Гусев Алексей Николаевич
Гусев Алексей Николаевич (1982 йылдың 17 ғинуары, Коломна, Мәскәү өлкәһе) — Рәсәйҙең дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры. 2025 йылдың февраленән — Башҡортостан Республикаһы Башлығының бизнес менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса йәмәғәт башланғысындағы кәңәшсеһе.
Биографияһы
Алексей Николаевич Гусев 1982 йылдың 17 ғинуарында Мәскәү өлкәһе Коломна ҡалаһында тыуған. Коломна дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
1999—2005 йылдарҙа Коломна мәғариф бүлеге ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер һәм уҡытыусы булып эшләй.
2005—2012 йылдарҙа «Телеком ТЗ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (Мәскәү) һатыу бүлеге төркөмө менеджеры һәм етәксеһе вазифаларын башҡара.
2012—2014 йылдарҙа «Интраск» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (Мәскәү) башҡарма директоры була. 2014 йылда «Авангард-М» һәм «Паритет-МСК» компанияларына етәкселек итә.
2014—2016 йылдарҙа «АнЗаСт» (Химки) муниципаль күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу сауҙа предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары һәм генераль директоры вазифаларын башҡара.
2016—2018 йылдарҙа МБУ мәктәп аҙыҡ-түлек комбинаты (Химки) директорының беренсе урынбаҫары, артабан директоры булып эшләй[1].
- Башҡортостанда карьераһы
2019 йылда Өфөгә күсә, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй, артабан комитетты етәкләй.
2020 йылда комитет Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы итеп үҙгәртелә, Гусев уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә[2]. Уның эшмәкәрлеге COVID-19 пандемияһы осорона тура килә, ул мәктәптәҙә туҡланыу мәсьәләләрен, COVID-ҡа ҡаршы саралар үтәлешен күҙәтә, шулай уҡ алкоголле эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшә.
2021 йылда бер ни тиклем ваҡыт Башпотребсоюз советы рәйесе вазифаһын башҡара, унда кооперацияны үҫтереү, кадрҙар әҙерләү һәм продукция әйләнешен арттырыу яҡлы була.
Уның башланғыстары араһында республикала:
- «һөт кухняларын» тергеҙеү проекты (2024 йылға масштаблы үҫеш алған социаль программа);
- глэмпингтарға (рус.)баш., ауыл дөйөм туҡланыуына һәм сауҙа нөктәләренә сауҙаһыҙ ер участкалары биреү аша ярҙам итеү;
- санкциялар һәм хаҡтарҙың артыуы шарттарында сауҙа селтәрҙәре менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыу.
2022 йылдан санкция баҫымы эҙемтәләрен еңеп сығыу мәсьәләләре менән әүҙем шөғөлләнә, тауарҙарға хаҡтарҙың артыуына яуап бирә һәм сауҙа сылбырын тикшереү өлөшөндә Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәте (рус.)баш. менән үҙ-ара эш итеү менән була.
Отставкаһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Персона Гусев Алексей Николаевич. Уфимский бизнес портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.
- ↑ Министром торговли и услуг Республики Башкортостан назначен Алексей Гусев. Глава Республики Башкортостан (15 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.
- ↑ Прошел через ковид и санкции: кто стал новым советником Хабирова и чем он занимался до назначения. Ufa1.ru (26 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 0202.
- ↑ Алексей Гусев покидает министерский пост в Башкирии: названо новое место работы. Новости Уфы и Башкортостана сегодня (25 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.