Солодовник Валентин Николаевич
Валентин Николаевич Солодовник (1978 йылдың 29 ғинуары, Брунталь[d]) — Рәсәйҙең хәрби хеҙмәткәре, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. Запастағы подполковник. 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының тәрбиә эштәре һәм йәштәр сәйәсәте буйынса проректоры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан). Башҡортостан Республикаһы Башлығының патриотик тәрбиә мәсьәләләре буйынса йәмәғәт башланғысындағы кәңәшсеһе[1].
Биографияһы
Солодовник Валентин Николаевич 1978 йылдың 29 ғинуарында Чехословакия Социалистик Республикаһының Брунталь ҡалаһында СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған[2].
1996—2002 йылдар — Михайловка хәрби артиллерия университетының Ҡазан филиалы курсанты[1]. Был юғары хәрби уҡыу йортонда «Электромеханика» һөнәре буйынса «инженер» квалификацияһы ала[2];
06.2002—11.2003 — Волга буйы—Урал хәрби округының 34-се мотоуҡсылар дивизияһы 276-сы мотоуҡсылар полкының гаубицалы (рус.)баш. үҙйөрөшлө артиллерия взводы командиры — гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия батареяһында өлкән офицер[2];
11.2003—04.2004 — Волга буйы—Урал хәрби округының 34-се мотоуҡсылар дивизияһы 276-сы мотоуҡсылар полкының гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия дивизионы штабының разведка начальнигы[3];
04.2004—10.2007 — Волга буйы—Урал хәрби округының 34-се мотоуҡсылар дивизияһы 276-сы мотоуҡсылар полкының гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия батареяһы командиры[2];
10.2007—03.2009 — Волга буйы—Урал хәрби округының 34-се мотоуҡсылар дивизияһы 276-сы мотоуҡсылар полкының гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия дивизионы командиры урынбаҫары — штаб начальнигы[3];
03.2009—-09.2010 — Волга буйы—Урал хәрби округының 28-се айырым мотоуҡсылар бригадаһы мотоуҡсылар батальонының миномёт (рус.)баш. батареяһы командиры[2];
09.2010—11.2011 — Волга буйы—Урал хәрби округы 28-се айырым мотоуҡсылар бригадаһының гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия дивизионы командиры[3];
11.2011—09.2012 — Көнбайыш хәрби округының 20-се гвардия дөйөм ғәскәри армияһы 5-се айырым мотоуҡсылар бригадаһының гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия дивизионы командиры[2].
09.2012—06.2022 — Үҙәк хәрби округының Өфө ҡалаһындағы хәрби комендантураһының хәрби коменданты[4][3];
2022 йылдың июненән — Өфө дәүләт авиация техник университетының[5][2], 2022 йылдың ноябренән — Өфө фән һәм технологиялар университетының тәрбиә эштәре һәм йәштәр сәйәсәте буйынса проректоры[2][6].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан Берҙәм республика һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш (2023 йылдан) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1]. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы[2] һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты[7] һәм етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың иҫәп комиссияһы[8] ағзаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Башлығының патриотик тәрбиә мәсьәләләре буйынса йәмәғәт башланғысындағы кәңәшсеһе (2022)[4].
Ғаиләһе
Солодовниктар ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Жуков миҙалы;
- Генерал Шайморатов ордены;
- «За боевые отличия» миҙалы;
- I, II, III дәрәжә «Өлгөлө хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы;
- II дәрәжә «За воинскую доблесть» миҙалы;
- Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «За укрепление боевого содружества» миҙалы[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Солодовник Валентин Николаевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Лица Партии. Солодовник Валентин Николаевич. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Солодовник Валентин Николаевич. Проект «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Валентин Солодовник назначен советником Главы Башкортостана. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт (25 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Кадровое назначение. Приказом ректора УГАТУ проректором по воспитательной работе и молодежной политике университета назначен Валентин Николаевич Солодовник. ФГБОУ ВО «Уфимский университет науки и технологий». Официальный сайт (23 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Руководство Уфимского университета науки и технологий. Проректор по молодёжной политике и воспитательной работе Солодовник Валентин Николаевич. ФГБОУ ВО «Уфимский университет науки и технологий». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по общественной безопасности, правопорядку и судебным вопросам. Состав: Солодовник Валентин Николаевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2026.
- ↑ Счетная комиссия Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва. Состав: Солодовник Валентин Николаевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2026.
Һылтанмалар
- Сайт партии «Единая Россия» «Избиратель — депутат». Депутат фракции (депутатского объединения) «Единая Россия». Солодовник Валентин Николаевич
- Сайт «Повод гордиться. Башкортостан». Валентин Солодовник
- Официальный ресурс Министерства науки и высшего образования Российской Федерации Межвузовский кампус в Уфе транслирует традиционные ценности — Валентин Солодовник
- Валентин Солодовник назначен советником Главы Башкирии по патриотическому воспитанию
- Журнал «Ветеран Башкортостана». Официальный сайт
- ИА «Башинформ», 10 мая 2022 года. Глава Башкирии Радий Хабиров рассказал о военном коменданте Уфимского гарнизона
- Радий Хабиров рассказал о настоящем патриоте