Әхмәт Ерикәй
Әхмәт Ерикәй (Ерикеев Әхмәт Фазыл улы; рус. Ерикеев Ахмед Фазылович; (3 декабрь 1902 йыл—15 сентябрь 1967 йыл) — шағир, журналист, йәмәғәтсе. 1945—1950 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. СССР-ҙың 2-се (1946—1950) һәм 3-сө (1950—1954) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Биографияһы
Әхмәт Ерикәй хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Өлкөндө ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан уҡ буласаҡ шағирға ауыр, батрак тормошон татырға тура килә: ҡыш ауыл мәктәбендә уҡый, ә йәйен көтөү көтә. Яҡшы тормош эҙләп, атаһы менән Златоуста, Кесе Уфалейка ҡалаларында була, үҙаллы рус телен өйрәнә. Октябрь революцияһынан һуң улус ревкомында, комсомол һәм партия органдарында хеҙмәт итә. Ерикеевтың беренсе әҫәре 1921 йылда Златоуст ҡалаһында сыға торған «Юксыл фикере» гәзитендә баҫылып сыға[2].
1927 йылдың көҙөндә ВКП(б)-ның Башкортстан өлкә комитеты Ә.Ерикәйҙе Мәскәүгә дәүләт журналистика институтына уҡырға ебәрә. Студент сағында ул Мәскәүҙә татар телендә сыға торган гәзит-журналдарҙа әүҙем яҙыша. Институтты тамамлағас, «Эшсе», унан һуң «Игенселәр» исемле татар гәзиттәре редакцияларында сәрҡәтип, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1930 йылда «Ударниктар» исемле журнал ойоштороуҙа ҡатнаша һәм МАПП (Мәскәү пролетар яҙыусылары ассоциацияһы) ҡаршыһындағы татар секцияһының етәксеһе була. Был йылдарҙа журналист-шағирға гәзит-журнал редакцияларының юлламалары менән Иҙел буйы, Урал, Себер төҙөлөштәрендә, Магнитогорск металлургия комбинатында булырға тура килә. Ижад командировкаларында алған тәьҫирҙәр яҙыусының күп һанлы мәҡаләләрендә, очерк яҙмаларында һәм шиғырҙарында сағылыш таба. 1930 йылда Мәскәүҙәге СССР халыҡтары үҙәк нәшриәтендә шағирҙың «Ташлы тулҡындар» исемле беренсе шиғри йыйынтығы баҫылып сыға[3].
1932—1935 йылдарҙа Әхмәт Ерикәй Гослитиздатның СССР халыҡтары әҙәбиәте секторында мөхәррир, сектор мөдире булып эшләй. 1933 йылда Әхмәт Ерикәйҙе партия Үҙәк Комитеты Татарстандың Чистай МТС-ы сәйәси бүлеге гәзитенә яуаплы мөхәррир итеп тәғәйенләй. Унда ике йылға яҡын эшләгәндән һуң, Мәскәүгә ҡайта һәм үҙен тулыһынса әҙәби ижад эшенә бағышлай[3].
Был йылдарҙа Татарстан матбуғатынан тыш, «Новый мир», «Октябрь», «Огонёк» журналдары, «Правда», «Известия», «Комсомольская правда» гәзите биттәрендә шиғырҙары, очерктары баҫыла, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә татарса һәм рус телендә тәржемәлә шиғри йыйынтыҡтары нәшер ителә («Шигырьләр», 1933; «Лирика», 1934; «Гөрләп үсәбез», 1936; «Страна победителей», 1935)[3].
Йыр өлкәһендәге эшмәкәрлеге
1935 йылда Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡаршында татар опера театры студияһы асылғандан һуң, студияның әҙәби бүлек мөдире Муса Йәлил Әхмәт Ерикәйҙе татар телендә либреттолар һәм йыр текстары ижад итеү эшенә йәлеп итә. Ерикәйҙең йыр өлкәһендәге эшмәкәрлеге башлана[3].
