Вәлиев Самат Фәттәх улы
Вәлиев Самат Фәттәх улы (3 декабрь 1904 йыл — 15 октябрь 1986 йыл) — финансист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры. Башҡорт АССР-ының IV—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Ленин (1959, 1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Самат Фәттәх улы Вәлиев 1904 йылдың 3 декабрендә Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе [1] Өлкөндө ауылында тыуған.
1930 йылда Мәскәү сәнәғәт‑иҡтисад ғәмәли институтын тамамлағандан һуң БАССР Финанс халыҡ комиссариатында эшләй (1932 йылдан алып бүлек начальнигы). 1938 йылдан алып БАССР Дәүләт планының финанстар һәм тауар әйләнеше секторы начальнигы, 1945 йылдан — БАССР финанс министры урынбаҫары, бер үк ваҡытта бюджет бүлеге начальнигы, 1948—1971 йылдарҙа БАССР финанс министры.
Башҡорт АССР-ының 4—6‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ленин (1959, 1966), «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары менән бүләкләнгән.
1986 йылдың 15 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Вәлиев Самат Фәттәх улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.