Арыҫланов Илдар Ринас улы

Илдар Ринас улы Арыҫланов (рус. Арсланов Ильдар Ринасович; 1994 йылдың 6 апреле, Ағиҙел, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәйҙең шоссела велосипедта ярышыусыһы, 2011 йылдан континенталь тур ярыштарында ҡатнаша. «Итера-Катюша» һәм «Русвело» кеүек командалар составында Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡыр призер һәм еңеүсе. Төмән өлкәһе өсөн сығыш яһай. Спорт мастеры.

Биографияһы

Илдар Ринас улы Арыҫланов 1994 йылдың 6 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан уҡ велоспорт менән әүҙем шөғөлләнә башлай, урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәм Төмән спорт әҙерлеге үҙәгендә әҙерлек үтә. Төрлө ваҡытта А. С. Алексеев, М. В. Силин, И. С. Казанцев кеүек белгестәр етәкселегендә шөғөлләнә.

2011 йылда шоссела велоспортта тәүге етди уңыштарға өлгәшә, төркөмлө дисциплина уҙыштарында үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы була һәм Италияла күп көнлөк «Джиро ди Базиликата» уҙышында ҡатнаша, унда өс тапҡыр призерҙар иҫәбенә эләгә һәм йомғаҡлау генераль классификациялауҙа беренсе юлда була.

Йыл үткәс бер юлы ике дисциплинала бөтә Рәсәй үҫмерҙәр беренселеген яулай: айырым старт менән индивидуаль уҙышта һәм төркөм уҙыштарында. Бынан тыш, Бельгияла абруйлы «Льеж — Ля Глез» күп көнлөк велоуҙышта еңеү яулай, Швейцарияла "Гран-при Рублиленд"та икенсе этапта көмөш ала, "Донъя велоуҙышы"ның үҫмерҙәр версияһында генераль классификацияла өсөнсө этапта өсөнсө урын яулай, Хорватияла "Истрия туры"нда туғыҙынсы һөҙөмтә күрһәтә, "Джиро ди Базиликата"ла былтырғы уңышты ҡабатларға тырыша, тик был юлы, словен Матей Мохоричты алға үткәреп, икенсе була[1][2].

2013 йылда «Гран-при Адыгеи» күп көнлөк ярышта Арыҫланов бишенсе урынды биләй, шунан һуң Рәсәйҙең «Итера-Катюша» континенталь тур командаһына ҡушыла. "Джиро Вале д’Аоста"ның дүртенсе этабы еңеүсеһе, «Ронд де л’Изард» старт этабында бишенсе булып финишкә килә. 2015 йыл миҙгелендә «Русвело» профессиональ клуб менән контрактҡа ҡул ҡуя[3][4][5].

2015 йыл миҙгеленә профессиональ клуб русвело (һуңыраҡ Gazprom — RusVelo) менән контракт төҙөй.)[6][7][8]. 2016 йылда «Әзербайжан Туры» генераль классификацияһында 5-се урынды ала, иң яҡшы йәш уҙышсы була. 2017 йылда Донъя туры ярышы статусына эйә Булған Төркиә Турының топ-5-5 инә.

2018 йылда Илдар Арыҫланов «Джиро диталия» суперкүп көнлөк ярышында ҡатнаша, уны дөйөм зачетта 64-се урында тамамлай. Шул уҡ миҙгелдә Ул Адриатика Ионика яңы ярышында 3-сө урынды ала һәм Словения Турҙарында иң көслөләрҙең унлығына инә.

2019 йыл миҙгеле тамамланғас, профессиональ карьераһын тамамлай.

Сығыштары

2011
1-се Рәсәй чемпионаты үҫмерҙәр араһында төркөм ярышында
1-се Giro di Basilicata
2012
1-се Рәсәй чемпионаты үҫмерҙәр араһында төркөм ярышында
1-се Рәсәй чемпионаты үҫмерҙәр араһында шәхси ярышта
1-се Aubel-Thimister-La Gleize
2-се Grand Prix Rüebliland
3-сө Giro di Basilicata
3-сө Донъя велоуҙышы үҫмерҙәр араһында
2013
5-се Гран-при Адыгеи
2014
1-се Этап 4(ТТТ) Tour de la Vallée d’Aoste
2015
7-се GP Capodarco
9-сы Trofeo Banca Popolare di Vicenza
2016
5-се Әзербайжан туры
1-се Jersey violet.svg Йәштәр квассификацияһы
2017
5-се Турция туры 2017

Иҫкәрмәләр

  1. Ильдар Арсланов выиграл бельгийскую многодневку «Льеж — Ля Глез». Федерация велосипедного спорта России (8 август 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2014. 2014 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған.
  2. Член сборной России по велосипедному спорту Ильдар Арсланов занял второе место в горной классификации по итогам многодневной гонки «Тур Истрии». Пять колец над российским Стадионом (25 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2014.
  3. Валле д'Аоста. Ильдар Арсланов одерживает победу в «разделке». велокоманда Катюша (20 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2014. 2014 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.
  4. Ильдар Арсланов выиграл «разделку» на финальном этапе «Джиро Валле д’Аоста». Федерация велосипедного спорта России (21 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2014. 2014 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған.
  5. Ильдар Арсланов и Мамыр Сташ — новобранцы «РусВело». velolive.com (16 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2014.
  6. Валле д'Аоста. Ильдар Арсланов одерживает победу в «разделке». Катюша (20 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 10 ноябрь 2014 года.
  7. Ильдар Арсланов выиграл «разделку» на финальном этапе «Джиро Валле д’Аоста». Федерация велосипедного спорта России (21 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 17 декабрь 2014 года.
  8. Ильдар Арсланов и Мамыр Сташ — новобранцы «РусВело». velolive.com (16 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2014. Архивировано 26 апрель 2015 года.

Һылтанмалар