1935—1941 йылдар араһында ул ике либретто («Ғәләбаныу», «Бибисара»), композиторҙар менән берлектә халыҡ араһында популяр булған тиҫтәләгән йырҙарын ижад итә. «Шаулаһын, гөрләһен беҙҙең йыр», «Комсомолка Гөлсара», «Гармун» (Й.Фәйзи музыкаһы), «йәш егеттәр, йәш ҡыҙҙар», «Тағын килер яҙҙар», «Тыныс баҡсала», «Тыуған ил» (М.Мозафаров музыкаһы), «Егерменсе йылдарҙа», «Партизанка», «Лирик йыр» (Ф.Яруллин музыкаһы), «Батыр егеткә», «Айлы төн» (З. Хәбибуллин музыкаһы), «Кәкүк» (Ғәбәши Солтан Хәсән улы музыкаһы)[3].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт гәзитендә хеҙмәт итә, патриотик, публицистик шиғырҙарынн, йырҙарын, очерктарын яҙа, китаптарын баҫтыра. 1945—1950 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар берлегенең идара рәйесе булып эшләй. Шағир «Йәш бөркөт», «Мөхтәрәмә колхозы» поэмаларын, лирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, афористик ҡыҫҡа дүрт юллыҡтар, йырҙар, балалар өсөн шиғырҙар, публицистик һәм әҙәби тәнҡит мәҡәләлере яҙа, рус теленнән шиғри әҫәрҙәр, йырҙар тәржемә итә. 1930—1967 йылдарҙа әҙиптең татар, рус һәм башҡа телдәргә алтмыштан артык китабы нәшер ителә. Улар араһында «Әҫәрҙәр» (1950), «Лирика» (1956), «Җәүһәрия» (1958), «Сайланма әсәрләр» (1961, 1971) исемдәре менән сыҡҡан томдары бар[4].
Шағир лирикаһының төп тематик үҙәген кеше хистәре — мөхәббәт, осрашыу-ҡауышыу шатлығы, моңайыу-һағыныу интим тойғолар, тәбиғәт күренештәре, реаль тормош-көнкүреш хәлдәре тәшкил итә. Шиғырҙарының ритмик төҙөлөшө эске аһәңле һәм көйлө: «Һиңә» (Заһит Хәбибуллин музыкаҺы), «Һипкелле тиҙәр мине» (М.Мозафаров музыкаһы), «Көтәм һине» (Сара Садыҡова музыкаһы), «Бик күрәһем килә» (Р. Яхин музыкаһы), «Оноторға мөмкин түгел» (Х. Вәлиуллин музыкаһы), «Сирендәр хуш еҫ тарата» (Н. Йыһанов музыкаһы), «Кил, иркәм, гармун уйнарға», «Күңелгә шулай тойола» (Ә. Фәттах музыкаһы), «Иҙел буйы ҡайындары» (И. Шакиров музыкаһы), «Һөйәһеңме тип ник һорайһың», «Эҙләнем, бәғрем, һине» (С. Хәбибуллин музыкаһы), «Йәшлегемә ҡайтыр инем» (И.Якупов музыкаһы), «Юлдар» (Л. Айтуганов музыкаһы), «Йәйҙең матур аяҙ таңдарында» (Ф. Әхмәҙиев музыкаһы) һәм башка бик күп йырҙары, халыҡлашып, профессиональ һәм һәүәҫкәр йырсылар тарафыннан башҡарыла, нәшер ителгән йыр китаптарына даими индерелә килә[2].
300-ҙән ашыу лирик йыр һәм романстар тексы авторы. Уның шиғырҙарына А. Шапорин, Н. Мясковский, С.Кац һ.б. композиторҙар романстар ижад итә[5].
Әхмәт Ерикәй 1967 йылдың 15 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ерикеев Ахмед Фазылович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 1 2 Әхмәт Ерикәйҙең тыуыуына - 90 йыл, Казан утлары. 2 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 Дауытов Р. Н., Рахмани Р. Н. Әҙиптәребеҙ: биографик белешмә. — Ҡазан: Татарсстан китап нәшриәте, 2009. — 751 с.
- ↑ {{БЭ|84776|автор=Абдрафиҡова Г. Х.}
- ↑ Ахмед Ерикеев, Национальная библиотека РТ. 2 июнь 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Абдрафиҡова Г. Х. Әхмәт Ерикәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ахмед Ерикеев. Биобиблиографический справочник
- Ерикеев Ахмед Фазылович