Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы

Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы Ҡулаев (рус. Мухаметхан Сахипгареевич Кулаев; 1873 йылдың 8 феврале, Ейәнсура, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы1958 йылдың, Ҡазан ҡалаһы) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).

Биографияһы

Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) 1873 йылдың 7 февралендә Рәсәй империяһының Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған[1].

Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар[2]. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.

undefined

Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында Башҡорт стипендияһына уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя[3].

Университетҡа тик христиандар ғына алынғас, динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә[2][4]. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра[5], уларҙың өс ҡыҙы тыуа[2].

1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.

1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә[5]. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917[6] 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып, Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй[3].

Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә[2]. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана[7]. Мәскәүҙә үҙәк совет власы вәкилдәре менән һөйләшеү алып барған башҡорт делегацияһын етәкләй һәм 1919 йылдың 20 мартындағы Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгə ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша[1]. Мәскәүҙән ҡайтышлай Ҡазанға ғаиләһенә бара, бында тиф менән ауырып дауаханаға эләгә һәм сәйәсәттән китергә мәжбүр була[8].

1919 йылдың сентябренән алып Ҡазанда хәрби госпиталдең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1921—1928 йылдарҙа ҡаланың Булаҡ аръяғы өлөшөндәге үҙе ойошторған дауаханаһының баш табибы була, шул уҡ ваҡытта Ҡазан туберкулёз диспансерында 1950-се йылдар аҙағына тиклем эшләй[3]. Медицина өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3][9].

Ғилми эшмәкәрлеге

«… Әсәй теле менән ингән һүҙҙәр күңелдә ныҡ ята, иҫтән сығарып булмай, төплө килә, тотанаҡлы була. Әсәй телен ташламаған халыҡтар тереклеккә ныҡ торош итә. Шуның, өсөн әсәй телен тик кәрәк сағында ғына, кәрәк урындарҙа ғына үҙгәртеп, һәр ҡасан бик һаҡлап, таҙалыҡта тоторға тейеш. Шул ваҡытта ул тел, инә теле булып, башҡорт белемдәренә ныҡ, бөтмәҫ ҡаҙна (нигеҙ) булып ятасаҡ. Белемде ныҡ урынлаштыра торған тел — әсәй теле, ана теле, әсәйҙең өндәшеүе. Башҡорттарга белем алыр өсөн үҙ теле кәрәк — әсәй теле.»

М. А. Ҡулаев

Башҡорт теленең фонетикаһын, морфологияһын, синтаксисын, лексикологияһын өйрәнә. Туған телдең өндәрен, уларҙың үҙенсәлектәрен тикшереп һәр өнгә хәрефтәр билдәләй. 1912 йылда Ҡазанда «Башҡорттар өсөн өн әйтелеше һәм әлифба нигеҙҙәре» (рус. «Основы звукопроизношения и азбука для башкир») исемле китабын донъяға сығара. Был китаптағы уның менән төҙөлгән башҡорт алфавиты 34 хәрефтән тора, башҡорт өндәрен тулыһы менән сағылдырыр өсөн кириллица менән бергә грек графикаһы ҡулланылған[10].

1919 йылда башҡорт телендә сыҡҡан «Әлепей» исемле Ҡулаевтың китабы революциянан һуң сыҡҡан тәүге башҡорт әлифбаһы булып тора[10]. Телсе үҙенең тикшеренеүҙәрендә башлыса башҡорт теленең көньяҡ диалектын, үҫәргән башҡорттарының һөйләү телендә[11] нигеҙләнгән һәм барлыҡ хеҙмәттәрендә тик үҙе төҙөгән алфавитты ҡулланып яҙған[5]. Фольклор буйынса ла материалдар йыйған[5].

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Ғилми архивында Ҡулаевтың «Башҡорт теленең ҡылымдары», «Үҫәргән башҡорттары теле грамматикаһы», «Башҡортса-русса һүҙлек», «Башҡорт теленең һүҙбәйләнеше», «Үпкә туберкулёзын диагностикалау буйынса очерктар» һ. б. күп кенә баҫылмаған ҡулъяҙмалары һаҡлана[4][9].

