Бармин Леонид Николаевич
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | Металлургия |
Эш урыны | |
Заты | ир-ат |
Ерләнгән урыны | |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 6 апрель 1931 |
Вафат булған көнө | 16 июнь 1995 (64 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Бармин Леонид Николаевич (6 апрель 1931 йыл — 16 июнь 1995 йыл) — ғалим-металлург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1992)[1]. Мәшһүр электрохимик-металлург О. А. Есиндың уҡыусыһы булараҡ, металл менән флюс һәм газдың үҙ-ара тәьҫир итешеү процесын тикшереү, туҙыуға бирешмәҫ материалдар эшләү ысулы, иретеп металл йүгертеү һәм ҡаплатыу технологиялары өлкәһендә эшләй.
Биографияһы
Леонид Николаевич Бармин 1931 йылдың 6 апрелендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Белорет ҡалаһында тыуған.
1950 йылда Белорет металлургия техникумын тамамлай һәм Урал политехник институтына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон 1955 йылда тамамлап, ул уҡытыу эшендә ҡалдырыла. 1958 йылда «Шыйыҡ шлактарҙа һәм металдарҙа водородтың үҙ-үҙен тотош үҙенсәлектәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай; 1961 йылда доцент исеме раҫлана. 1970 йылда Леонид Бармин «Байтаҡ окисланыу-тергеҙелеү пирометаллургия процесстары кинетикаһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм киләһе йылда профессор ғилми исеме раҫлана.
1970—1972 йылдарҙа Урал политехник институтында технология факультеты деканы булып эшләй; 1972—1979 йылдар дауамында институттың уҡыу эштәре буйынса проректоры була. 1975 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Л. Н. Бармин Урал политехник институтында нығытыусы һәм һаҡлағыс ҡаплауҙар кафедраһы мөдире булып эшләй. Ул иретеп йәбештереү һәм плазма ысулы менән изделие өҫтөн ҡаплау ваҡытында металлургик процесстарҙы физик-химик анализлау мәктәбен аса. Өс йөҙ самаһы фәнни хеҙмәт һәм 23 асыш авторы, өс доктор һәм 32 фән кандидаты әҙерләгән. Физик химия һәм иретеп йәбештереү буйынса бик күп халыҡ-ара конференциялар, симпозиумдар һәм кәңәшмәләр ойоштороусы була.
1995 йылдың 16 июнендә Екатеринбург ҡалаһында вафат була, Широкореченский зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991).[2]
- СССР фән өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982, ғалимдар төркөмө составында, «Металлургия иретмәләре төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен һәм үҙ-ара тәьҫир итешеүен тикшереү» эштәр циклы өсөн (1957—1980)).
- Миҙалдар
Библиография
- Урал дәүләт техник университетының (УПИ) алдынғы ғалимдары. Биографик белешмә. Екатеринбург, 1995.
- Владимир Блинов. «Немелков». Документаль роман.[3]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Бармин Леонид Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2021)
- Сайт «Геологи Урала». Бармин Леонид Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2021)
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Урал дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- 6 апрелдә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- 16 июндә вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Екатеринбургта вафат булғандар
- Белоретта тыуғандар
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР ғалимдары