Белов Степан Михайлович
Белов Степан Михайлович (14 июнь 1996 йыл) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, гвардия өлкән лейтенанты[1]. Үҙәк хәрби округының 2-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһының 21-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһы танк батальонының танк ротаһы командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (20 декабрь 2022)[2].
Биографияһы
Мтепан Белов 1996 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында тыуа[2][3][4].
2014 йылда ҡаланың 20-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлай.
Хәрби юлы
2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. Ҡазан юғары танк команда училищеһында белем ала[5].
После окончания училища в декабре 2018 йылда уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Үҙәк хәрби округға йүнәлтелә. Унда 21-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһында командалыҡ вазифаларында хеҙмәт итә. Танк взводы командирынан алып танк ротаһы командирына, һуңынан танк батальоны штабы начальнигына тиклем үрләй.
2022 йылдың 24 февралендә үҙ позразделениеһы составында Украиналағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Рәсәй киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәте буйынса, хәрби хәрәкәттәр башынан алып украиндарҙың 20 танкыһын юҡ итә.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2022 йылдың 20 декабрендәге «ябыҡ» Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Белов Степан Михайлович Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалына лайыҡ була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Геройы.
- Батырлыҡ ордены (2022)
- Суворов миҙалы (2022)
- Генерал Шайморатов ордены (2023)[6]
- «За боевые отличия» миҙалы (2022)
- «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалы (Минобороны, 2022)
Ҡаҙаныштарын баһалау
- С. Белов уҡыған мәктәптә «Герой партаһы» булдырыла[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 В школе города Октябрьский Башкирии открыли «Парту Героя». mgazeta.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2023.
- ↑ 1 2 3 Награждённые государственными наградами Российской Федерации. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2023.
- ↑ Сайт «Комсомольской правды». Герой России капитан Степан Белов рассказал, как уничтожил 16 танков. kp.ru - Сайт «Комсомольской правды». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2023.
- ↑ «Герои». Специальный репортаж. Анонс. Документальные фильмы. Первый канал. 1tv.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2023.
- ↑ Белов Степан Михайлович. Общественный проект «Герои Отечества». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2023.
- ↑ Радий Хабиров встретился с Героем России Степаном Беловым / Уфимские нивы