Павлов Михаил Леонардович
Павлов Михаил Леонардович (рус. Павлов Михаил Леонардович; 1956 йылдың 30 декабре, Грозный) — совет һәм Рәсәй ғалимы, химик-технолог, химия фәндәре докторы (2003), профессор (2010)[1].
Биографияһы
1956 йылдың 30 декабрендә Грозный ҡалаһында тыуған. 1979 йылда М. Д. Миллионщиков исемендәге Грозный нефть институтын (хәҙерге Грозный дәүләт нефть техник университеты) «Нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай һәм инженер-химик-технолог квалификацияһын ала.
Ғилми эшмәкәрлеген Грозный нефть ғилми-тикшеренеү институтында башлай: инженер, аспирант, һуңынан төп ғилми хеҙмәткәр булараҡ, синтетик йыуыу саралары (детергенттар) өсөн цеолитлы компоненттар етештереү менән етәклек итә. Павловтың тәүге уйлап табыуҙары Советтар Союзының дүрт катализатор фабрикаһына индерелә[1].
1992 йылдан — Ишембай махсуслаштырылған катализаторҙар химия заводы директорының фән, сифат һәм маркетинг буйынса урынбаҫары.
1999 йылдан — «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2008 йылдан — фәнни-техник үҙәк директоры урынбаҫары, 2010 йылдан — «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең фәнни бүлек етәксеһе. Нефтехимия өсөн цеолитлы катализаторҙар алыу технологияларын эшләү менән шөғөлләнә.
Ғилми эшмәкәрлеге
Ғилми-производство эшмәкәрлеге түбән һәм юғары модулле цеолиттар һәм улар нигеҙендә катализаторҙар, адсорбенттар синтезлау мәсьәләләренә, этилбензол, стирол, алкилбензин алыу процестарын камиллаштырыуға арналған. Павлов етәкселегендә цеолит ион алмаштырыусылар (синтетик йыуыу саралары алыу өсөн), адсорбенттар, цеолит ингән крекинг катализаторҙарын һәм нефтехимик процестарҙы синтезлау ысулдары эшләнә һәм етештереүгә индерелә.
400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 4 монография, 89 патент һәм авторлыҡ танытмаһы авторы. 250-нән артыҡ уйлап табыуға танытмаһы бар.
Ғалим етәкселегендә 8 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат», Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы һәм Франция нефть институты менән берлектә техника һәм технологиялар программалары буйынса магистр дәрәжәһенә 16 диссертация яҡлана[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Химия фәндәре докторы (2003).
- Профессор (2010).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Наука в лицах / Павлов Михаил Леонардович. neftegas.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2026. Архивировано 30 декабрь 2021 года.