Ғәлиев Артур Альберт улы
Артур Альберт улы Ғәлиев (рус. Галеев Артур Альбертович; 2001 йылдың 20 сентябре, Өфө) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, махсус хәрби операция ветераны, Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].
Биографияһы
Артур Альберт улы Ғәлиев 2001 йылдың 20 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. М. Шайморатов исемендәге 104-се мәктәптә уҡый[2]. 9-сы синыфтан һуң Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжына уҡырға инә һәм уны 2021 йылда янғын хәүефһеҙлеге технигы булып тамамлай[1]. Тхэквондо буйынса спорт мастерлығына кандидат[2].
2021 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хәҙмәт ваҡыты тулғас, ике йылға контракт буйынса ҡала[2]. 2021—2023 йылдарҙа 93992-се хәрби часта хеҙмәт итә, махсус хәрби операцияның башынан алып ҡатнаша, отделение командиры була[1][3]. Күп тапҡырҙар яуҙаштарын ҡотҡара[4][5].
2023 йылдың 23 майында Красный Лиманды штурмлағанда етди яралана, һөҙөмтәлә уң ҡулы ампутациялана. Хәрби хеҙмәттән демобилизацияланыуына ҡарамаҫтан, Артур Альберт улы һаман да хәрби хеҙмәткәр булып иҫәпләнә[3].
2023 йылдың авгусынан алып — Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү республика үҙәге автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың баш белгесе.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Батырлыҡ ордены
- Генерал Шайморатов ордены
- «За боевые отличия» миҙалы[1][7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Галеев Артур Альбертович
- ↑ 1 2 3 Участник СВО Артур Галеев встретился со школьниками села Калтыманово Иглинского района Башкирии
- ↑ 1 2 3 4 Прапорщик Артур Галеев, получивший орден Мужества в 21 год, не считает себя героем
- ↑ Доброволец СВО из Башкирии встретился со спасшим его земляком на передаче Андрея Малахова
- ↑ Малахов. Герой в 20 лет: солдат ищет своего спасителя Эфир от 01.03.2023
- ↑ Артур Галеев: «Я хочу быть полезным обществу»
- ↑ 1 2 3 Герой СВО из Уфы Артур Галеев сделал предложение своей избраннице