Хәбибуллин Заһит Вәли улы

Хәбибуллин Заһит Вәли улы (рус. Хабибуллин Загид Валеевич; 20 сентябрь (3 октябрь1910 йыл20 ноябрь 1983 йыл) — композитор, скрипкасы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1950). Татар АССР-ының халыҡ артисы (1970). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981). Ғабдулла Туҡай исемендәге республика премияһы лауреаты (1968).

Биографияһы

Заһит Вәли улы Хәбибуллин 1910 йылдың 20 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһен бик иртә юғалта. 1919 йылдан балалар йортонда тәрбиәләнә. Унда беренсе тапҡыр рояль, скрипка, мандолина кеүек музыка ҡоралдарын күрә, Мирхәйҙәр Фәйзи менән осраша. Ул Заһит Вәли улының киләсәгенә, музыка өйрәнеүгә булған теләгенә юл аса. Балалар йортонда Заһит музыка дәрестәре ала башлай[1].

1927 йылда Ҡазан музыка техникумына скрипка буйынса А. Литвинов класына уҡырға инә. 1932 йылда музыка техникумын тамамлағандан һуң, скрипкасы һәм Ҡазан етен комбинаты ҡаршыһындағы эшсе үҙешмәкәр театрының музыкаль бүлеге мөдире булып эшләй. Шунда ул үҙенең тәүге йырҙарын һәм театр постановкалары өсөн әҫәрҙәрен ижад итә башлай[2].

1934 йылда башта Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡаршыһындағы рабфактың композиция бүлегенә икенсе курска уҡырға урынлаша. Бер йылдан һуң шул уҡ консерваторияның училищеһенә, ә тағы бер йылдан яңы асылған татар опера студияһына күсеп, 1940 тиклем профессор Г. Литинский класында уҡый. Консервоторияла уҡыған йылдарында труба өсөн «Урманға, ҡырҙарға» исемле, кларнет өсөн «Күңелле йыр», скрипка өсөн «Фантазия» кеүек пьесалар, инструменталь ансамбль өсөн "Татар маршы"н яҙа. Быларҙан тыш халыҡ йыр ижады традицияларына таянып, йырҙар ҙа ижад итә. Муса Йәлил, Әхмәт Фәйзи, Әхмәт Ерикәй һүҙҙәренә яҙылған «Һағыныу», «Йырым булһын бүләгем», «Колхоз йырҙары», «Беҙ йәш көстәр», «Батыр егеткә», «Хеҙмәткә», замандың актуаль темаларына ул был йылдарҙа иллегә яҡын йыр яҙа[2].

1950 йылда Заһит Хәбибуллин композитор Н. И. Пейко менән революция темаһына бағышланған К. Нәжми романы буйынса Ф. Ғәскәров либреттоһына яҙылған «Яҙғы елдәр» балетын ижад итә.

1955 йылда ҙур күләмле сәхнә әҫәрен, Туҡай поэзияһына һәм татар халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнеп яҙылған «Раушан» балетын тамамлай (Г. Сәлимов либреттоһы)[1].

1970-се йылдарҙың икенсе яртыһында Заһит Хәбибуллин Нәби Дәүли һүҙҙәренә «Хатын» һәм С. Хәким һүҙҙәренә «Мәмдүҙә» кеүек тәьҫирле вокаль әҫәрҙәр ижад итә. Күп йылдар композитор эшмәкәрлеген башҡарыу оҫталығы менән берләштерә. Татарстан Республикаһының һәм илдең музыкаль-йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, авторлыҡ концерттары менән сығыш яһай[3].

Заһит Хәбибуллин 1983 йылдың 20 ноябрендә Ҡазанда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Татарстан АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1950)[1]
  • Татар АССР-ының халыҡ артисы (1970)[1]
  • РСФСР ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981)[1]
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге республика премияһы лауреаты (1968)[1]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Хәбибуллин Заһит Вәли улы, Туҡай донъяһы. 2 июнь 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 Рәхимҡолов Шәриф. Хәбибуллин Заһит Вәли улы, Ҡазан уттары. 2 июнь 2025 тикшерелгән.
  3. Сегодня 110 лет со дня рождения композитора Хабибуллина Загида, Международный татарский портал. 2 июнь 2025 тикшерелгән.

Һылтанмалар