Төхвәтшин Мәкәрим Хөсәйен улы
Төхвәтшин Мәкәрим Хөсәйен улы (30 декабрь 1924 йыл — 2003 йыл) — педагог. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Һуҡырҙыр өсөн башҡорт теле алфавитына Брайль системаһында шрифтар төҙөүсе.
Биография
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин 1924 йылдың 30 декабрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Бишҡурай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Биш йәшендә һуҡыр ҡала.
Бөрө ҡалаһында һуҡырҙар өсөн мәктәпте алтын миҙалға тамамлағандан һуң, Өфө музыка училищеһына инә, баянда уйнарға өйрәнә. Һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары була.
1948 йылдан — КПСС ағзаһы. 1950—1952 йылдарҙа — партия ойошмаһы секретары. 1950 йылда «Новая жизнь» артеленә (Өфө) күсә һәм унда мәҙәниәт буйынса бүлек рәйесе була. 1955 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. 1958 йылда уның мөхәррирлегендә «Восовец» стена гәзите сығарыла[1].
1960—1994 йылдарҙа рус теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан — Һуҡыр һәм насар күреүсе Куйбышев өлкә-ара эшсе йәштәр мәктәбенең Өфө консультация пункты мөдире.
Күреү мөмкинлегенән мәхрүм кешеләр араһында башҡорт телен үҫтереү һәм таратыу буйынса даими эҙләнә һәм башҡорт шрифтын Брайль системаһына күсерә.
Өфөнөң III—IV төрҙәге 28-се махсус коррекция дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында уҡытыу процесында Мәкәрим Төхвәтшиндың башҡорт шрифты даими ҡулланыла, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған белем усағы өсөн «Башҡорт теле» дәреслектәре нәшер ителә.
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин 2003 йылда вафат була, Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән.
Ғаиләһе
Тормош иптәше Фатима менән өс бала үҫтерәләр[2].
Хәтер
- Һуҡырҙар өсөн 216-сы Республика Башҡорт махсус китапханаһына Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исеме бирелә (2020)[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» (1967).
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Кучербаева Ирина Николаевна. МЫ ЭТИМ ИМЕНЕМ ГОРДИМСЯ. ИЗОБРЕТАТЕЛЬ БАШКИРСКОГО ШРИФТА ДЛЯ НЕЗРЯЧИХ. МАКАРИМ ХУСАИНОВИЧ ТУХВАТШИН. История библиотеки как инновация: социокультурная эволюция в развитии библиотечного обслуживания людей синвалидностью (к 70-летию Свердловской областной специальной библиотеки для незрячих и слабовидящих им. Д. Н. Мамина-Сибиряка) : сборник по итогам Всероссийской научно-практической конференции 5-6 октября 2022 года / составители В. В. Арсентьева, М. В. Белькова; ответственный за выпуск И. А. Гильфанова. — Екатеринбург, 2023. — 124 с. — с. 84.
- Он не видел света, но нёс его людям. 10 МАЯ 2016, Газета «Республика Башкортостан»
- Макарим Хусаинович Тухватшин
- Ночь музеев — 2023