. — 2015.

Тема буйынса өҫтәмә