Ҡолбахтин Салауат Нәзир улы

Салауат Нәзир улы Ҡолбахтин (рус. Кулбахтин Салават Назирович; 1981 йылдың 8 феврале, Өфө) — Рәсәй тарихсыһы, дәүләт эшмәкәре. 2023 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы. Тарих фәндәре кандидаты, юғары мәктәп уҡытыусыһы.

Биографияһы

1981 йылдың 8 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған.

2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. 2003 йылдан 2007 йылға тиклем шул уҡ университеттың аспирантураһында уҡый.

Хеҙмәт юлын университетта уҡыған саҡта уҡ башлай. 2002-2003 йылдарҙа «Башхимкомплект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг бүлеге начальнигы вазифаһын биләй.

2003-2004 йылдарҙа дәүләт хеҙмәтенә күсә, Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының ойоштороу-күмәк һәм хоҡуҡи эш бүлегенең төп белгесе булып эшләй.

2007 йылдан Башҡорт дәүләт университетында ғилми-уҡытыу эшмәкәрлеген башлай. Шул уҡ йылда «XVIII быуатта Көньяҡ Уралдағы Твердышев һәм Мясниковтарҙың баҡыр иретеү заводтары» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2007-2009 йылдар: Ватан тарихы кафедраһы ассистенты.

2009-2011 йылдар: археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.

2011-2013 йылдар: археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы доценты.

2013-2017 йылдар: тарих факультеты деканының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары; сит ил тарихы кафедраһы доценты.

2017-2018 йылдар: Башҡорт дәүләт университетының тарих Һәм дәүләт идаралығы институтының сит ил тарихы кафедраһы доценты. 2019 йылда тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау (рус.)баш. өлкәһендә дәүләт хеҙмәтен башлай. 2019 йылдан 2022 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығының төп белгес-эксперты, баш белгес-эксперты, ә һуңынан археологик мираҫ бүлеге начальнигы вазифаларын биләй. Һуңыраҡ идаралыҡ начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1].

Башҡортостандың мәҙәни мираҫ идаралығы етәксеһе

2023 йылдың 20 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Салауат Ҡолбахтинды Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләне. Тәғәйенләнешенә комментарий биреп, төбәк башлығы ҡомартҡыларҙы намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән һаҡлау мәсьәләләрендә Ҡолбахтиндың принципиаллеген билдәләне[2][3].

Төп проекттары һәм эшмәкәрлеге

Ведомство етәксеһе вазифаһында Ҡолбахтин Өфөлә һәм республикала бер нисә күләмле реставрация проекттарына етәкселек итә:

  • Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: скульптураны, постаментты тергеҙеү һәм ҡурғанды нығытыу кеүек иң ҡатмарлы проекттарҙың береһе.
  • Өфө дәүләт циркы: 2015 йылдан ябыҡ учреждениеның эшен тергеҙеү өсөн 1960 йылдарҙа төҙөлгән бинаһының уникаль ҡыйығы менән проблемаларҙы хәл итеү.
  • «Победа» кинотеатры: бинаны реставрациялау һәм Йәш тамашасы театры (ТЮЗ) ихтыяждарына яраҡлаштырыу.
  • Октябрь Революцияһы урамы: Өфөнөң тарихи үҙәгендә йәйәүлеләр зонаһын һәм яртылаш йәйәүлеләр киңлеген Булдырыу. Эштәр барышында пландарҙы төҙәтеүҙе талап иткән ҡатмарлы геологик шарттар (ер аҫты һыуҙары) булыуы асыҡланды.
  • Сәнәғәт мираҫы: Башҡортостан территорияһында боронғо баҡыр иретеү заводтарын һаҡлауға һәм туристик яҡтан яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән «Баҡыр билбау» стратегияһын тормошҡа ашырырға[4].

Мираҫты һаҡлауға ҡараштар

Ҡолбахтин мәҙәни мираҫ объекттарын хәҙерге иҡтисади әйләнешкә әүҙем йәлеп итеү яҡлы. Уның фекеренсә, архитектура ҡомартҡыһын һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы — уны реставрациялау, заманса ҡулланыу өсөн (офистар, йәмәғәт киңлектәре, кафелар) ҡулайлаштырыу.

Уның етәкселеге осоронда архитектура ҡомартҡыларына тарихи белешмә яҙылған яңы өлгөләге мәғлүмәт таҡталары ҡуйылды. Алтаҡталарҙы халыҡ һәм федераль эксперттарҙың оценғай баһаһыны[4].

Ғилми хеҙмәттәре

Салауат Нәзир улы «Урал федераль университеты хәбәрҙәре. Серия 2. Гуманитар фәндәр» фәнни журналының рецензия авторҙашы[5].Төп хеҙмәттәре:

  • «Урал тау сәнәғәте тарихы буйынса ҡулланма монографиялары» (Е. А. Черноухов менән авторҙаш, Урал федераль университеты хәбәрҙәре, 2-се серия, гуманитар фәндәр, 2014).
  • «Көньяҡ Уралда Твердышев һәм Мясников заводтарында халыҡ һаны» (тарих һәм археология буйынса тикшеренеү мәҡәләһе. 2013). Был хеҙмәттә XVIII быуатта Көньяҡ Уралдағы Твердышевтар һәм Мясниковтар заводтарына эшселәр йыйыу һәм тулыландырыу сығанаҡтары тикшерелә.

Иҫкәрмәләр

  1. Распоряжением Правительства Республики Башкортостан заместителем начальника Управления по государственной охране объектов культурного наследия Республики Башкортостан назначен Салават Кулбахтин. Официальный портал Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2026.
  2. Салават Кулбахтин утвержден на должности начальника Башкультнаследия. АиФ Уфа (20 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
  3. «Не любят вас застройщики»: что известно о новом главе Башкультнаследия. Новости Уфы и Башкирии - Медиакорсеть (20 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
  4. 1 2 Салават Кулбахтин: «Уфимский цирк, театр и кинотеатр «Победа» получат второе дыхание». Выпуск передачи ГТРК «Башкортостан» (1 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
  5. Настольные монографии по истории горнозаводской промышленности Урала. Известия Уральского федерального университета. Серия 2. Гуманитарные науки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә