Хаустов Анатолий Тихонович

Хаустов Анатолий Тихонович (27 февраль 1942 йыл — 21 август 2017 йыл) — театр актёры. 1966 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984).

Биографияһы

Анатолий Тихонович Хаустов 1942 йылдың 27 февралендә Һарытау ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, политехник институтҡа уҡырға инә. Төҙөлөштә, һуңынан Һарытау драма театрында электрик-яҡтыртыусы булып өҫтәмә аҡса эшләй. Политехник институтта уҡыуын ташлап, яңы асылған Иван Слонов исемендәге театр училищеһына уҡырға күсә.

1965 йылда Һарытау театр училищеһын (А. С. Быстряков, Я .А. Рубин курсы) тамамлай. Олег Янковский менән бер курста уҡый[1].

Училищены тамамлағас Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрында эшләй.

Ҡатыны Галина Мидзяева, рус драма театры актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Рилькен («Между ливнями», А. П. Штейн; дебют, 1965)
  • Леонид («Ретро», А. М. Галин)
  • Анчугин («Провинциальные анекдоты», А. В. Вампилов)
  • Андрей Иванович («Русское варенье», Л. Е. Улицкая)
  • Леонид Папагатто («Моя профессия — синьор из общества», Д. Скарначчи, Р. Тарабузи)
  • Дон Хозе де Сантарем («Дон Сезар де Базан», Ф. Дюмануар, А. Деннери)
  • Саня Арефьев («Кадриль», В. П. Гуркин)
  • Клеант («Тартюф», Мольер)
  • Ранк («Кукольный дом», Г. Ибсен)
  • сэр Генри Джеймс Честерфильд («Загнанная лошадь», Ф.Саган)
  • Горецкий («Волки и овцы», А. Н. Островский)
  • Муров («Без вины виноватые»; А. Н. Островский)
  • Гаев («Вишневый сад», А. П. Чехов).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1984).
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1976).

Һылтанмалар