Кулавский Василий Агеевич

Кулавский Василий Агеевич (3 декабрь 1938 йыл — 1 сентябрь 2023 йыл), акушер‑гинеколог-ғалим, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан акушер‑гинекология кафедраһы мөдире. 1979—1985 йылдарҙа Башҡортостан акушер‑гинекологтар йәмғиәте рәйесе. РАЕН академигы, медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.

Биографияһы

Василий Агеевич Кулавский 1938 йылдың 3 декабрендә Мордовия АССР-ының Оло Березники районы Шөгөр ауылында тыуған.

Рәсәй Медицина фәндәр академияһы һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының акушерлыҡ һәм гинекология буйынса ведомство-ара ғилми советы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының проблемалар комиссияһы ағзаһы, Башҡорт дәүләт медицина институтының, Силәбе медицина академияһының диссертациялар советы ағзаһы.

9 монография, 250-нән ашыу ғилми мәҡәлә авторы, уйлап табыуҙарға 5 патент алған.

«Башҡортостан» энциклопедияһында уның тураһында: «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡлау буйынса медик-гигиена белемдәрен әүҙем пропагандалаусы. Фәнни эштәрең бала табыуҙа ауыртыу физиологияһын өйрәнеү, бала тыуҙырыуҙы ауыттыуһыҙ алып барыу методын баһалау, гинеталийҙарҙың ярһынып шешеүе менән сирләгәндәрҙе реабилитациялау ысулдарын табыуға бағышланған. Йөклө ҡатындарҙың ҡаны аша гормондарҙы радиоиммунология менән билдәләүысулын тәҡдим иткән.»-тип яҙылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн профессор В. А. Кулавскийға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән, ул «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән. ҒИлми коллективтар тарафынан «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем биреүгә тәҡдим ителә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар