Мичурин Вениамин Николаевич

Вениамин Николаевич Мичурин (рус. Мичурин Вениамин Николаевич; 1965 йылдың 7 апреле, Красноусол, Башҡорт АССР-ы) — 60 килограммға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Рәсәй паралимпия дзюдосыһы, Паралимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш һәм бронза призёры, өс тапҡыр донъя чемпионы, алты тапҡыр Европа чемпионы. Күреү буйынса инвалидтар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1999).

Биографияһы

Вениамин Николаевич Мичурин 1965 йылдың 7 апрелендә БАССР-ҙың Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында тыуған[1].

Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфө уҡыу-производство предприятиеһы физик культура коллективы тәрбиәләнеүсеһе. Тренерҙары — В. А. Пегов, С. А. Тарасов[1].

СССР (1990 йылдан), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2006) йыйылма командалары ағзаһы[1].

Спорт карьераһын тамамлағандан һуң дауалау физкультураһы һәм массажсы белгеслеге буйынса диплом алған, ошо белгеслек буйынса эшләй[2].

Спорт карьераһы

60 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында (күреү категорияһы B2) сығыш яһаған[2].

  • Барселонала 1992 йылғы Паралимпия уйындарының көмөш призёры[1].
  • Атлантала 1996 йылғы Паралимпия уйындарының бронза призёры[1].
  • Сиднейҙа 2000 йылғы Паралимпия уйындарының көмөш призёры[1].
  • Донъя чемпионы (1990, 1993, 1995)[1].
  • Европа чемпионы (1991, 1993, 1995, 1997, 1999, 2001)[1].
  • СССР (1987—1991), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2003) чемпионы[1].
  • Вильнюстағы (Литва, 2000) халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (шәхси зачёт)[1].
  • Күреү буйынса инвалидтар араһында команда зачётында Европа чемпионы (2001), Европа чемпионаттарының көмөш призёры (1995, 1997), донъя чемпионатының бронза призёры (2002)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Һылтанмалар