Фәтҡуллин Илһам Зөфәр улы
Илһам Зөфәр улы Фәтҡуллин (рус. Фаткуллин Ильгам Зуфарович; 1981 йылдың 7 феврале, Ябалаҡлы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй дәүләт һәм архив эшмәкәре, тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе (2016—2019). 2019 йылдың 28 октябренән Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы.
Биографияһы
1981 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Иҫке Ябалаҡлы ауылында тыуған.
Өфө ҡалаһында 1-се гимназияны тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Университеттың тарих факультетын 2003 йылда тамамлай.
Артабан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетында өҫтәмә белем ала.
2006 йылда «XVI – XVIII быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда батша хөкүмәтенең финанс-һалым сәйәсәте» темаһына тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (специализацияһы 07.00.02) — Рәсәй тарихы)[1].
2005—2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Рәсәй тарихы кафедраһында ассистент булып эшләй.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһында студия мөхәррире булып башлай.
2006 йылда Өфөнөң Орджоникидзев районы хакимиәтенә дәүләт хеҙмәтенә күсә, унда бер-бер артлы баш белгес, артабан бүлек начальнигы урынбаҫары һәм мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы вазифаларын башҡара (2006—2009).
2009—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Эксперт-аналитика идаралығының Социаль өлкәне анализлау бүлегендә әйҙәүсе консультант була.
2010—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ярҙамсыһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты начальнигы вазифаһын башҡара.
2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының Мәҙәниәт һәм архив идаралығы начальнигы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2016 йылдың 14 ноябрендәге бойороғо менән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул республикала тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлау, файҙаланыу һәм дәүләт яҡлауын тормошҡа ашыра[2].
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировтың 2019 йылдың 28 октябрендәге указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының архивтар идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был вазифала хаҡлы ялға киткән И. И. Ғәлләмовты алмаштыра. Фәтҡуллин И. З. Башҡортостан дәүләт архивында эшлй һәм архив эштәре (рус.)баш. өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә[3][4].
Ғаиләһе
Өйләнгән. Бер туған ҡустыһы — Ринат, Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, экология, туризм һәм ҡала мөхитен үҫтереү буйынса белгес. Мәскәү ҡалаһы хөкүмәте Мәҙәниәт департаментының «Парктарҙы үҫтереү» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы инвестиция бүлексәһе етәксеһе (2025). Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2022).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Фаткуллин, Ильгам Зуфарович. Финансовая и налоговая политика царского правительства в Башкирии во второй половине XVI - XVIII в. // disserCat. — 2006.
- ↑ Фаткуллин Ильгам Зуфарович - Начальник Управления по делам архивов Республики Башкортостан - Биография (билдәһеҙ). rus.team. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026.
- ↑ Начальником Управления по делам архивов РБ назначен Ильгам Фаткуллин. Правительство Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026.
- ↑ Начальником Управления по делам архивов РБ назначен Ильгам Фаткуллин. Глава Республики Башкортостан (28 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026.