Ульчев Максим Владимирович
Максим Владимирович Ульчев (рус. Ульчев Максим Владимирович; 1976 йылдың 12 феврале, Өфө) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Иҡтисадсы. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе (2020 йылдан).
Биографияһы
Максим Владимирович Ульчев 1976 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Өфө дәүләт авиация техник университетын «Иҡтисадта мәғлүмәт системалары» һөнәре буйынса тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда Рәсәй Федерацияһының Акционерҙар коммерция һаҡлыҡ банкының бүлексәһе Башҡортостан банкында иҡтисадсы булып башлай.
1998 йылда «Башгазетинвест» Инвестиция компанияһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең аналитигы булып эшләй.
1998—2004 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Акционерҙар коммерция һаҡлыҡ банкының бүлексәһе Башҡортостан банкында бүлек иҡтисадсыһы, секторҙың әйҙәүсе иҡтисадсыһы, баш иҡтичадсыһы була.
2004—2007 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Акционерҙар коммерция һаҡлыҡ банкының бүлексәһе Башҡортостан банкында бүлек начальнигы.
2007 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең иҡтисад һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
2007—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары була.
2010—2020 йылдарҙа — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[1].
2020 йылдың 19 майынан — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Башинформ» возглавил Максим Ульчев (1 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
- ↑ В Башкирии назначен новый руководитель Агентства по печати и СМИ. РБК Уфа (19 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2025.
Һылтанмалар
- Ульчев Максим Владимирович. Сайт Агентства по печати и СМИ РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
- Ульчев Максим Владимирович. Сайт Правительства РБ (8 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2025.