Чернавин Денис Юрьевич

Чернавин Денис Юрьевич (9 апрель 1978 йыл) — полковник. Көнсығыш хәрби округының Хәрби-һауа оборонаһы һәм Хәрби-Һауа көстәренең 11-се армияһының В. И. Ленин исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы 319-сы айырым вертолет полкы командиры (2023, Приморье крайы, Черниговка). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2023)[1]. 2009 йылда Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнаша[2].

Биографияһы

Денис Юрьевич Чернавин 1978 йылдың 9 апрелендә Рязань ҡалаһында хәрби ғаиләһендә тыуа. Уға 10 йәш булғанда атаһын Өфөгә күсерәләр һәм ул 1996 йылда баш ҡаланың 128-се урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай.

Артабанғы хеҙмәт юлын Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре менән бәйләргә ҡарар итеп, осоусыларҙың Өфө юғары хәрби авиация училищеһына уҡырға инә. 1999 йылда уҡыу йорто ябылғас, уҡыуын Сызрандә дауам итә һәм 2000 йылда уны алтын миҙалға тамамлай.

Тверь өлкәһенең Торжок ҡалаһында, Липецкиҙа, Мәскәүҙә Рәсәйҙең Һауа-йыһан көстәре баш штабының осоу инспекцияһында эшләй. 2014—2016 йылдарҙа профессор Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһында уҡый. Һуңынан Үҙәк хәрби округтың Хәрби-Һауа көстәренең 14-се армияһының 337-се айырым вертолет полкы командиры урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә.

2020—2021 йылдарҙа Таулы Карабахта Рәсәйҙең тыныслыҡ урынлаштырыусы көстәренең авиация төркөмөнә командалыҡ итә.

2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2023 йылдың июненән — Көнсығыш хәрби округының Хәрби-һауа оборонаһы һәм Хәрби-Һауа көстәренең 11-се армияһының В. И. Ленин исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы 319-сы айырым вертолет полкы командиры (2023, Приморье крайы, Черниговка)

Ҡаһарманлығы

2023 йылдың 4-7 июнендә Чернавиндың вертолеты түбәндән генә осоп, дошман ҡораллы көстәре тупланған урындарҙы утҡа тота. Һөҙөмтәлә 17 берәмек бронетехника һәм 50 дошман һуғышсыһы юҡ ителә. Дөйөм алғанда, уның иҫәбендә 400-ҙән ашыу хәрби осош, дошмандың 82 берәмек юҡ ителгән хәрби техникаһы[3].

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2023 йылдың 31 июлендәге Указына ярашлы, «хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн» полковник Денис Юрьевич Чернавинға Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Рәсәй Федерацияһы Геройы, Алтын Йондоҙ миҙалы (2023)
• Өс Ҡаһарманлыҡ ордены (2022, 2023, 2023)
• медаль «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (2023)
генерал Шайморатов ордены (2023)[4].