Мидзяева Галина Ивановна
Мидзяева Галина Ивановна (1941 йылдың 8 октябре, Һарытау — 2024 йылдың 29 ноябре, Өфө) — театр артисы, педагог. 1965—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1992—2007 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
Биографияһы
Галина Ивановна Мидзяева 1941 йылдың 8 октябрендә Һарытау ҡалаһында тыуған[2].
Мәктәптән һуң электр лампалары заводында контролёр булып, һуңынан статистика идаралығында, поликлиникала эшләй. Заводта халыҡ театрында шөғөлләнә[3].
1964 йылда И. А. Слонов исемендәге Һарытау театр училищеһын (педагогы — Бржевский С. И.) тамамлаған һәм йылдан артыҡ А. Н. Толстой исемендәге Сызрань драма театрында эшләгән[2][3].Тормош иптәше Анатолий Хаустовтың[3] диплом спектаклен ҡарағандан һуң, Өфө режиссёры уны үҙенең театрына саҡыра. Галина Ивановна Башҡортостанға күсенә.
1965—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театрында эшләй[2].
Бер үк ваҡытта 1970 йылдарҙан Өфө сәнғәт училищеһында, 1992 йылдан башлап — Өфө сәнғәт институтында уҡыта[3].
Сәхнә ветераны 2024 йылдың 29 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[4][5].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Ольга Николаевна (“Беҙҙең тормош көндәре” — “Дни нашей жизни”, Л.Н.Андреев),
- батша ҡатыны Ирина (“Батша Фёдор Иоаннович” — “Царь Фёдор Иоаннович”, А.К.Толстой),
- Маша (“Эшелон”, М.М.Рощин),
- Серафима Ильинична (“Үҙ‑үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца”, Н.Р.Эрдман).,
- Наташа (“Мөхәббәт хаҡында 104 бит” — “104 страницы про любовь”, Э.С.Радзинский; дебют, 1965, Сызрань драма театры),
- Катюша Маслова (Л.Н.Толстойҙың “Яңынан терелеү” (“Воскресение”) романы б‑са Л.Соколов һәм Б.Филипповтың ш. уҡ исемле спектакле),
- Поля (“Мещандар” — “Мещане”, М.Горький).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995)[6];
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979);
- Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһы лауреаты, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн (Памелла, «Һөйөклө Памелла» спектакле, Д. Патрик);
- «Годы странствий» спектаклендә Анастасия Владимировна ролен башҡарған өсөн республика Мәҙәниәт министрлығының һәм Театр эшмәкәрҙәре союзының «Алтын Ай» театр премияһы лауреаты;
- 2006 һәм 2007 йылдарҙа «Пресса» республика рейтингының ике тапҡыр лауреаты.
Әҙәбиәт
- Иксанова Г. А. О театре И не только: очерки, интервью, рец. Уфа, 2006.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 И. А. Бондарева. Мидзяева Галина Ивановна (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Галина Мидзяева. Сайт «Кино-Театр.РУ» (30 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.
- ↑ В Уфе ушла из жизни народная артистка России Галина Мидзяева - Российская газета (30 ноябрь 2024). 7 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе ушла из жизни народная артистка России Галина Мидзяева. ИА «Башинформ» (29 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27.01.1995 г. № 78 «О присвоении почетных званий Российской Федерации творческим работникам». Официальный сайт Президента Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мидзяева Галина Ивановна (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2025)
• Сайт «Кино-Театр. РУ». Главная / Российские актеры театра / М / Галина Мидзяева / биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2025)
• Мидзяева — это уровень, блеск, глубина и талант. В субботу, 8 октября, особый день рождения отмечает народная артистка России Галина Мидзяева. Общественно-политическая газета «Вечерняя Уфа», 7 октября 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2025)
• Екатерина Климович. Галина Мидзяева: «Раневская — это роль-загадка». Сайт «BezFormata.Com», 01.11.2011 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2025)