Һары йондоҙ
Һары йондоҙ (рус. Жёлтая звезда или Лата, шулай уҡ «һары билдә» йәки «хурлыҡ билдәһе»[1]) — билдәле бер тарихи осорҙарҙа ҡайһы бер дәүләттәрҙә, һуңғы тапҡыр Холокост осоронда Германия властары контроле аҫтындағы территорияла, йәһүдтәр тағырға тейеш булған айырыу билдәһе[2]. Ул йәһүдтәрҙе йәмәғәт урындарында айырып күрһәтеү өсөн кәрәк булған[3].
Англияла Генрих III тарафынан баҫтырылған дискриминациялы «Йәһүдтәр статуты» тәүге тапҡыр 1253 йылда телгә алына, унда 7 йәштән өлкән бөтә йәһүдтәргә айырылып торған билдә булараҡ һары йондоҙ тағырға кәңәш ителә; 1275 йылда уның улы Эдуард I тарафынан яҙылған ошондай уҡ устав мәжбүри ҡуша[4].
Йәһүдтәрҙе сегрегациялау билдәләре
Урта быуаттарҙа мосолман һәм христиан илдәрендә йәһүдтәр өсөн айырым билдәләр ҡулланғандар һәм дини билдә буйынса антисемитизм сәйәсәтенең бер өлөшө булып торған[1]. 1933 йылда нацистар Германияла власҡа килгәс, Икенсе донъя һуғышы ваҡытында башҡа бер нисә илде һәм территорияны баҫып алғандан һуң, йәһүдтәрҙе раса критерийҙары нигеҙендә сегрегациялау практикаһын тергеҙә.
Нацистарҙың талаптары
Нацистар 1939 йылда Польшаға баҫып ингәс, был илдең йәһүдтәре һары йондоҙҙо мотлаҡ тағырға тейеш була. Кейемдәренең алғы һәм артҡы өлөшөндә һары йондоҙ тағыу талабын боҙған йәһүдтәргә ҡаты яза биреләсәге иҫкәртелгән[5]. Беренсе булып, юғары етәкселектең күрһәтмәләрен көтмәйенсә, бындай бойороҡто 1939 йылдың 24 октябрендә Влоцлавек ҡалаһы коменданты оберфюрер Крамер сығара. Был бойороҡ, йәшенә һәм енесенә ҡарамайынса, бөтә йәһүдтәргә ҡағыла. 1939 йылдың 1 декабренән һары йондоҙ тағыу бөтә Генерал-губернаторлыҡта индерелә[6].
Йыш ҡына лата һары төҫтәге туҡыма киҫәгенән алты осло йондоҙ рәүешендә эшләнә[7].
Латтан тыш нацистар йәһүдтәрҙән беләккә алты осло йондоҙло аҡ беләҙек бәйләргә ҡуша[7], уға шулай уҡ йорт һәм фатир номеры яҙылырға тейеш була[8].
Көнсығышта һары йондоҙ тағыу йәһүдтәргә ҡарата тәүге сикләүҙәрҙең береһе була. Белоруссияла, 1941 йылдың 7 июлендәге 1-се бойороҡҡа ярашлы, йәһүдтәр 10 йәштән һары йондоҙ төшөрөлгән аҡ төҫтәге беләҙекте мотлаҡ бәйләп йөрөргә тейеш[7]. Латвияла һары йондоҙ йөрөтөү тураһында бойороҡ оккупацион властар тарафынан 1941 йылдың 13 авгусында[9], Эстонияла — 1941 йылдың 11 сентябрендә сығарыла[10].
Әммә Көнбайыш Европаның ҡайһы бер оккупацияланған илдәрендә, Көнсығыш Европанан, СССР-ҙан һәм Германиянан (шул иҫәптән Австриянан) айырмалы рәүештә, был талап башҡа, йомшағыраҡ дискриминация сараларынан һуң индерелә. Мәҫәлән, Голландияла һары йондоҙ тағыу 1942 йылдың 9 майында ғына[11], Францияның оккупацияланған зонаһында — 1942 йылдың 29 майында ғына индерелә[12].
Нацистарҙың союздаштары ла һары йондоҙҙо дискриминация билдәһе итеп ҡуллана. Атап әйткәндә, 1941 йылдың 22 майында Хорватия йәһүдтәре һары йондоҙ йөрөтөргә бойороҡ ала[13]. Румынияның бер нисә оккупацияланған территорияһында йәшәүсе йәүһүдтәргә бындай күрһәтмә 1941—1942 йылдарҙа бирелә[14].
Исламсыларҙың ҡулланыуы
2001 йылда Афғанстанда исламсы талибандар режимы тәүге хакимлыҡ осорҙа хөкүмәт "Афғанстан Ислам Әмирлеге"ндәге аҙ һанлы индустарҙан йәмәғәт урындарында һары билдәләр тағыуҙы талап итә. Был талибандарҙың дини аҙсылыҡ вәкилдәрен мосолман общинаһынан айырыу һәм идентификациялау планының бер өлөшө була[15].
