Әбсәләмов Хәмзә Сәләхетдин улы
Әбсәләмов Хәмзә Сәләхетдин улы (1 ғинуар 1930) — СССР нефтсеһе, СССР Юғары Советының 6-сы саҡырылыш депутаты.
Биографияһы
Әбсәләмов Хәмзә Сәләхетдин улы 1930 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Красноусол районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) Йөҙимән ауылында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Уңыш» колхозында эшләй, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән[1].
1962 йылда — «Туймазабурнефть» тресының быраулау мастеры, һуңынан — «Туймазабурнефть» тресының 4-се быраулау контораһы инженеры[2].
1962—1966 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ынан СССР Юғары Советының 6-сы саҡырылыш депутаты[3].
Хеҙмәттәре
- Абсалямов Х. С. Покоряем нефтяной Арлан / [Лит. запись А. Маннанова]. — Уфа: Башкнигоиздат, 1965. — 31 с.[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ г. Нефтекамск. Герои тыла : Они ковали победу. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2014. Архивировано 22 декабрь 2014 года.
- ↑ 1 2 Карточка каталога РНБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2014. Архивировано 22 декабрь 2014 года.
- ↑ Депутаты Верховного Совета СССР VI-го созыва 1962—1966 (недоступная ссылка — история). Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2014. Архивировано 19 июль 2013 года.