Хеҙмәттәре

  • Основы звукопроизношения и азбука для башкир. Казань, 1912.
  • Әлепей. 1919.
  • О звуках башкирского языка. Казань, 1928.
  • Твердый алфавит башкирского языка. Казань, 1928.
  • О глаголах башкирского языка. Казань, 1930.

Хәтер

  • 2021 йылда тыуған ауылы Ейәнсурала Мөхәмәтхан Ҡулаевҡа таҡтаташ асыла[12].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 И. Ғ. Ғәләүетдинов, М. М. Ҡолшәрипов. Ҡулаев Мстислав Александрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025.
  2. 1 2 3 4 {{cite web |url=http://www.hrono.ru/text/2007/ura02_07.html%7Ctitle=Сибагатова Р., Ураксин З. Ученый, политик и врач|date=2007|publisher=Бельские просторы|accessdate=2025-12-15
  3. 1 2 3 4 Зыятдинов К. Ш., Киньябулатов А. У., Загидуллин Ш. З., Шарафутдинова Н. Х., Аминов Т. З. М. С. Кулаев — организатор здравоохранения Татарской и Башкирской АССР // Казанский медицинский журнал. — 2012. — № 3. — С. 554—555.
  4. 1 2 Романов В. Он был одним из основателей башкирской автономии (К 140-летию со дня рождения Мстислава Кулаева). ИА «Башинформ» (25 ғинуар 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2015.
  5. 1 2 3 4 Рәшит Шәкүр, 2005
  6. Татьяна Куликовская. Врач, политик, языковед. ГАУ «Республиканский медицинский библиотечно-информационный центр» Республики Татарстан (25 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025.
  7. Касимов С. Ф. Автономия Башкортостана. — Уфа: Китап, 1997. — С. 113—114.
  8. Кулаев Мухаметхан Сахипгареевич. «Архивы Российской академии наук». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2015.
  9. 1 2 Ниғмәтуллина З. Мөхәмәтхан Ҡулаев. «Киске Өфө» (31 август 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2015.
  10. 1 2 Галяутдинов И. Г., Псянчин В. Ш., Сынбулатова Ф. Ш. Букварь // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
  11. Хәҙерге башҡорт диалектологияһында ҡабул ителгән классификацияға ярашлы көньяҡ диалекттың эйек-һаҡмар һөйләшенә ҡарай.
  12. В Оренбургской области проходят Дни башкирской культуры и просвещения. ИА «Башинформ» (16 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Аҙнағолов Р. Ғ. М. Ҡулаев — диалектолог һәм лексикограф // Совет Башҡортостаны. 1973, 7 февраль.
  • Баишев М. Деревня Зианчурино Орского уезда Оренбургской губернии // Записки Оренбургского Отдела Императорского Русского Географического Общества. Петербург, 1895.
  • Зыятдинов К. Ш., Киньябулатов А. У., Загидуллин Ш. З., Шарафутдинова Н. Х., Аминов Т. З. М. С. Кулаев — организатор здравоохранения Татарской и Башкирской АССР // Казанский медицинский журнал. — 2012. — № 3. — С. 554—555.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2025)
  • Касимов С. Ф. Автономия Башкортостана. Уфа: Китап, 1997.
  • Киньябулатов А. У. Кулаев Мстислав Александрович (Мухаметхан Сахипкиреевич) (1873—1958 гг.) — Председатель Башкирского правительства (1919 г.), общественный деятель, врач, филолог. — Уфа, 2016. — 56 с.
  • Рахимкулов А. С. Врач, просветитель, политик Мстислав Александрович Кулаев: к 150-летию со дня рождения/ А.С. Рахимкулов, А.А. Гафаров, О. Р. Султанов // Казанский медицинский журнал. – 2023. – № 5.– С.790–794.
  • Вклад казанского фтизиатра М.А. Кулаева в развитие санитарного просвещения, журналистики и филологии Башкортостана /А.У. Киньябулатов, В.А. Перминова и др. //Казанская наука.– 2021.– № 8.– С. 9–11.
  • Казанский университет (1804–2004): Биобиблиографический словарь. Т.1: 1804–1904.– Казань: Издательство Казанского университета, 2002.– С. 278–279.
  • Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.
  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.
  • Зиннур Ураҡсин. «Тәҙрә уйыусы» (тарихи повесть). — Өфө: «Китап», 2015 й. — С. 8—89..

Тема буйынса өҫтәмә