Был талаптарҙы Һиндостанда һәм АҠШ-та дин тотоу азатлығын тупаҫ боҙоу тип иҫәпләйҙәр һәм ҡаршылыҡ акциялары тыуҙыра[16]. Антидиффамация лигаһы рәйесе Авраам Фоксман талибандар фарманын нацист Германияһының йәһүдтәргә ҡаршы практикаһы менән сағыштыра[17]. АҠШ-та был мәсьәлә буйынса бәхәстәр барышында ҡайһы бер конгрессмендар һәм сенаторҙар, Афғанстандағы һиндтар аҙсылығына теләктәшлек белдереп, һары значоктар таҡҡан[18][19].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 D'Ancona, Jacob. The City Of Light (инг.). — New York: Citadel, 2003. — P. 23—24. — ISBN 0-8065-2463-4.. — «But the wearing of a badge or outward sign — whose effect, intended or otherwise, successful or not, was to shame and to make vulnerable as well as to distinguish the wearer…».
- ↑ Альтман, Холокост и еврейское сопротивление, 2002, с. 62—64
- ↑ Jennifer Rosenberg. Yellow Star (ингл.). ThoughtCo (11 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2023. Архивировано 14 май 2019 года.
- ↑ Skinner P. The Jews in Medieval Britain: Historical, Literary, and Archaeological Perspectives (инг.). — Boydell Press, 2003. — P. 52, 63. — 175 p. — ISBN 9780851159317.
- ↑ Jewish Badges during the Holocaust (ингл.). Jewish Virtual Library. American-Israeli cooperative Enterprise. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2014. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
- ↑ Encyclopaedia Judaica, 2007, p. 48
- ↑ 1 2 3 Черноглазова В. А. Уничтожение евреев Белоруссии в годы немецко-фашистской оккупации // Трагедия евреев Белоруссии в 1941— 1944 гг. : Сборник материалов и документов. — Мн., 1997. — Вып. 2. — С. 17—29. — ISBN 985627902X.
- ↑ Видео. Жизнь и смерть в Минском гетто. «Война. Известная и неизвестная». Фильм одиннадцатый. СТВ (телеканал, Белоруссия) (7 май 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 10 июнь 2010 года.
- ↑ Залманович М. Катастрофа евреев Латвии (обзорная лекция) // М. Баркаган Уничтожение евреев Латвии 1941-1945 : сборник. — Рига: Шамир, 2008. — С. 59—61. — ISBN 978-9984-9835-6-1.
- ↑ Каталог Еврейского музея Эстонии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2014. Архивировано из оригинала 14 август 2013 года., стр. 6
- ↑ Нидерланды — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Bernhard Blumenkranz. Histoire des juifs en France (фр.). — Privat, 1972. — Т. 1. — С. 397—398. — 478 с. — (Collection Franco-judaïca).
- ↑ Chronology of Jewish Persecution: 1941 (ингл.). Jewish Virtual Library. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2011. Архивировано 4 август 2011 года.
- ↑ Jewish badges from Romania (ингл.). Yad Vashem. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2022. Архивировано 11 декабрь 2022 года.
- ↑ Taleban to mark Afghan Hindus (ингл.). CNN (22 май 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2014. Архивировано 24 июль 2014 года.
- ↑ India deplores Taleban decree against Hindus (ингл.). www.rediff.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.,Rediff.com
- ↑ Taliban: Hindus Must Wear Identity Labels (ингл.). english.people.com.cn. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2013. Архивировано 21 май 2013 года.,People’s Daily
- ↑ US Lawmakers Condemn Taliban Treatment Of Hindus (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2013. Архивировано 28 октябрь 2016 года.
- ↑ US lawmakers say: We are Hindus (ингл.). www.rediff.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2017. Архивировано 3 февраль 2017 года.,Rediff.com
Әҙәбиәт
- Альтман И. А. Глава 3. Нацистский оккупационный режим на территории СССР. § 3. Правовое и социально-экономическое положение евреев // Холокост и еврейское сопротивление на оккупированной территории СССР / Под ред. проф. Асмолова Александра Григорьевича. — М.: Научно-просветительный центр «Холокост», 2002. — С. 60-73. — 320 с. — ISBN 5-83636-007-7.
- Badge, Jewish // Encyclopaedia Judaica / Ed. Скольник Фред, Беренбаум Майкл. — Second edition. — Детройт: Гейл (издательство), 2007. — Vol. 3 (Ba–Blo). — P. 45—48. — ISBN 978-0-02-865931-2.
- Отличительные значки, которые евреи были вынуждены носить во время Холокоста. www.yadvashem.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2023. — Яд ва-Шем (инг.)
Һылтанмалар
- Jewish Badges during the Holocaust (ингл.). Еврейская виртуальная библиотека. Американо-израильский комитет по общественным связям. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2012.