Треблинка

Требли́нка (нем. Treblinka) — ике концлагерҙан Треблинка I («хеҙмәт лагеры» тип аталған) һәм Треблинка II (үлем лагеры) торған.

Нацистар лагерҙарҙы Генерал-губернаторлыҡ (оккупацияланған Польша) территорияһында, Варшаванан төньяҡ-көнсығышҡа табан 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан Треблинка ауылынан алыҫ түгел (Мазовецкое воеводствоһы) ерҙә ойоштора. Треблинка II үлем лагеры 1942 йылдың 22 июленән 1943 йылдың октябренә тиклем эшләй. Төрлө баһалар буйынса, лагерҙа бөтәһе 750 меңдән 810 меңгә тиклем кеше үлтерелә (иң күп ҡорбандар Польшаның Освенцим ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан Аушвиц 2 лагерында, хәҙер иң билдәле үлем лагерында ғына була). Ҡорбандарының күпселеге — (99,5 %) Польша йәһүдтәре[1], ә 2000-гә яҡыны сиғандар.

Тарихы

1942 йылдың 17 апрелендә СС рейхсфюреры Генрих Гиммлер Варшава районы башлығы Арпад Вигандҡа Треблинка лагерын төҙөү тураһында бойороҡ бирә. Төҙөлөш 1942 йылдың май аҙағында башлана.

Лагерь майҙаны 24 гектар тәшкил иткән, тирә-яғы 3 метр бейеклектәге ике ҡатлы ҡойма менән уратып алына, шулай уҡ 3 метр тәрәнлектәге канау ҡаҙыла. Тәүге өс газ камераһы, һәр береһенең майҙаны 48 м², Собибор үлем лагерындағы кеүек төҙөлә. 1942 йылдың 22 июлендә Варшава геттоһынан һәм Варшава өлкәһенең көнсығыш райондарынан йәһүдтәрҙе Треблинка I лагерына килтерә башлайҙар. 1942 йылдың август-октябрендә дөйөм майҙаны 320 м² булған ун өҫтәмә газ камераһы төҙөлә[2][3].

Әле Польша тарихсылары Треблинкала үлтереүҙә ғәйеплеләрҙең исемлеген төҙөй[4]. Треблинкала иҫән ҡалған Сэмюэль Вилленберг интервьюһында һаҡсылар эсэссыларҙан һәм күбеһенсә украиндарҙан тора, немецтар украиндарҙан айырым тора һәм шулай уҡ уларҙы күҙәтәләр. Лагерҙан ҡиммәтле әйбер урламаһындар, тотҡондар менән бәйләнеш булдырмаһындар өсөн уларҙы күҙәтеүһеҙ ҡалдырып булмай ине, ти[5][6].

undefined

Тотҡондарҙан уларҙы үлем көтөүен йәшерәләр. Был күпселек осраҡта ҡаршылыҡ акттарын булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Көнбайыш һәм Үҙәк Европанан күп кенә йәһүдтәр лагерға пассажир поездарында (үҙҙәре һатып алған билеттар менән) килә, улар үҙҙәрен яңы йәшәү урынына алып киләләр тип уйлай. Көнсығыш Европанан йәһүдтәрҙе йөк вагондарында, һаҡ аҫтында, аҙыҡ-түлекһеҙ, һыуһыҙ килтерәләр.

Кеше менән тултырылғандан һуң, йыуыныу бүлмәләре итеп йыһазландырылған камераларға ауыр танк двигателенән сыҡҡан газдар ебәрелә, икенсе ысулы — камераларҙан һауаны һурҙырып алалар. Тотҡондар, ярты сәғәт үткәс, тын ҡыҫылыуҙан үлә. Кәүҙәләре башта ҙур дөйөм ҡәбергә күмелә, әммә 1943 йылдың яҙында Гиммлер лагерға килгәндән һуң лагерҙа кремация мейестәре ҡуйыла. Гиммлер үлтерелгәндәрҙең бөтә кәүҙәләрен ҡаҙып алып яндырырға ҡуша[7].

undefined

1943 йылдың 2 авгусында Треблинка II-лә лагерь эшләүсе тотҡондар ентекле планлаштырылған баш күтәрә, һөҙөмтәлә улар араһында ҡайһы берҙәре ҡасып өлгөрә[7]. Лагерь үҙе, гитлерсылар планлаштырғанса, юҡҡа сығарыла, бина ҡалдыҡтары һүтелә, территорияла әсе борсаҡ сәселә.

Мемориал

Треблинка II лагеры урынында мемориаль мавзолей һәм символик зыярат төҙөлә. Тель-Авивтың Нахалат Ицхак зыяратында Треблинка үлем лагерында һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориал ҡуйылған.

Хәрби енәйәтселәр өҫтөнән судтар

1951 йылда Франкфурт суды Йозеф Хиртрейтерҙы ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итә. Һаулығы арҡаһында 1977 йылда азат ителә, 1978 йылдың 27 ноябрендә Франкфурт ҡалаһында вафат була.

1964 йылдың 12 октябренән 1965 йылдың 3 сентябренә тиклем Дюссельдорфта лагерь хеҙмәткәрҙәре өҫтөнән суд процесы үтә. Лагерь коменданты Курт Франц һәм тағы ла өс ғәйепле ғүмерлеккә, 5 ғәйепләнгән кеше 3 йылдан 12 йылға тиклем хөкөм ителә. Бер ғәйепләнеүсе суд барышында үлә, икенсеһе аҡлана.

Иҫкәрмәләр

  1. Treblinka — ein Todeslager der «Aktion Reinhard», in: «Aktion Reinhard» — Die Vernichtung der Juden im Generalgouvernement, Bogdan Musial (ed.), Osnabrück 2004, pp. 257—281.
  2. Энциклопедия Катастрофы — Треблинка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.
  3. Треблинка — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  4. Радио Польша. Польские историки создают список ответственных за убийства в Треблинке (11 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2015. Архивировано 4 март 2016 года.
  5. Йозеф Паздерка (Josef Pazderka). Воспоминания о Треблинке - перевод. «Интернет-проект «ИноСМИ.RU» (20 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2015. Архивировано 18 май 2015 года.
  6. Josef Pazderka. Některé věci se nedají vyslovit - (original). http://respekt.ihned.cz/+(8 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2015. Архивировано 18 май 2015 года.
  7. 1 2 Василий Семенович Гроссман. Треблинский ад. — Москва: "Воениздат", 1958.

Әҙәбиәт

  • Треблинка. Исследования. Воспоминания. Документы. / Сост. К. А. Пахалюк, Л. А. Терушкин и др.; отв. ред. К. А. Пахалюк. — М.: Российское военно-историческое общество; Яуза-каталог, 2021. — 688 с.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар